У нас можно недорого заказать курсовую, контрольную, реферат или диплом

«ДОНЪЯ ТЕЛ КАРТИНАҺЫНДА \» - Курсовая работа
- 25 страниц(ы)
Содержание
Введение
Выдержка из текста работы
Заключение
Список литературы

Автор: valvalieva
Содержание
ЙӨКМӘТКЕҺЕ
ИНЕШ.3
1. Донъя тел картинаһында “дуҫ” һәм “дуҫлыҡ” концепттары.6
1.1. Концепт һәм уны өйрәнеү….6
1.2. “Дуҫ” һәм “дуҫлыҡ” концепттарының халыҡтың донъя картинаһындағы урыны.10
2. Башҡорт халҡының тел картинаһында “дуҫ” һәм “дуҫлыҡ” концепттары…15
2.1. Халыҡ ижадында “дуҫ” һәм “дуҫлыҡ” концепттары ….….15
2.2. Шиғриәттә “дуҫ” һәм “дуҫлыҡ” концепттары….….17
2.3. Проза әҫәрҙәрендә “дуҫ” һәм “дуҫлыҡ” концепттары….21
ЙОМҒАҠЛАУ….24
ҠУЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ ҺӘМ СЫҒАНАҠТАР ИСЕМЛЕГЕ….26
Введение
ИНЕШ
Телдең концептосфераһын өйрәнгәндә иң ҡатмарлы һәм үҙенсәлекле “асҡыстар” булып халыҡтың әхлаҡи-мәҙәни ҡиммәттәрен сағылдырыусы универсаль төшөнсәләр – категориялар тора. Улар араһында “дуҫлыҡ” концепттының әһәмиәте әйтеп бөткөһөҙ. Сөнки ул милли тел картинаһына хас әхлаҡи маяҡтарҙы ла, дуҫлыҡ төшөнсәһенең мәҙәни йөкмәткеһен дә һүрәтләй.
Әммә ләкин юғары мәғәнәгә эйә “һөйөү”, “йән” кеүек универсаль мәҙәни һүҙ-асҡыстарға ҡарағанда, «дуҫ» һәм «дуҫлыҡ» концепттары лингвистикала өйрәнелеп етмәгән, уның ижтимағи мәҙәниәттәге фәлсәфәүи йөкмәткеһе, милли үҙенсәлеге, индивидуаль тел шәхесе картинаһындағы асылы һорауҙары ҡараңғы ҡала килә. Концепттың бер төрө булараҡ «дуҫ» һәм «дуҫлыҡ» концепттары хәҙерге тел ғилемендә үҙе генә айырым бер төшөнсә була алмай, ул мәҙәниәттең һәм телдең мәғәнә структураһының бер өлөшө, шулай ҙа уны тикшереү һәм өйрәнеү лингвистика өсөн актуаль проблема.
“Дуҫ” һәм “дуҫлыҡ” концепттары социомәҙәни феномен, уның художестволы әҙәбиәт әҫәрҙәрендә һәм халыҡ ижадында тел картинаһында асылышы тәбиғи күренеш. Милли тел картинаһында ул ижтимағи-мәҙәни йөкмәткегә эйә, үҙенсәлекле әхлаҡи төшөнсәләрҙе үҙендә йөрөткән бер “асҡыс”ҡа әйләнә. “Дуҫлыҡ” төшөнсәһенең халыҡта нығынған әхлаҡи, фәлсәфәүи нигеҙен сағылдырып, һәр әҫәр уны үҙенсә аса һәм шуның менән был төшөнсәнең мәғәнә йәкмәткеһен ифрат киңәйтә, милли тел картинаһын яңы биҙәктәргә байыта. Тимәк, концепт тағы ла тәрәнерәк өйрәнелергә тейеш.
Шулай итеп, курс эшендә үҙәккә ҡуйылған теманың актуаллеге түбәндәгеләргә нигеҙләнә:
- башҡорт тел картинаһында «дуҫ» һәм «дуҫлыҡ» концепттарының йөкмәткеһенең ныҡлы өйрәнелмәүендә;
- «дуҫ» һәм «дуҫлыҡ» концепттарының социомәҙәни феномен булып сығыш яһап, уның тел картинаһының үҙәген булдырыусы әхлаҡи төшөнсәләр рәтендә сығыш яһауында, халыҡтың донъя картинаһына яңы биҙәктәр өҫтәүендә.
Тикшереү эшенең төп объекты тип тел картинаһында «дуҫ» һәм «дуҫлыҡ» концепттарының мәғәнәһен һәм фәлсәфәүи-мәҙәни йөкмәткеһен өйрәнеү алына. Хеҙмәттә тикшереү эшенең төп предметы тип халыҡ ижадында һәм әҙәби әҫәрҙәрҙә «дуҫ» һәм «дуҫлыҡ» концепттарының сағылышын күрһәтәбеҙ.
Лингвокультурология фәнендә тел концептосфераһын өйрәнеү буйынса бай тәжрибә тупланған. «Дуҫ» һәм «дуҫлыҡ» концепттары тел ғилеменең лингвокультурология һәм когнитив лингвистика тармаҡтарында баҫылған хеҙмәттәрҙә, мәҡәләләрҙә яҡшы ҡарала.
Дөйөм лингвистикала «дуҫ» һәм «дуҫлыҡ» концепттарының ҡайһы бер үҙенсәлектәре ғалимдар П.В. Флоренский, А.Н. Вежбицкая, Н.В. Уфимцева, Т.А. Пшенина, Н.Г. Шаймердинова, А.А. Смирнова, О.Ю. Лушкова хеҙмәттәрендә ҡарала. В.А. Маслова, Ю.С. Степанов, Д.С. Лихачевтың лингвокультурология буйынса фундаменталь эштәрендә һәм һүҙлектәрендә аталған концептҡа дөйөм баһа бирелә.
Башҡорт тел ғилемендә М.В. Зәйнуллин, Л.Х. Сәмситова, Ф.Б. Санъяров, Г.Х. Бохарова, Р.Р. Янмурзина, Т.Ә. Килдебәкова, Р.Ә. Кәримова, Л.М. Сәлимова һәм башҡа ғалимдарҙың эштәрендә “дуҫлыҡ” концептының әхлаҡи-мәҙәни йөкмәткеһе, семантикаһы өлөшләтә ҡарала. Хеҙмәттәрҙә һәм һүҙлектәрҙә концептты сағыштырма планда өйрәнеү, халыҡ ижадының тел картинаһы миҫалында тикшереү, лингвистик тел саралары ярҙамында уның тел картинаһындағы сағылышын ҡарау өлгөләрен таба алабыҙ.
Курс эшенең маҡсаты булып төп әхлаҡи-мәҙәни концепттарҙың нигеҙен тәшкил иткән «дуҫ» һәм «дуҫлыҡ» концепттарын лингвокультурологик күҙлектән өйрәнеү тора. Билдәләнгән маҡсаттан сығып, түбәндәге бурыстар ҡуйылды:
- тел ғилемендә “концепт” төшөнсәһенең йөкмәткеһен, ниндәй юҫыҡта ҡулланылыуын асыҡларға;
- «дуҫ» һәм «дуҫлыҡ» концепттарының мәғәнә йөкмәткеһен анализлау, уның семантик төҙөлөшөн миҫалдар ярҙамында өйрәнеү;
- «дуҫ» һәм «дуҫлыҡ» концепттарының әхлаҡи-мәҙәни һәм фәлсәфәүи йөкмәткеһен байҡап сығыу, тел картинаһында өйрәнеү;
Хеҙмәтебеҙҙә Д.С. Лихачев, В.А. Маслова, Л.Х. Сәмситова, М.В. Зәйнуллин һәм башҡа ғалимдарҙың монографиялары, фәнни мәҡәләләре, дәреслектәре, китаптары һәм һүҙлектәре төп ҡулланылған теоретик материалдар булып торҙолар.
Эшебеҙҙең ғилми әһәмиәте – «дуҫ» һәм «дуҫлыҡ» концепттарының тел картинаһында тәү тапҡыр өйрәнелеүендә. Эш милли тел картинаһында универсаль категория булған «дуҫ» һәм «дуҫлыҡ» концепттарын тикшереү барышында ғилми сығанаҡ булып хеҙмәт итә ала.
Эшебеҙҙең практик әһәмиәте – курс эшенең барышында тупланылған материалдар киләсәктә мәктәп һәм юғары уҡыу йорттары өсөн сығанаҡ булып хеҙмәт итә ала.
Курс эшебеҙҙең структураһы инештән, ике бүлектән, йомғаҡлауҙан, һәм ҡулланылған әҙәбиәт менән сығанаҡтар исемлегенән тора.
Выдержка из текста работы
1.1. Концепт һәм уны өйрәнеү
XXI быуат лингвистикаһы телде аралашыу һәм танып-белеү сараһы булараҡ ҡына түгел, ә билгеле бер милләттең мәҙәниәтен белдереүсе йүнәлеш булараҡ тикшерә. Бының нигеҙен В. Гумбольт, А. А. Потебня кеүек ғалимдар һалған. Мәҫәлән, В. Гумбольт «Милләттең сиктәре – минең донъяға ҡарашымдың сиктәре», – тигән. Тимәк, тел ысынбарлыҡты ғына сағылдырып ҡалмай, ә кеше йәшәй торған йәшәйеште лә барлыҡҡа килтерә. Шуға күрә лингвистика, тел тураһындағы фән, гуманитар белемдәр араһында алдынғы урындарҙы тота һәм уның ярҙамынан башҡа мәҙәниәтте өйрәнеү мөмкин түгел. Тел милләттең хәҙергеһен генә түгел, ә боронғо кешеләрҙең дә донъяға, йәмғиәткә һәм үҙ-үҙҙәренә ҡарашын өйрәнеү юлы ла.
Тел тығыҙ рәүештә мәҙәниәт менән бәйләнгән: ул уға үтеп керә, үҫә һәм уны сағылдыра. Лингвокультурология шуның нигеҙендә барлыҡҡа килгән яңы фән. Уны лингвистиканың бер йүнәлеше тип һанарға мөмкин. Ә «лингвокультурология» тигән термин һуңғы ун йыллыҡта барлыҡҡа килә. Культурология кешенең тәбиғәткә, йәмғиәткә, тарихҡа, сәнғәткә һәм йәмғиәттең башҡа өлкәләренә ҡағылышлы аң-белемен тикшерә; тел белеме – телдең төрлө моделдәрендә сағылыусы донъя һүрәтен, донъяға ҡарашты ҡарай, ә лингвокультурологияның төп предметы – үҙ-ара диалогта булған тел һәм мәҙәниәт. Тимәк, лингвокультурология халыҡтың телдә сағылған һәм телдә нығынып ҡалған мәҙәниәтен өйрәнә .
XXI быуат лингвистикаһы һүҙҙе тел берәмеге итеп кенә түгел, ә мәҙәниәт берәмеге, концепт булараҡ ҡарай.
Хәҙерге тел ғилеме донъя телдәрен яңы методология нигеҙендә төрлө принциптарҙан сығып тикшерә. Тел – ҡатмарлы күренеш, ул кешелек йәмғиәтендә бик күп функциялар башҡара. Халыҡтың милли мәҙәнилеген формалаштырыуҙа һәм үҫтереүҙә туған телдең роле баһалап бөткөһөҙ. Уны төрлө аспекттарҙа өйрәнеү менән хәҙерге тел белемендә бик күп яңы йүнәлештәр шөғөлләнә. Айырыуса функциональ лингвистика, этник лингвистика, социаль лингвистика, когнитив лингвистика, лингвофилософия, лингвофольклористика .
Был йүнәлештәр араһында айырыуса когнитив лингвистика һәм лингвокультурология йүнәлештәре хәҙерге тел теорияһында телдәрҙе өйрәнеү практикаһында актуаль проблемаларҙы (милли телдәрҙең объектив ысынбарлыҡты танып белеүҙә һәм уны сағылдырыуҙағы үҙенсәлектәре телдәрҙең милли мәҙәниәтте формалаштырыуҙағы роле, милли телдәрҙе үҫтереүҙә айырым ижади шәхестәрҙең тотҡан урыны, милли телдәрҙә концепттар системаһы, милли телдәрҙә донъя картинаһы) хәл итеүҙә ҙур әһәмиәткә эйә.
Заключение
ЙОМҒАҠЛАУ
Дуҫлыҡ” концепты һәр халыҡтың донъя картинаһында үҙәк урындарҙың береһен алып тороусы, этик характерҙағы универсаль концепттарҙың береһе.
Хәҙерге осор мәҙәниәтендә “дуҫлыҡ” концептының йөкмәткеһендә донъя диндәренән килеүсе әхлаҡи-этик башланғыстарҙың да, европа һәм көнсығыш филосифияһында үҫтерелгән концепцияларҙың да асыҡ сағылыуын күрәбеҙ. Әгәр көнбайыш мәҙәниәтендә дуҫлыҡтың индивидуаль мөнәсәбәттәрҙе характерлаусы нәмәләре (яҡын күреү, изгелек күрһәтеү шәхси файҙа, аралашыуҙан ыңғай кисерештәр алыу) үҙәккә ҡуйылһа, көнсығыш мәҙәниәтендә коллектив башланғыстар, кешеләрҙең бер идеология арҡалы берләшеүе, рухи яҡынлыҡ төп нигеҙ итеп алына. Бөгөнгө дәүерҙә дуҫлыҡ төшөнсәһенә ҡарата ошондай төрлөсә ҡараштар концепттың семантика йөкмәткеһен тәрәнәйтә барып, һәр халыҡтың тел картинаһында этно-мәҙәни йәһәттән сағылыш таба.
Халыҡ ижадында “дуҫ” һәм “дуҫлыҡ” концепттары башҡорт халҡының әхлаҡи ҡараштарын сағылдыра. Фольклор әҫәрҙәре дуҫлыҡтың изге төшөнсә булыуын, уның ярҙамсыллыҡ, тормош һынауҙарында ныҡлы нигеҙ булыуын күрһәтә. Башҡорт халыҡ ижадында дуҫлыҡ бер-береңде аңлауға, хөрмәт итеүгә һәм ышанысҡа ҡоролған үҙ-ара яҡын мөнәсәбәт булараҡ ҡарала. Дуҫлыҡ нигеҙендә уй-хыялдар уртаҡлығы, күңел яҡынлығы, бер-береңә ҡарата ихтирам тойғоһо ята. Дуҫлыҡ булған ерҙә көнләшеүгә, хаслыҡҡа, ике йөҙлөлөккә, хыянатҡа урын юҡ. Халыҡ, дуҫлыҡ бәлә килгәндә һынала, ти, ысынлап та, ауыр саҡта дуҫыңдың хәлен еңеләйтеү, ҡайғыһын уртаҡлашыу, ярҙам ҡулы һуҙыу – ысын дуҫлыҡтың сағылышы ул. Башҡорт халҡында «әхирәт», «иптәш», «таныш» төшөнсәләре лә бар, ләкин «дуҫ» һәм «дуҫлыҡ» концепттары күпкә юғырыра һәм тәрәнерәк мәғәнәгә эйә.
Список литературы
ҠУЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ
ҺӘМ СЫҒАНАҠТАР ИСЕМЛЕГЕ
1. Башҡорт теленең һүҙлеге : ике томда / Авт. И.М. Агишев һ.б.; Ред. Ә.Ғ. Биишев һ.б. – М.: Русский язык, 1993. – 862 б.
2. Башҡортса-русса һүҙлек. Төҙ. И.М. Агишев һ.б.; Яуаплы ред. З.Ғ. Ураҡсин. – М.: Дигора, 1996. – 884 б.
3. Башҡорт халыҡ ижады. Том I. / Төҙөүсеhе Ә. И. Харисов. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1954. – 304 бит.
4. Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар / Төҙөүсеhе С. Ә. Галин. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1974. – 388 бит.
5. Башҡорт халыҡ ижады. Том Х. Эпос/ Төҙөүсеhе М.Х. Сәғитов. – Өфө: Китап, 1990. – 543 бит.
6. Биишева З. Әҫәрҙәр. I-IV томдар. - Өфө: Китап, 2008. – 195 бит.
7. Вежбицкая А. Язык, культура, познание. - М., 1996. – 254 бит.
8. Вежбицкая А. Семантические универсалии и описание языков. М., 1999. – 401 бит.
9. Галин, С. А. Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады / С. А. Галин. – Өфө: Китап, 2009. – 472 бит.
10. Кейекбаев, Ж. Ғ. Хәҙерге башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһы (уҡыу ҡулланмаһы) / Ж. Ғ. Кейекбаев. – Өфө: Китап, 2002. – 237 бит.
11. Лихачев, Д. С. Концептосфера русского языка // Русская словесность. От теории словесности к структуре текста / Д. С. Лихачев. – М. : Academia, 1997. – 290 с.
12. Маслова, В. А. Введение в лингвокультурологию / В. А. Маслова. – М. : Наука, 1997. – 162 с.
13. Попова, З. Д., Стернин, И. А. Понятие «концепт» в лингвистических исследованиях / З. Д. Попова, И. А. Стернин. – Воронеж: Изд-во Воронежского университета, 1999. – 30 с.
14. Ғарипов Рәми. Әҫәрҙәр [Текст]: 1-се том. Шиғырҙар, поэмалар / Р. Ғарипов. – Өфө: Китап, 1996. – 448 б.
15. Ғарипов Рәми. Минең антологиям [Текст] / Р.Ғарипов – Өфө: Китап, 1985. – 412 бит.
16. Ғарипов Рәми. Умырзая йыры [Текст] / Р.Ғарипов. – Өфө: Китап, 1981. – 185 бит.
17. Раемгужина З.М. Вопросы отражения картины мира в башкирском языке // Научное наследие башкирских ученых-эмигрантов и вопросы современности. – Уфа, 1995. – С.70 – 72.
18. Сәмситова Л.Х. Башҡорт тел картинаһында мәҙәниәт концепттары. – Өфө, 2010. – 164 б.
19. Саяхова, Л. Г. Лингвокультурологическая концепция обучения русскому языку и учебники нового поколения / Л. Г. Саяхова. – Уфа: Китап, 2006. – 254 с.
20. Әхтәмов, М. Х. Хәҙерге башҡорт теле. Лексикология, фразеология, лексикография / М. Х. Әхтәмов. – Өфө: Китап, 2002. – 136 бит.
Тема: | «ДОНЪЯ ТЕЛ КАРТИНАҺЫНДА \» | |
Раздел: | Литература и лингвистика | |
Тип: | Курсовая работа | |
Страниц: | 25 | |
Цена: | 3000 руб. |
Закажите авторскую работу по вашему заданию.
- Цены ниже рыночных
- Удобный личный кабинет
- Необходимый уровень антиплагиата
- Прямое общение с исполнителем вашей работы
- Бесплатные доработки и консультации
- Минимальные сроки выполнения
Мы уже помогли 24535 студентам
Средний балл наших работ
- 4.89 из 5
написания вашей работы
-
Дипломная работа:
126 страниц(ы)
Инеш.4
I бүлек. Тел ғилемендә донъя тел картинаһының өйрәнелеү тарихы….
1.1. Донъя тел картинаһының өйрәнелеү тарихы.71.2. Башҡорт донъя тел картинаһының өйрәнелеү тарихы.14РазвернутьСвернуть
II бүлек. Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу” эпосында донъя тел картинаһы.22
2.1. Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу” эпосының лексик үҙенсәлектәре.25
2.2. Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу” эпосының морфологик үҙенсәлектәре.41
2.3. Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу” эпосының синтаксик
үҙенсәлектәре.53
2.4. Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу” эпосында мәҙәниәт
концепттарының ҡулланылышы.63
III бүлек. “Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу” эпосын башҡорт теле дәресендә лингвокультурологик аспектта өйрәнеү…
3.1. Башҡорт теле дәрестәрендә донъя тел картинаһын ҡулланыу алымдары.76
3.2. “Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу” эпосындағы башҡорт донъя тел картинаһын башҡорт теле дәрестәрендә ҡулланыу алымдары.83
Йомғаҡлау.91
Ҡулланылғанәҙәбиәт.94
Ҡушымта.102
-
Дипломная работа:
Лингвокультурологический аспект башкирского свадебного обряда
102 страниц(ы)
ИНЕШ.3
Ι БҮЛЕК. ЛИНГВОКУЛЬТУРОЛОГИЯ ФӘНЕНЕҢ ӨЙРӘНЕЛЕҮ ТАРИХЫ.6
1.1. Дөйөм тел ғилемендә лингвокультурология фәненең өйрәнелеү тарихы.61.2. Башҡорт тел ғилемендә лингвокультурология фәненең өйрәнелеү тарихы.18РазвернутьСвернуть
ΙΙ БҮЛЕК. БАШҠОРТ ТУЙ ЙОЛАҺЫНЫҢ ЛИНГВОКУЛЬТУРОЛОГИК АСПЕКТЫ.29
2.1. Башҡорт туй йолаһының донъя тел картинаһы….29
2.2. Башҡорт туй йолаһының концептосфераһы….43
2.3. Башҡорт туй йолаһындағы милли-мәҙәни аспекттағы лексика.56
2.4. Башҡорт туй йолаһына бәйле мәҡәл һәм әйтемдәр.63
ΙΙΙ БҮЛЕК. БАШҠОРТ ТЕЛЕ ДӘРЕСТӘРЕНДӘ ТУЙ ЙОЛАҺЫН ЛИНГВОКУЛЬТУРОЛОГИК АСПЕКТТА ҠУЛЛАНЫУ. 72
3.1. Башҡорт телен уҡытыуҙың лингвокультурологик нигеҙҙәре….72
3.2. Туй йолаһы нигеҙендә башҡорт теле дәрестәрен лингвокультурологик йүнәлештә уҡытыу.76
ЙОМҒАҠЛАУ.82
БИБЛИОГРАФИЯ….85
ҠУШЫМТА.….….96
-
Дипломная работа:
Р. Ғарипов шиғриәтендә “дуҫлыҡ” концепты
71 страниц(ы)
ИНЕШ 3
БЕРЕНСЕ БҮЛЕК. Лингвокультурология фәнендә “дуҫлыҡ” концептын өйрәнеү 8
1.1 Лингвокультурология фәненең бурыстары 81.2 Концепт тураһында дөйөм төшөнсә 16РазвернутьСвернуть
1.3 “Дуҫлыҡ” концептын өйрәнеү тарихы 22
ИКЕНСЕ БҮЛЕК. Р. Ғарипов шиғриәтендә “дуҫлыҡ” концепты 29
2.1. Рәми Ғарипов поэзияһының тел картинаһы 29
2.2 Р. Ғарипов шиғырҙарында “дуҫлыҡ” концептына
лингвомәҙәни анализ 37
2.3 Р. Ғарипов шиғриәтендә “дуҫлыҡ” концептын
сағылдырыу үҙенсәлектәре 43
ӨСӨНСӨ БҮЛЕК. Р. Ғарипов шиғриәтендә “дуҫлыҡ” концептын башҡорт теле дәрестәрендә өйрәнеү юлдары 53
3.1 Башҡорт теле дәрестәрендә концепттарҙы
өйрәнеүҙең лингвомәҙәни әһәмиәте 53
3.2 Р. Ғарипов шиғриәтендә “дуҫлыҡ” концептын уҡытыу
аша балаларҙың лингвомәҙәни компетенцияларын үҫтереү 56
ЙОМҒАҠЛАУ 66
-
Дипломная работа:
Художестволы тексты тӘржемӘлӘҮ ҮҘенсӘлектӘре ҺӘм уларҘы уҠыу процессында Ҡулланыу
78 страниц(ы)
Инеш.6
I БҮЛЕК. ТЕЛ ШӘХЕСЕ ҺӘМ УНЫҢ ЛИНГВОКУЛЬТУРОЛОГИЯЛА УРЫНЫ….….7
1.1. Лингвокультурологияның өйрәнелеү тарихы.141.2. Тел шәхесе төшөнсәһе һәм өйрәнелеү тарихы.22РазвернутьСвернуть
II БҮЛЕК. “ТУҒАНДАР ҺӘМ ТАНЫШТАР” РОМАНЫНДА ТЕЛ ШӘХЕСЕ БУЛАРАҠ ЖӘЛИЛ КЕЙЕКБАЕВ….23
2.1. Жәлил Кейекбаевтың “Туғандар һәм таныштар” романында тел шәхесе булараҡ анализлауҙа лексик-грамматик саралар…23
2.1.1. Лексик саралар….33
2.1.2. Морфологик саралар….…36
2.1.3. Синтаксик саралар….38
2.2. Тел шәхесе булараҡ Ж.Ғ. Кейекбаевтың “Туғандар һәм таныштар” романында лингвокогнетив тел картинаһы….….42
III БҮЛЕК. БАШҠОРТ ТЕЛЕ ДӘРЕСТӘРЕН ЛИНГВОКУЛЬТУРОЛОГИК ЙҮНӘЛЕШТӘ УҠЫТЫУ ҮҘЕНСӘЛЕКТӘРЕ….43
3.1. Лингвокультурологияның уҡытыу процесында ҡулланылыуы…49
3.2 Башҡорт теле дәрестәрендә Ж. Кейекбаевты тел шәхесе булараҡ өйрәнеү ….63
ЙОМҒАҠЛАУ .66
ҠУЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ ИСЕМЛЕГЕ.73
-
Дипломная работа:
48 страниц(ы)
Инеш.
I бүлек. Тел ғилемендә концепттарҙың өйрәнелеү тарихы.
1.1. Дөйөм тел ғилемендә концепттарҙың өйрәнелеү тарихы.1.2. Башҡорт тел ғилемендә концепттарҙың өйрәнелеү тарихы.РазвернутьСвернуть
II бүлек. Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесында әҙәп-әхлаҡ концепттары.
2.1. Намыҫ концепты.
2.2. Гонаһ концепты.
2.3. Оят концепты
III бүлек. Башҡорт теле дәрестәрендә Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесы миҫалында әҫәп-әхлаҡ концепттарын өйрәнеү.
3.1.Башҡорт теле дәрестәрен лингвокультурологик йүнәлештә уҡытыу.
3.2. Башҡорт теле дәрестәрендә Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесы миҫалында әҙәп-әхлаҡ концептарын ҡулланыу алымдары.
-
Дипломная работа:
Лингвокультурологический анализ концепта «количество» в русском и башкирском языках
75 страниц(ы)
Инеш.7
I БҮЛЕК. ЛИНГВОКУЛЬТУРОЛОГИЯ ҺӘМ КОНЦЕПТТАРҘЫҢ ӨЙРӘНЕЛЕҮ ТАРИХЫ
1.1. Тел ғилемендә концепттарҙың өйрәнелеү тарихы.191.2. Башҡорт тел ғилемендә концепттарҙың өйрәнелеү тарихы.27РазвернутьСвернуть
II БҮЛЕК. ГӨЛСИРӘ ҒИЗЗӘТУЛЛИНАНЫҢ ПОВЕСТАРЫНДА “ҺАН” КОНЦЕПТЫ
2.1 Гөлсирә Ғиззәтуллинаның повестарында “һан” концептына лингвокультурологик анализ.35
2.2 Гөлсирә Ғиззәтуллинаның повестарында “һан” концептының лексик-семантик үҙенсәлектәре .61
Йомғаҡлау.64
Ҡулланылған әҙәбиәт исемлеге.75
Не нашли, что искали?
Воспользуйтесь поиском по базе из более чем 40000 работ





-
Курсовая работа:
Строение диалога в башкирском языке
28 страниц(ы)
Инеш.3
1. Башҡорт телендә диалогтарҙың өйрәнелеү тарихы.6
1.1. Тел ғилемендә диалогик текстарҙың өйрәнелеү тарихы .61.2. Диалогик телмәр хаҡында төшөнсә.11РазвернутьСвернуть
2. Башҡорт телендә диалогтарҙың төҙөлөшө.15
2.1. Диалогтарҙың структура – семантик төҙөлөшө.15
2.2. Диалогтарҙа тыныш билдәләренең әһәмиәте.18
2.3. Диалогтарҙың төрҙәре.21