
«Әҙәбиәт дәрестәрендә ерле фольклор материалдарын файҙаланыу» - Дипломная работа
- 24.05.2021
- 79
- 2083
Содержание
Введение
Выдержка из текста работы
Заключение
Список литературы

Автор: navip
Содержание
ИНЕШ.3
I БҮЛЕК. ӘБЙӘЛИЛ РАЙОНЫНЫҢ ФОЛЬКЛОРЫ.
1.1. Әбйәлил районы фольклорының жанр йөҙө.6
1.2. Әбйәлил районы сәсәндәре ижадын мәктәптә өйрәнеү.20
II. БҮЛЕК. ӘҘӘБИӘТ ДӘРЕСТӘРЕНДӘ ЕРЛЕ ФОЛЬКЛОР МАТЕРИАЛДАРЫН ФАЙҘАЛАНЫУ.
2.1. VII класта легенда-риүәйәттәрҙе өйрәнеү.37
2.2. Этнопедагогик тәрбиә биреүҙә йола фольклоры.57
ЙОМҒАҠЛАУ.74
ҠУЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ.76
Введение
Әҙәбиәт дәрестәрендә уҡытыусылар үҙ эшмәкәрлегендә күпселек осраҡта башҡорт халҡының фольклорына мөрәжәғәт итә. Шуның өсөн дә сығарылыш квалификация эшендә тап шул фольклорҙы ҡулланыуҙы маҡсатҡа ярашлы тип таптыҡ. “Фольклор – инглиз һүҙе, халыҡ аҡылы тигәнде аңлата. Хәҙерге фәнни мәғәнәһендә фольклор – халыҡтың ижади эшмәкәрлегенең, атап әйткәндә, борон-борондан донъяны нәфис күҙлектән танып-белергә тырышыуының конкрет кәүҙәләнеше – милли художество кәүҙәләнеше ул. Тарихи ҡараһаң, унда ысынлап та ижадсы халыҡтың аңы, рухи йөҙө, тәрән аҡылы, художество талантлы сағыла. Ахыр сиктә халыҡтың үҙенең поэтик образы тарихи үҫештә һәм мөһабәт бер күркәмлегендә алда бара”.
Дөйөм алғанда, был поэтик образ ифрат күп яҡлы, күп ҡырлы.
Ә беҙҙең сығарылыш квалификация эшебеҙҙең темаһы: «Әҙәбиәт дәрестәрендә ерле фольклор материалдарын файҙаланыу (Әбйәлил районы миҫалында)».
Теманың актуаллеге. Киң мәғлүмәт, дөйөм компьютерлаштырыу, глобалләштереү заманында халҡыбыҙҙың рухи ынйыларына, атап әйткәндә, ерле халыҡтың фольклорына мөрәжәғәт итеү итеү бөгөнгө күҙлектән ҡарағанда үтә ваҡытлы һәм актуаль. Рухи ҡиммәттәрһеҙ, үткәндәрһеҙ бөгөнгөнө, киләсәкте күҙаллау бик ауыр. Рухиәткә, асылға ҡайтыу халыҡтың нигеҙен, үҙ ҡиммәтен һаҡларға ярҙам итәсәк. Ерле халыҡтың фольклорын өйрәнеү, уны туплау, һаҡлап ҡалыу һәм киләсәк быуынға еткереү бөгөнгө фән һәм беҙҙең өсөн оло бурыстарҙың береһе булып тора.
Ғилми яңылығы. Хеҙмәттә әҙәбиәт дәрестәрендә ерле фольклорҙың материалдарын файҙаланыу мөмкинлектәре, юлдары тәҡдим ителде, уның әһәмиәте билдәләнде. Әбйәлил районының ерле фольклоры жанырҙарын дәрестә һәм кластан тыш эшмәкәрлектә өйрәнеү методикаһы бирелде.
Теманың өйрәнелеү кимәле. Ғөмүмән башҡорт фольклоры хаҡында тәүге яҙма мәғлүмәттәр С.Ә. Галин, “Фольклор термины әле 1846 йылда уҡ инглиз ғалимы, археолог Уильям Джон Томс тарафынан уйлап сығарылған һәм инглизсә (folk-lore) халыҡ аҡылы, халыҡ белеме тигән мәғәнәгә тап килгән. Фольклор тигәндә ул халыҡтың йолаларына, ғөрөф-ғәҙәтенә, һәр төрлө ышаныуҙарына бәйле этнографик материалды һәм баллада, мәҡәл кеүек ижад төрҙәрен күҙ уңында тотҡан. Ләкин фән тарихында был терминдың тиҙ генә таралып китмәүе билдәле. Атап әйткәндә, рус ғалимдары XIX быуатта ла, XX быуат башында ла, халыҡ ижады хаҡында һүҙ барғанда, “устная поэзия”, “народная словестность”, “устная словестность” кеүек атамаларҙы ҡулланыр булғандар. Башҡорт, татар яҙыусылары һәм ғалимдары ла йырҙар һәм ҡобайырҙар, әкиәттәр һәм легендалар хаҡында яҙғанда, был осорҙа халыҡ әҙәбиәте тигән термин менән эш иткәндәр. Ғабдулла Туҡай, мәҫәлән үҙенең боронғо йырҙар хаҡындағы лекцияһын 1910 йылда “Халыҡ әҙәбиәте” исеме аҫтында китап итеп сығарған. Халыҡ әҙәбиәте термины егерменсе йылдарҙа, хатта утыҙынсы йылдарҙың баштарында ла киң ҡулланылып йөрөй. Миҫал өсөн шул йылдарҙа баҫылған ҡайһы бер мәҡәләләрҙең исемдәренә иғтибар ите үҙә етә. “Халыҡ әҙәбиәтенән үрнәктәр”, “Халыҡ поэзияһы тураһында”.
Фәндә фольклор терминының ныҡлап урын алыуы утыҙынсы йылдарға, атап әйткәндә, СССР Яҙыусыларының I съезынан һуңғы осорға ҡайтып ҡала. Максим Горький үҙенең ошо съезда һөйләгән докладында һәм йомғаҡлау һүҙендә тик фольклор терминын ғына ҡулланып сығыш яһай, уға ҙур баһа бирә, яҙыусыларҙы фольклорҙы йыйырға, өйрәнергә саҡыра, “Һүҙ сәнғәтенең башы - фольклорҙа”, тип билдәләй. Егерменсе, хатта утыҙынсы йылдарҙың баштарында ла, халыҡ ижадына ҡарата төрлө ҡараштар (берәүҙәр уны иҫкелек ҡалдығы тип һанап, фольклор мираҫынан баш тартырға саҡыра, икенселәр, киреһенсә, уны яңы культураның, әҙәбиәттең ерлеге тип, күккә күтәреп маҡтай) йәшәп йәшәп килгән бер осорҙа Максим Горкийҙың сығышы халыҡ ижадына ҡарата урынлы баһа биреү булып яңғыраны. Фольклорҙы күпләп йыйыу, уны өйрәнеү, баҫтырып сығарыу, мәктәптәрҙә, юғары уҡыу йорттарында уҡытыу ҙа тап ошо йылдарҙа башланып китте.” (Галин С., 2004: 5-6-сы бб.)
Әҙәбиәт буйынса кластан тыш эштәрҙе ойоштороуҙа ла фәнни нигеҙҙә эшләнгән методика, дидактик материалдар төп арсенал булып тора. Кластан тыш эштәрҙе ойоштороу методикаһын үҫтереүгә Н.К.Крупская, А.В. Луначарский, Ғ.М. Әҙһәмова, М.Ғ. Ғималова, Ә.З. Ниғмәтуллин, В.А. Сухомлинский ҙур хеҙмәт өлөшө индергән.
Сығарылыш квалификация эшенең бурыстары һәм маҡсаттары. Сығарылыш квалификация эшенең төп маҡсаты булып, Әбйәлил районы фольклорын өйрәнеү, фольклор терминын аныҡлау, Әбйәлил районы фольклорын йыйыу, уларҙы тикшереү, ерле фольклор материалдарын әҙәбиәт дәрестәрендә файҙаланыу һәм системалы өйрәнеү тора. Был маҡсатҡа ирешеү өсөн түбәндәге бурыстар ҡуйылды:
- Ерле алыҡтың фольклорының әһәмиәтен өйрәнеү һәм билдәләү;
- Фольклор терминын асыҡлау;
- Әбйәлил районының фольклорын йыйыу; уларҙы системаға һалыу, дөйөм күҙәтеү яһау;
- Башҡорт халыҡ ижадын мәктәптә өйрәнеү методикаһына байҡау яһау;
- Мәктәптә ерле фольклорҙы өйрәнеүгә арналған дәрес өлгөләре менән танышыу.
Хеҙмәттең объекты: Әбйәлил районы, ә предметы – ерле халыҡтың фольклоры
Эштең яңылығы: Бөгөнгө көнгә тиклем әҙәбиәт дәрестәрендә ерле халыҡтың фольклорын өйрәнеү булманы, ә бары тик дөйөм башҡорт халҡының ғына фольклоры ҡаралды. Ерле халыҡтың фольклор жанры мәктәптәрҙә ҡаралмаған тип әйтерлек һәм шуға күрә диплом эшендә был тәү тапҡыр өйрәнелә тиергә мөмкин.
Эштең теоретик һәм практик әһәмиәте: Эш барышында фольклор материалдары буйынса мәғлүмәттәр йыйылды. Диплом эшенең һөҙөмтәләрен башҡорт халыҡ ижады өлкәһендә артабан үткәреләсәк тикшеренеүҙә ҡулланырға мөмкин. Шулай уҡ, курс һәм диплом эштәре яҙғанда ярҙамсы сығанаҡ.
Тикшеренеү эшенең сығанаҡтары: Фактик материалдар башҡорт халыҡ йыйынтыҡтарынан, Салауат Галиндың “Тел асҡысы халыҡта” китабынан, Әбйәлил районында йәшәгән оло быуын кешеләренән, ағинәйҙәрҙән һәм Әбйәлил районы сәсәниәләренән яҙып алынды.
Тикшеренеү методтары: диплом эшен яҙғанда синтезлау һәм сағыштырыу, аналитика алымдары ҡулланылды.
Структураһы: инеш өлөштән, ике бүлектән, йомғаҡлауҙан, ҡулланылған әҙәбиәт исемлегенән тора. Инеш өлөшөндә сығарылыш квалификация эштең актуаллеге, ғилми күҙлектән өйрәнелеүе, ғилми эштең маҡсаты һәм бурыстары, тикшеренеү алымдары һәм методтары яҡтыртыла. Тәүге бүлектә Әбйәлил районының фольклоры тикшерелһә, ә икенсе бүлек әҙәбиәт дәрестәрендә ерле фольклор материалдарын файҙаланыу булды.
Выдержка из текста работы
I БҮЛЕК. ӘБЙӘЛИЛ РАЙОНЫНЫҢ ФОЛЬКЛОРЫ
1.1. Әбйәлил районы фольклорының жанр йөҙө
“Фольклор термины әле 1846 йылда уҡ инглиз ғалимы, археолог Уильям Джон Томс тарафынан уйлап сығарылған һәм инглизсә (folk-lore) халыҡ аҡылы, халыҡ белеме тигән мәғәнәгә тап килгән. Фольклор тигәндә ул халыҡтың йолаларына, ғөрөф-ғәҙәтенә, һәр төрлө ышаныуҙарына бәйле этнографик материалды һәм баллада, мәҡәл кеүек ижад төрҙәрен күҙ уңында тотҡан. Ләкин фән тарихында был терминдың тиҙ генә таралып китмәүе билдәле. Атап әйткәндә, рус ғалимдары XIX быуатта ла, XX быуат башында ла, халыҡ ижады хаҡында һүҙ барғанда, “устная поэзия”, “народная словестность”, “устная словестность” кеүек атамаларҙы ҡулланыр булғандар. Башҡорт, татар яҙыусылары һәм ғалимдары ла йырҙар һәм ҡобайырҙар, әкиәттәр һәм легендалар хаҡында яҙғанда, был осорҙа халыҡ әҙәбиәте тигән термин менән эш иткәндәр. Ғабдулла Туҡай, мәҫәлән үҙенең боронғо йырҙар хаҡындағы лекцияһын 1910 йылда “Халыҡ әҙәбиәте” исеме аҫтында китап итеп сығарған. Халыҡ әҙәбиәте термины егерменсе йылдарҙа, хатта утыҙынсы йылдарҙың баштарында ла киң ҡулланылып йөрөй. Миҫал өсөн шул йылдарҙа баҫылған ҡайһы бер мәҡәләләрҙең исемдәренә иғтибар ите үҙә етә. “Халыҡ әҙәбиәтенән үрнәктәр”, “Халыҡ поэзияһы тураһында”. (Галин С. 2004: 5-6-сы бб.)
“Фәндә фольклор терминының ныҡлап урын алыуы утыҙынсы йылдарға, атап әйткәндә, СССР Яҙыусыларының I съезынан һуңғы осорға ҡайтып ҡала. Максим Горький үҙенең ошо съезда һөйләгән докладында һәм йомғаҡлау һүҙендә тик фольклор терминын ғына ҡулланып сығыш яһай, уға ҙур баһа бирә, яҙыусыларҙы фольклорҙы йыйырға, өйрәнергә саҡыра, “Һүҙ сәнғәтенең башы - фольклорҙа”, тип билдәләй. Егерменсе, хатта утыҙынсы йылдарҙың баштарында ла, халыҡ ижадына ҡарата төрлө ҡараштар (берәүҙәр уны иҫкелек ҡалдығы тип һанап, фольклор мираҫынан баш тартырға саҡыра, икенселәр, киреһенсә, уны яңы культураның, әҙәбиәттең ерлеге тип, күккә күтәреп маҡтай) йәшәп йәшәп килгән бер осорҙа Максим Горкийҙың сығышы халыҡ ижадына ҡарата урынлы баһа биреү булып яңғыраны. Фольклорҙы күпләп йыйыу, уны өйрәнеү, баҫтырып сығарыу, мәктәптәрҙә, юғары уҡыу йорттарында уҡытыу ҙа тап ошо йылдарҙа башланып китте”. (Галин С. 2004: 6)
“Ләкин шуны әйтергә кәрәк, фольклор терминының мәғәнәһе фәндә әле һаман асыҡланып бөтмәгән, һәм был хаҡта, айырыуса сит ил ғалимдары араһында, ҡыҙыу-ҡыҙыу бәхәстәр бара. Бер төркөм ғалимдар был терминды элек - электән үтә киңәйтелгән мәғәнәһендә ҡулланып киләләр. Был осраҡта фольклор тигәндән халыҡтың поэтик ижады ғына түгел, ә уның бөтә рухи һәм матди культураһы күҙ уңында тотола. Бындай ҡараш буйынса, фольклор, ғөмүмән, халыҡ традицияларын өйрәнә, һәм ул этнография фәне менән бергә ҡушыла. Ҡыҫҡаһы, фольклор, йыр, әкиәт, мәҡәл, йомаҡтар менән бер рәттән, алыҡтың аш-һыу, кейем-һалым, йорт-ҡура, биҙәкләү, семәрләү, нағыш сигеү һ.б. кеүек матди культураһына ҡараған традиция өлкәләрен дә, ғаилә тормошона, халыҡтың диненә, теленә бәйләнешле яҡтарҙы ла өйрәнергә тейеш була. Франциялағы, Югославиялағы, Англиялағы күп кенә ғалимдар әле лә фольклорҙы бына ошондай ҡараштан сығып өйрәнә. Бындай ҡараштың нигеҙендә халыҡ ижадының синкретик характерҙа булыуы, йәғни унда фән һәм сәнғәттең төрлө төрҙәре элементтарының бергә ҡушылып килеүе ята. Терминды ошо рәүешле үтә киңәйтелгән мәғәнәһендә ҡулланыу халыҡ ижадының тәбиғәтен аңлатыуҙы еңеләтмәй, ә киреһенсә, ҡыйынлаштыра ғына, сөнки халыҡ ижады тигәндә беҙ уның поэтик эшмәкәрлеген генә өйрәнергә күнеккәнбеҙ. Тора-бара, бәлки, беҙҙә был терминды киң мәғәнәһендә ҡулланып өйрәнеү ғәҙәти күренеш булыр.
Беҙҙең илдә күптән инде фольклор термины үҙенең тарайтылған мәғәнәһендә ҡулланылып килә, йәғни фольклор тигәндән, нигеҙҙә, халыҡтың һүҙ сәнғәте генә күҙ уңында тотола. Фольклор – ул хеҙмәт халҡының быуаттар буйы туплана килгән тормош тәжрибәһен, уның философик һәм эстетик ҡараштарын сағылдырған поэтик әҫәрҙәр: иртәктәр һәм ҡобайырҙар, мәҡәләдәр һәм әйтемдәр, йомаҡтар һәм бәйеттәр һ.б.
Илебеҙ тарихындағы совет осоро фольклористикаһы халыҡтың поэтик мираҫына ҡарата бер үк мәғәнәлә фольклор атамаһын да, халыҡ ижады атамаһын да ҡуллана һәм ике осраҡта ла, нигеҙҙә, халыҡтың һүҙ сәнғәтен, ауыҙ-тел ижадын күҙ уңында тота”.
Ләкин фольклор халыҡтың һүҙ сәнғәте: йыры, әкиәте йә булмаһа ҡобайыры, бәйете генә түгел, ә уның быуаттар буйы туплана килгән рухи культураһы, рухи байлығы”. (Галин С. 2004: 6-7)
Һәр бер халыҡтың үҙҙәренең ерлегенә генә хас үҙ фольклоры: йолалары, ҡобайырҙары, йырҙары, таҡмаҡтары, бәйеттәре, төрлө-төрлө легенда-риүәйәттәре һәм ырым-ышаныуҙары була. Һәм уларҙың барыһы ла тиерлек һаҡланып, телдән телгә күсеп беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткәндәр. Әбйәлил районына килгәндә инде ул фольклорға бик бай райондарҙан һанала. Шуларҙың араһында иң киң таралаған жанрҙарҙың береһе таҡмаҡтар.
“Таҡмаҡ – йырҙың еңел көйгә әйтелеп, бейеү хәрәкәтен оҙатыусы бер төрө. Үҙенең килеп сығышы менән таҡмаҡтар туранан-тура “Гөлнәзирә”, “Мөғлифә”, “Ҡарабай”, “Зарифа” кеүек бейеү йырҙарына барып тоташа һәм бейеү йыры традицияларын яңы шарттарҙа дауам итә. Ул һәр ваҡыт уйын, бейеү менән бергә йәшәй, төп вазифаһы – бейеүҙе, уйынды оҙатыу. Икенсе төрлө итеп әйткәндә, таҡмаҡ бейеү, төрлө уйын ваҡытында ҡурай, ҡумыҙ, гармун кеүек музыка ҡоралдары башҡарған вазифаны үтәй. Шуға ла таҡмаҡтар үҙҙәренең ҡыҫҡалығы, ритмик аныҡлығы меән айырылып тора”. (Галин С., 1993: 176)
“Таҡмаҡ ҡыҫҡа йырҙарға яҡын тора, поэтик яҡтан ҡарағанда, улар араһындағы айырманы билдәләүе лә ауыр. Шуға күрә лә күп кенә ҡыҫҡа йырҙар таҡмаҡ, ә таҡмаҡтар ҡыҫҡа йыр булып йөрөргә мөмкин. Әммә йырҙарҙан айырмалы рәүештә, таҡмаҡ йырланмай, ә әйтелә.
Таҡмаҡтарҙың бер нисә төрө бар:
1. Бейеү таҡмаҡтары. Уларҙың төп вазифаһы – бейеүҙе оҙатыу, шуға күрә улар бейеүҙең үҙенән айырылғыһыҙ. Бейеү таҡмаҡтарының бер төркөмөн өндәү таҡмаҡтары тәшкил итә. Уларҙың тағы бер төркөмө – атама таҡмаҡтар. Улар туранан-тура бейеүсенең үҙенә арнап сығарыла. Был осраҡта таҡмаҡ бейеүсенең холоҡ-ҡылығына, эшенә, тормошондағы айырым моменттарға баһа бирә, йыш ҡына юмористик төҫ ала.
2. Уйын таҡмаҡтары. Бындай таҡмаҡтар төрлө йыйын, һабантуйҙарҙа ойошторола торған уйындарҙы, бейеүҙәрҙе оҙатыу өсөн әйтелә. Уйын таҡмаҡтарының күпләп таралыуында халыҡта борон-борондан йәшәп килгән “аулаҡ өй” йолаһы ла билдәле роль уйнаған. (Салауат Галин “Тел асҡысы халыҡта”1993 йыл)” (Галин С., 1993: 176)
Алдан әйтеп китеүебеҙсә таҡмаҡтарҙың бер нисә төрө була, улар көлдөрә лә, илата ла, уйландыра ла. Ана шундай таҡмаҡтар Әбйәлил районында ла киң таралған һәм әлеге көнгәсә һаҡланып йәшәп килә. Сөнки, Әбйәлил районы таҡмаҡтарға бик бай район тип әйтһәк һис тә яңылыш булмаҫ. Күпселек таҡмаҡтар кемдәрҙеңдердер берәй етешһеҙлегенә төрттөрөп әсе көлгән, шулай уҡ бал да май өҫтөндә генә йөҙгән, үҙҙәрен генә ҡайғыртҡан етәкселәргә һәм байҙарҙа арналған. Быларҙың барыһы ла хәҙерге заманға арналып сығарылған. Мәҫәлән:
1. Беҙҙең урам аҡбалсыҡ –
Бата күрмә, атлап сыҡ.
Ҡоҙа көлә, үәт, был әбей,
Натуральный маҡтансыҡ! (Вәлеева Л. )
Был таҡмаҡ маҡтансыҡ, үҙҙәрен әллә кем итеп күрһәтергә тырышҡан әҙәмдәргә арнап сығарылған. Шуға күрә бында кешеләрҙе маһаймаҫҡа, ябай, танау күтәреп маҡтанып йөрөмәҫкә һәм кешелекле булырға өндәй.
2. Үтәбайҙар көрсөктә лә,
Илебеҙҙе талайҙар.
Эсәр һыуға һалым түләй,
Пенсионер бабайҙар. (Ләлә Вәлеева, Әбйәлил районы)
3. Бай булып ҡылана Мәскәү,
Эсен һыйпап кирелә.
Ниндәй ярҙам ебәрә һуң,
Беҙҙең ауыл еренә.
Был дүрт юллыҡтарҙа иһә ябай халыҡтың “үтәбайҙар”, йәғни етәкселәр тарафынан таланыуы һәм халыҡҡа ярҙам итәбеҙ тип һүҙ һөйләгән хужалар һаҡында һүҙ бара. Дөрөҫөн әйткәндә, социаль тигеҙһеҙлек хөкөм һөрә. Хәҙерге көндә лә был тигеҙһеҙлекте һәм ябай халыҡтың юғары ла ултырғандарҙан таланыуын күрәбеҙ. Был тема бөгөнгө көндә проблемаларҙың береһен биләй.
Хәҙерге заманда мода артынан ҡыуыусылар бик күбәйҙе. Быны айырыуса сәхнә әртистәрен дә күрергә була. Сит илде эләктәйем тип нимәләр генә ҡыландырып кейеп сыҡмайҙар. Оломон йәки йәшмен тип ҡарап тормайҙар ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәренең түштәрен асып, кендектәрен күрһәтеп, ә ҡайһы берендә индә бот төбөнән генә салбар, юбка кейеп сығалар. Шуныһы үкенесле, хәҙерге заманда, ауырлы ҡатындар араһында ла эстәрен күрһәтеп йөрөү модаға инеп инеп китте. Улар эстәрен белендереп күлдәк, футболка йә булмаһа һығып торған салбар кейеп эстәрен ярым-асыҡ күрһәтеп йөрөйҙәр. Бөтә булған насар уйлы кешеләрҙең ҡара көстәре (энергияһы) шул балаға төшә, ул ғына ла түгел, ҡайһы бер ауырлы ҡатындарҙың ҡулдарында иҫерткес эсемлекте күрергә була. Шул арҡала күп кенә балалар донъяға ауырыу булып тыуа. Быға әлбиттә буласаҡ әсәләр үҙҙәре ғәйепле. Ә бына борон башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары киң күлдәктәр кейеп, кеше күҙенә эстәрен күрһәтеп йөрөмәгәндәр, эс күрһәтеп йөрөү гонаһ булған. Улар үҙҙәрен һаҡлар өсөн алҡа, муйынсаҡ, түшелдерек, беләҙектәр тағып йөрөгәндәр, кешенең күҙе иң беренсе шул биҙәүес әйберҙәренә төшкән һәм улар баланы төрлө насар энергетиканан һаҡлаған. Шуның өсөндә ул замандарҙа балалар һау-сәләмәт, ныҡ булып донъяға килгән.
Эстәрен күрһәтеп, ярым-яланғас кейенеп йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙарға киләһе таҡмаҡ тап килеп тора:
Йыраусы, бейеүсе ҡыҙҙар
Ярым яланғас ҡалған,
Әхирәттә был заттарҙы
Ғәфү ҡылырмы Аллам! (Садиҡова, 2015: 72 )
Ошондай таҡмаҡтарҙы уҡып көлөргә лә, иларға ла, уйланырға ла урын бар. Йәш әсәләр, ҡатын-ҡыҙҙар ошо таҡмаҡтарҙы уҡып үҙҙәренә фәһем алырҙар. Сөнки, киләсәккә бынанмын тигән баһадир улдар, һылыу ҡыҙҙар үҫтереү ҡатын-ҡыҙҙың бурысы.
Беҙҙең тормошобоҙҙо үҙенең зәһәр уты менән ялмап алған, күп кенә ирҙәрҙе, ҡатын-ҡыҙҙарҙы, хатта бала сағаны насар юлға баҫтырған һәм күптәрен йәшләй генә гүр эйәһе иткән эскелек проблемаһы ла таҡмаҡтарҙа үҙ урынын алған. Эскелек тураһында Ағинәйҙәр әсенеп тә, көлөп һәм төрттөрөп тә үҙ таҡмаҡтарында былай тип яҙа:
1. Ҡара халыҡ – ҡара һарыҡ,
Улар менән кәңәш юҡ.
Эскелектетыйыусы юҡ,
Донъя түңәрәк – кәләш юҡ.
2. Эй, дуҫҡайым, һиңә әйтәм,
Яңы йыл кисәһендә
Саманы бел, батып ҡуйма
Араҡы шешәһенә. (Ләлә Вәлеева, Әбйәлил районы)
Ошо таҡмаҡтарҙы уҡығандан һуң уйланһын ине халыҡ.
Был таҡмаҡтарҙан тыш, халыҡты дәртләндереп бейергә төшөргән бейеү таҡмаҡтары ла һанап бөтөргөһөҙ күп. Миҫалға, Әбйәлил районында йәшәүсе сәсәниә Хәнифә Әүбәкированың бейеү таҡмаҡтарын ҡарап китәйек
1. Ағиҙелдең аръяғында
Кәртешкә тараталар.
Таҡмаҡ әйтергә белмәйҙәр
Бейергә яраталар.
2. Бейе әле, бейе әле,
Бейеүеңә бер тауыҡ
Улда булһа һауын тауыҡ
Эсерһең һөтөн һауып.
3. Мөнирәбеҙ йәш сағында
Өфөлә бейеп йөрөй.
60 йәште үттем тимәй
Әле лә елеп йөрөй.
4. Һыу буйында һары сәскә
Һары май тиһеңме әллә?
Үҙем әйтеп, үҙем бейеп
Арымай тиһеңме әллә?
Ниндәй генә байрамдар, ижад кисәләре, концерттар булмаһын, ағинәйҙәр бер уҙарҙан ярышып, һәр ваҡыт ошондай дәртле таҡмаҡтары менән бар халыҡты елкендереп, бейетергә төшөрә. Халыҡ рәхәтләнеп күңел асып, уйнап-көлөп, бейеп-йырлап ҡайтып китә. Бындай таҡмаҡтарҙы Һабантуй байрамдарында һәм шәжәрә байрамдарында йыш ишетергә тура килә.
1993 йылдың 12 декабренән башлап 2010 йылдың 15 июленә тиклем Башҡортостаныбыҙҙың беренсе Президенты булып торған Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа ла арнап, уның халыҡҡа күрһәткән изгелектәрен данлап Ағинәйҙәр таҡмаҡтар һәм шиғырҙар сығарғандар:
“Зәңгәр ут” өйҙө йылыта,
Утын түгел усаҡта.
Алла бирһә, бирешмәбеҙ,
Мортазабыҙ һау саҡта.” (Ләлә Вәлеева, Әбйәлил районы)
Тип Ләлә Вәлеева ил ағаһы Мортаза Рәхимовҡа таҡмаҡ әйтһә, ә Вәсилә Садиҡова уға бағышлап былай тип шиғыр яҙған:
“Илде ҡулыңа алдың шул
Юлһыҙ ергә юл һалдың.
Башҡорттарым уҡыһын тип,
Һанһыҙ мәктәптәр һалдың.
Балаларым ишәйһен тип,
Пособие өҫтәйһең.
Һаулыҡ бирһен Хоҙай һиңә –
Халҡым, тиеп йәшәйһең.
Таяуҙарыңа таянып,
Ғорур баҫып атлайһың,
Дүртенсе мөҙҙәтендә лә
Ышанысты аҡларһың.” (Садиҡова, 2015: 103)
Бына шундай таҡмаҡтар йәшәй Әбйәлил районы ерлегендә. Быларҙан тыш, һанап китһәң таҡмаҡтарҙың төрлөһө бар. Мәҫәлән шаян таҡмаҡтар бихисап күп. Уларҙы һәр сәсниәнең ижадында осратырға була. Районыбыҙҙың шундай таҡмаҡтарға бай булыуына ғорурланырға ғына була.
Ҡыҙ балала әсәлек хисен үҫтереүҙә бишек йырҙарының әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Башҡорт бишек йырҙарын бәләкәйҙән ишетеп үҫкән бала көслө рухлы, үҙ-үҙенә ышаныусан булып үҫә. Бишек йырҙары – башҡорт рухиәтенең иң боронғо көйлө һүҙе. Әбйәлил районы ерлегенә генә хас үҙ бишек йырҙары бар. Мәҫәлән шулар араһында киң таралған бишек йырҙарының береһе:
“Йоҡла, йоҡла, йом күҙең,
Йом-йом күҙең, йондоҙом.
Кистән йоҡоң ҡала ла,
Илап үтә көндөҙөң,
Әли-бәлли-бәү.
Әли-бәлли иткәс тә,
Өлкән булып китер ул,
Мәҙрәсәгә киткәс тә,
Ғалим булып ҡайтыр ул.
Ғалим булып киткәс тә,
Илгә хеҙмәт итер ул.” (Садиҡова, 2015: 78)
Был бишек йырында әсә тылсымының бөтөн сифаты асыла. Әле һүҙҙәрҙең асылын да аңламаған, белеп тә бөтмәгән, үҙенең теле лә асылмаған балаға күпме яҡшылыҡ теләй һәм матур ҙа, йөкмәткеле башҡорт теле дәресе бирә әсә! Баланың төпкөл ҡан хәтере, аңы ошоно ҡабул итә һәм ул изгелек хаҡында тыңлап, ойоп йоҡлап китә. Бишек йырҙары аша баланы тәрбиәләгәндәр. Юҡҡа ғына боронғолар әйтмәгәндәр бит: “Тәрбиә бишектән башлана” тип.
Мөнәжәттәр, ҡобайырҙар һәм әйтештәр шулай уҡ бөгөнгө көндә ерле халыҡта киң популярлыҡ яулап тора.
“Мөнәжәт (ғәрәпсә – аллаға ялбарыу, маҡтау һүҙҙәре әйтеү). Башҡорт халыҡ ижадында мөнәжәт тип бәйеттәрҙең өгөт-нәсихәт, кәңәш биреүгә ҡорлған, тәрбиәүи мотивтар менән һуғарылған бер төрөнә әйтәләр. Ҡағиҙә булараҡ, ул мотлаҡ рәүештәдини доғалар уҡылған көй менән башҡарыла.
Билдәле, мөнәжәттәрҙә өгөт-нәсихәт йыш ҡына дин күҙлектән сығып бирелә (мәҫәлән, алла хаҡына яуызлыҡтан, насар эштәрҙән тыйылып тороу, гонаһ ҡылмау, йәғни ғәйепкә һанарлыҡ, ярамай торған эш эшләмәү, әҙәпле булыу һ.б.). ләкин шуныһы ла асыҡ аңлашыла: дин ни хәтле генә кешеләргә “теге донъяны” маҡтап һөйләһә лә, мөнәжәттәрҙә халыҡ реаль тормошто, донъялағы йәшәүҙе данлай, ошонан сығып ғүмерҙең ҡәҙерен белеп йәшәргә саҡыра.” (Галин, 1993: 132)
Ерле халыҡтың мөнәжәттәрен ҡарап киткәндә, уларҙа барыбыҙҙы ла борсоған мәсьәләләр яҡтыртылған. Әйткәндәй, дини мотивтар, айырыуса, Әбйәлил районының күренекле сәсәниәһе Вәсилә Садиҡованың мөнәжәттәрендә асыҡ сағылған. Ул үҙенең мөнәжәттәрендә иман, әҙәплелек, сабырлыҡ кеүек сифаттарҙың асылын ябай ғына һүҙҙәр менән аңлатып, нисек итеп кеше күңелен насар уйҙарҙан, ҡылыҡтарҙан таҙартыу юлдарын әйтеп бирә. Күңелеңде таҙартыу өсөн баш етмәҫлек эштәр эшләү мөһим түгел, иң мөһиме – үҙеңде бар йәһәттән лайыҡлы тоторға, кешеләргә ҡарата миһырбанлы, ғәҙел булырға кәрәк. Тик шунда ғына кешенең күңеле, рухы таҙара. Быға миҫал булып Вәсилә Садиҡованың “Етте рамаҙан айы” тигән мөнәжәте тора.
“Теләгебеҙ ҡабул булһа,
Ҡәҙер төндәрен күрербеҙ.
Тыйыл тигәндән тыйылһаҡ,
Тәүфиҡлы булыр күбебеҙ.
Айыт, йома көндәрендә
Мәсеттәргә ағылайыҡ.
Ураҙа тотоп, намаҙ уҡыған
Булыр ожмахтарға лайыҡ.” (Садиҡова, 2015: 51)
Хәҙерге ваҡытта мөнәжәттәрҙең күбеһе йәш быуынға арналып, йәштәрҙе хаҡ мосолмандарға хас булған тәртипкә, ғөрөф-ғәҙәттәргә өйрәтеүгә арналған. Был мөнәжәттәр киләсәк быуынды тәрбиәләй, намыҫыбыҙға тап төшөрмәй һәм тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәргә өйрәтә. Ҡарап үткән мөнәжәттәрҙең барыһы ла беҙгә ғибәрәт булып тора.
Ҡобайырҙарға килгәндә, ерле халыҡтың сәсниәләре, хәҙерге заманда үтә лә мөһим проблемаларға – ил, тел һәм милләт яҙмышы, халҡыбыҙҙы яҡлау һәм һаҡлау мәсьәләләренә мөрәжәғәт итәләр. Мәҫәлән:
“Эй-й. Илгенәмде әйтәйем,
Ергенәмдән ҡот китте,
Һауала осор ҡош бөттө,
Һис тик тормаҫ халҡыма,
Һис буш тормаҫ халҡыма
Эшләр өсөн эше юҡ,
Ҡашығында ашы юҡ,
Үҙ ҡанынан баш тарта –
Балаһында эше юҡ.” (Садиҡова, 2015: 49)
Ҡобайыр – ҡоба (маҡтау, данлау, ололау мәғәнәһендә) һәм йыр һүҙҙәренән алынған һәм маҡтау, данлау йыры тигән мәғәне аңлата, тигән термин биреп киткән Салауат Галин. Ошондай данлау һәм маҡтауҙары беҙ Вәсилә Садиҡованың ҡобайырҙарында күрергә була. Ул Әбйәлил районынан сыҡҡан күп кенә шәхестәрҙең образдарын тыуҙырыуға ҙур иғтибар бирә. Ижади шәхестәрҙе сәсәниә “халыҡ йөрәгендә баҙрап ятҡан күмерҙән усаҡ ҡабыҙыусылар” тип атай. Мәҫәлән:
“Гөлнурың бар бәйетсе,
Хәнифә сәсәндән әйтсе.
Илсен ағай ҡумыҙҙа
Сиртә беҙҙе йөрәккә”. (Садиҡова, 2015: 12)
Беҙҙең заманда иң ҙур проблемаларҙың береһе булып эскелек темаһы тора. Эскелек бар донъяны баҫып алған тиһәк тә яңылыш булмаҫ, сөнки хәҙерге көндә ирҙәр генә эсеп ҡалмай, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа иҫерткес эсемлек менән мауыға. Ә гүзәл зат алкоголизмға нығыраҡ бирешә, һаулығы тиҙерәк ҡаҡшай, рухи яҡтан еңел һыналар. Улар ”шайтан һыуы”ның ҡолона әйләнһә, йорттан ҡот китә, балалар етем ҡала, донъяның да рәте-сираты юҡ. Юҡҡа ғына әйтмәйҙәр; ир эсһә – ярты бәлә, ә ҡатын эсһә – фажиғә. Шуға күрә, хәҙерге көндә, эскелеккә ҡаршы аяуһыҙ көрәш алып бары ла, шуға арнап күп кенә ҡобайырҙар ижад ителә. Был ҡобайырҙарҙа башҡорт халҡын эскелеккә ҡаршы торорға, араҡы ҡоло булмаҫҡа, айыҡ тормош алып барырға саҡыра.
“Күмәкләгән – яу ҡайтарған,
Әйҙәгеҙ, күмәкләйек.
Һәйетҡолдо эсмәй, тиҙәр,
Әйҙәгеҙ, эләкләйек.
Путиндың да исеменә
Сығарҙылар араҡы.
Эсеп юлдан яҙғандарҙың
Күпме торалыр хаҡы?!
Намыҫ менән иман булһа,
Имен йәшәр бар халыҡ.
Эскелектә бөттө ниһә,
Йәшәр инек дан алып.” (Садиҡова, 2015: 19)
Ағинәйҙәр халыҡты эсмәҫкә, тормошҡа айыҡ аң менән ҡарарға, иманлы һәм берҙәм-дуҫ булырға әйҙәй. Халыҡ берҙәм булғанда ғына эскелек бөтөр, башҡорттоң даны артыр ти.
Заключение
“Башҡорт халыҡ ижады – халыҡтың күңел түрендә быуаттар буйы һаҡланып килгән һәм уның тарихын, тормош-көнкүрешен, уй-теләктәрен потиклаштырыған гүзәл хазина. Ул мираҫ борон-борондан халыҡтың рухи донъяһында төп урынды биләп торған һәм телдән телгә, быуындан быуынға изге аманат итеп тапшырыла килгән. Халыҡ өсөн, ул асылда, төп белем сығанағы булып хеҙмәт иткән. Уның аша халыҡ үҙенең йыр-моңға күскән тарихы менән танышҡан, ата-бабаларҙан тапшырыла килгән яҙылмаған тормош тәжрибәһен һәм әхлаҡ нормаларын үҙләштергән, эстетик зауығын үҫтергән. Әгәр ҙә инде хәҙерге заманда белем сығанағы булып, нигеҙҙә, баҫма әҙәбиәт, профессиональ сәнғәт төрҙәре һаналһа, борон уларҙың барыһын да халыҡ ижады әҫәрҙәре алмаштырған булған. Фольклор үҙенең тәбиғәте менән художестволы ижадтың, сәнғәттең, фән элементтарының төрлө төрҙәрен үҙендә туплаған ҡатмарлы синкретик ижад төрө. Унда халыҡтың тарихы ла, теле лә, әҙәбиәте лә, музыкаһы ла, медицинаһы ла, географияһы ла, философияһы ла, этнографияһы ла тупланған. Бына шуға күрә лә борон аҡһаҡалдар һүҙен тыңлауға, сәсәндәр телен өйрәнеүгә, йолаларҙы үҙләштереүгә ҙур урын бирелгән”. (Галин, 2004: 7)
Борон-борондан башҡорт халҡы үҙенең йолаларына, легенда-риүәйәттәренә, таҡмаҡтарына, ҡобайырҙарына, йырҙарына һәм мөнәжәттәренә бай булған. Һәм улар һаҡланып, телдән телгә һөйләнелеп беҙҙең көндәргәсә килеп еткәндәр. Шуның өсөн дә, уларҙы беҙ һаҡларға, киләсәк быуынға еткерергә тейешбеҙ. Сөнки улар беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған изге ҡомартҡылар, байлығыбыҙ һәм беҙҙең ғорурлуғыбыҙ булып тора.
Шуны өҫтәп әйтергә кәрәк, башҡорт халҡының тормош тәжрибәһе фольклор әҫәрҙәрендә киң сағылыш тапҡан. Был әҫәрҙәрҙә боронғо кешеләрҙең донъяға ҡарашы, тарихы, көнкүреше, ғөрөф-ғәҙәттәре, төрлө йолалары, йәш быуынға тәрбиә биреү тураһындағы ҡараштары, бәхетле тормош тураһындағы өмөттәре, хыялдары һәм киләсәккә ышанысы сағыла.
Һәр бер ерле халыҡтың үҙенә генә хас йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, легенда-риүәйәттәре, таҡмаҡтары, ҡобайырҙары, ырым-ышаныуҙары бар. мәҫәлән әбйәлил районы, алдан әйтеп китеүебеҙсә, таҡмаҡтарға, легенда-риүәйәттәргә, йолаларға һәм үҙенең сәсән, сәсәниәләренә бай райондарҙан һанала. Беҙ уларҙы “Әбйәлилдең” йөҙөк ҡашы тип әйтһәк һис тә хата булмаҫ.
Әбйәлил районының бай ҡомартҡылы булыуына сәсндәрҙең өлөшө бик ҙур. Сөнки улар ошо ҡомартҡыларҙы телдән телгә һөйләп, яҙып алып беҙҙең көндәргә тиклем һаҡлап ҡалдырған. Шуға күрә лә беҙ уларҙы һаҡларға бурыслыбыҙ. Улар беҙҙе бар яҡтан тәрбиәләй, тормошта дөрөҫ юл һайларға өйрәтә.
Тәрбиә тигәндә ул беҙҙең йолаларҙа киң урын алған. Сөнки, йола ижады – быуаттар буйы халыҡтың тормош-көнкүрешен, рухи байлығын сағылдырыусы боронғо мираҫ. Кеше йола менән яҡты донъяға тыуған , йола менән мәңгелек донъяға оҙатылған.
Йола һәм ырым-ышаныуҙарға килгәндә улар ҙа ерле халыҡта киң таралған жанрҙарҙан һанала. Һәм ҡайһы бер күпселек йолаларҙың үҙ ҡанундары беҙҙең көндәргәсә килеп еткән. Мәҫәлән, туй йолаһын ҡарап китәйек. Ул үҙенең ҡайһы бер ҡанундарын һаҡлаған: яусылатып килеү, никах көнөн билдәләү, никах уҡытыу, ҡыҙ йәшереү, һыу башлау юлы, бил сисеү, килен сәйе кеүек һ.б. бик күп ғөрөф-ғәҙәтен һаҡлаған. Һәм “Һабантуй” йолаһы ла шулай уҡ үҙенең элекке ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап ҡала алған. Шулай уҡ төрлө ырым-ышаныуҙарға халыҡ ышанып йәшәй.
Әбйәлил ерлегендә генә барлыҡҡа килгән легенда-риүәйәттәр ҙә бихисап тип әйтһәк һис яңылыш булмаҫ. Уларҙы беҙҙең көндәргә тиклем оло быуын кешеләре, үҙҙәренең ата-бабаларынан ишетеп, яҙып ҡалдырғандар.
Шулай итеп һүҙ аҙағында шуны әйтеп китергә кәрәк, Әбйәлил районы фольклорға бай булыуы менән дан тотоп тора.
Список литературы
I
1. Галин С. Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады. – Өфө: Китап, 2004. – 392 бит.
2. Галин С. Тел асҡысы халыҡта. Башҡорт фольклоры: аңлатмалы һүҙлек. Уҡыу ҡулланмаһы. – Өфө: Китап, 1993. – 224 бит.
3. Галин. С.Ә., К.Ә. Әхмәтйәнов. К.Ә. Әхмәтйәнов. Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар. 2-се китап. – Өфө, 1977. – 294 бит.
4. Зарипов Н. Т. Башҡорт халыҡ ижады: Эпос. 3-сө китап. – Өфө, 1981. – 208 бит
5. Зарипов Н.Т., Ураҡсин З.Ғ. Башҡорт халыҡ ижады. Т. 5. Тарихи ҡобайырҙар, хикәйәттәр, иртәктәр. – Өфө, 2000. – 391 бит.
6. Иҙелбаев М. Х. Мәктәптә әҙәбиәт дәрестәре. Башҡорт әҙәбиәтенең уҡытыу методикаһы. – Өфө: Китап, 2013. – 200 бит.
7. Миңлебаева З.И. Дауалау йолалары // Ҡурған башҡорттары. – Өфө, 2004. – 172-223 бб.
8. Нагаева Л. И. Башкирские народные праздники, обряды и обычаи. – Уфа, 1999. – 160 с.
9. Надршина. Ф.А. Башкирское народное творчество. Предания и легенды. – Уфа, 1987. – 573 с.
10. Нәҙершина Ф. А. Башҡорт халыҡ ижады. Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр. – Өфө, 1980. – 470 бит.
11. Нәҙершина Ф. А., Хисамитдинова Ф. Ғ. Башҡорт халыҡ ижады.
12. Нәҙершина Ф.А. Башҡорт халыҡ ижады. Т. 10. Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр. – Өфө: Китап, 2006. – 543 бит.
13. Нәҙершина Ф.А., К. Мәргән, Сөләймәнов. Ә. М. Башҡорт халыҡ ижады. Легенда һәм риүәйәттәр. – Өфө, 1997. – 439 бит.
14. Нәҙершина. Ф.А. Башҡорт халыҡ ижады. Йомаҡтар. – Өфө, 1979. – 348 бит.
15. Нәҙершина. Ф.А. Башҡорт халыҡ ижады. Риүәйәттәр һәм легендалар. – Өфө, 1980. – 414 бит.
16. Р.Н. Каримова. Урал-Алтай: через века в будущее: Материалы IV Всероссийской научной конференции, посвященной III Всемирному курултаю башкир. – Уфа, 2010. – 334 с.
17. Р.Н. Каримова. Урал-Алтай: через века в будущее: Материалы IV Всероссийской научной конференции, посвященной III Всемирному курултаю башкир. – Уфа, 2010. – 414 с.
18. Садиҡова В. З. Әйт, тиһәгеҙ, әйтәйем / Төҙөүсеһе һәм башҡа һүҙ авторы Ғ. М. Бүләкова. – Өфө: БДУ нәшр., 2015. – 158 бит.
19. Сәғитов. М.М. Башҡорт халыҡ ижады. Эпос. 1-се китап. – Өфө, 1972. 242 б.
20. Солтангәрәева Р.Ә. Арбауҙар. Башҡорт фольклоры: Тикшеренеүҙәр һәм материалдар. V сығ. – Өфө, 2004. – 199-214-се бб.
21. Сөләймәнов Ә. М., Галин С. Ә. Башҡорт халыҡ ижады. Әкиәттәр. 4-се китап. – Өфө, 1981. – 398 б.
22. Сөләймәнов Ә. М., Солтангәрәева Р. А. Башҡорт халыҡ ижады. Йола фольклоры. – Өфө, 1995. – 557 бит.
23. Сөләймәнов Ә., Солтангәрәева Р. Башҡорт халыҡ ижады: Йола фольклоры. – Өфө: Китап, 1995. – 560 бит.
24. Сөләймәнов Ә.М. Башҡорт халҡының им-том һәм мөҙҙәти йола фольклоры // Башҡорт фольклоры: тикшеренеүҙәр һәм материалдар. II сығ. – Өфө, 1995. – 38-51-се бб.
25. Сөләймәнов Ә.М. Башҡорт халыҡ ижады. Көләмәстәр. – Өфө, 1985. – 381 бит.
26. Сөләймәнов. Ә. Х., Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар һәм көйҙәр. – Өфө, 1983. – 310 бит.
27. Сулейманов А. М. Башкирский фольклор: исследования и материалы: СБ. статей. Вып. III. - Уфа: Гилем, 1999. – 224 с.
28. Сулейманов А. М., Надершина Ф. А. башкирский фольклор: исследования и материалы: Сб. статей. / УНЦ РАН. – Уфа, 1993. – 180 с.
29. Султангареева Р.А., Сулейманов А. М. Башкирское народное творчество. Обрядовый фольклор. – Уфа, 2010. – 590 с.
30. Харисов Ә. И. Башҡорт халыҡ ижады. Т. 1. – Өфө: Китап, 1954. – 304 бит.
31. Харисов Ә. И. Башҡорт халыҡ ижады. Т.2. – Өфө: Китап, 1972. – 282 с.
II
МӘҠӘЛӘЛӘР
32. Ситдикова Г. Мәҡәлдәрҙә – башҡорттарҙың өйләнеү-никах тәртип-низамы. // Йәшлек, № 39, 2001. – 7-се б.
33. Ситдикова Г. Мәҡәлдәрҙә – башҡорттарҙың өйләнеү-никах тәртип-низамы. // Йәшлек, № 40, 2001. – 7-се б.
34. Ситдикова Г. Мәҡәлдәрҙә – башҡорттарҙың өйләнеү-никах тәртип-низамы. // Йәшлек, № 41, 2001. – 7-се б.
35. Солтангәрәеват Р. Йәмғиәтте тотоп торған бағана. // Башҡортостан, № 74, 2015. – 5-се б.
36. Фәйзуллин С. Ҡул арты хәйерле булды. // Йондоҙ, № 10, 2015. – 1-се бит.
37. Шәйәхмәтова И. Сәсне бар ил үлмәҫ!. // Осҡон, № 3, 2015. – 1-се бит.
Тема: | «Әҙәбиәт дәрестәрендә ерле фольклор материалдарын файҙаланыу» | |
Раздел: | Иностранные языки | |
Тип: | Дипломная работа | |
Страниц: | 79 | |
Стоимость текста работы: | 2100 руб. |
Закажите авторскую работу по вашему заданию.
- Цены ниже рыночных
- Необходимый уровень антиплагиата
- Прямое общение с исполнителем вашей работы
- Бесплатные доработки и консультации
- Минимальные сроки выполнения
- Пишем сами, без нейросетей
Мы уже помогли 24535 студентам
Средний балл наших работ
- 4.89 из 5
написания вашей работы
-
Дипломная работа:
Использование произведений башкирских композиторов на уроке музыки
96 страниц(ы)
Введение…3
Глава I. Теоретические основы изучения произведений башкирских композиторов на уроке музыки в общеобразовательной школе….71.1. История развития башкирской национальной композиторской школы….….7РазвернутьСвернуть
1.2. Особенности использования национальной музыки в общеобразовательной школе….38
1.3. Аналитический обзор произведений башкирских композиторов, используемых на уроке музыки в общеобразовательной школе….50
Глава II. Педагогические условия использования произведений башкирских композиторов в общеобразовательной школе….64
2.1. Содержание, формы и методы использования произведений башкирских композиторов на уроке музыки в общеобразовательной
школе….….64
2.2. Педагогический эксперимент и его результаты….72
Список литературы….84
Приложение….89
-
ВКР:
59 страниц(ы)
ВВЕДЕНИЕ 4
ГЛАВА I. ТЕОРЕТИЧЕСКИЕ АСПЕКТЫ ФОРМИРОВАНИЯ ЛИНГВОСТРАНОВЕДЧЕСКОЙ КОМПЕТЕНЦИИ ИЗУЧАЮЩИХ АНГЛИЙСКИЙ ЯЗЫК 81.1. Лингвострановедение как наука. Ее объект, предмет и задачи 8РазвернутьСвернуть
1.2. Классификация лингвострановедческой лексики 13
1.3. Понятие лингвострановедческой компетенции 20
Выводы по главе I 25
ГЛАВА II. ОСОБЕННОСТИ ЛИНГВОСТРАНОВЕДЧЕСКОГО МАТЕРИАЛА В РОМАНЕ ДЖ.Ф. КУПЕРА «ШПИОН» 27
2.1. Историко-культурная специфика романа Дж.Ф. Купера «Шпион» 27
2.2. Анализ лингвострановедческого материала в романе Дж.Ф. Купера «Шпион» 30
Выводы по главе II 36
ГЛАВА III. ФОРМИРОВАНИЕ ЛИНГВОСТРАНОВЕДЧЕСКОЙ КОМПЕТЕНЦИИ УЧАЩИХСЯ В ПРОЦЕССЕ ЧТЕНИЯ РОМАНА ДЖ.Ф. КУПЕРА 37
3.1. Способы формирования лингвострановедческой компетенции обучающихся в процессе чтения художественных текстов 37
3.2. Методические задания к тексту романа Дж.Ф. Купера «Шпион» 41
Выводы по главе III 49
ЗАКЛЮЧЕНИЕ 51
СПИСОК ИСПОЛЬЗОВАННОЙ ЛИТЕРАТУРЫ 54
ПРИЛОЖЕНИЕ 1. ОТРЫВОК ИЗ РОМАНА «ШПИОН», ИСПОЛЬЗУЕМЫЙ ДЛЯ ФОРМИРОВАНИЯ УМЕНИЙ И НАВЫКОВ ЧТЕНИЯ 59
-
Отчет по практике:
О прохождении производственной практики менеджмента ООО М.видео
79 страниц(ы)
Введение…. .4
1. Характеристика объекта практики… .6
1.1 Организационно-правовая характеристика организации….61.2 История М.видео… 7РазвернутьСвернуть
1.3 Тип розничной торговой организации… .8
1.4 Товарная специализация организации…. .9
1.5 Состав учредительных документов….9
1.6 Перечень основных нормативных правовых актов, регулирующих деятельность в сфере торгового обслуживания населения… 11
1.7 Организационная структура организации… ….18
2. Управление маркетингом торговой организации…21
2.1 Внешняя среда организации… ….21
2.2 Основные конкуренты М.видео ….… ….25
2.3 Конкурентные преимущества….25
2.4 Товарная (ассортиментная) политика розничного торгового предприятия…. .30
2.5 Ценовая политика…34
3. Стратегическое управление торговой организацией.…36
3.1Миссия… ….36
3.2Стратегия. ….36
4. Коммерческая деятельность организации….….37
4.1 Выбор поставщиков….….37
4.2 Виды и формы договоров, заключаемых торговой организацией, основное содержание коммерческих условий, предусмотренных договорами….38
5. Логистика товародвижения….56
5.1 Служба логистики на предприятии торговли, ее задачи и функции….…56
5.2 Управление потоковыми процессами в организации. Система хранения и складской обработки…57
5.3 Выбор вида транспорта; сравнительные логистические характеристики видов транспортировок….….59
6. Управление персоналом. ….…61
6.1 Характеристика персонала организации….61
6.2 Организация и принципы подбора и расстановки кадров….….62
6.3 Подготовка, использование и повышение квалификации персонала, организация оценки и аттестации персонала….…63
6.4 Система оплаты и стимулирования труда в организации….….64
Заключение….…66
Приложение 1 ….….….67
-
Дипломная работа:
66 страниц(ы)
ВВЕДЕНИЕ 3
Глава 1 Особенности газетных заголовков в английском и русском языках 6
1.2 Типы газетных заголовков 121.3 Способы перевода газетных заголовков 20РазвернутьСвернуть
Глава 2 ОСОБЕННОСТИ ОБУЧЕНИЯ ЧТЕНИЮ ГАЗЕТ НА АНГЛИЙСКОМ И РУССКОМ ЯЗЫКАХ 27
2.1 Обучение английскому языку: особенности и практика 27
2.2 Основные направления в обучении чтению на английском языке в школе 31
Глава 3 СИСТЕМА ОБУЧЕНИЯ ЧТЕНИЮ ГАЗЕТ НА АНГЛИЙСКОМ ЯЗЫКЕ (НА МАТЕРИАЛЕ ГАЗЕТНОГО ДИСКУРСА) 38
3.1 Анализ газетного дискурса на предмет газетных заголовков и их перевода 38
3.2 Применение результатов и разработка системы обучения чтению и переводу газет на английском языке 45
3.3 План-конспект урока по обучению чтению и переводу газет на английском языке 54
ЗАКЛЮЧЕНИЕ 58
СПИСОК ИСПОЛЬЗОВАННОЙ ЛИТЕРАТУРЫ 60
-
Дипломная работа:
Особенности развития речи младшего школьника во внеурочной деятельности по русскому языку
77 страниц(ы)
ВВЕДЕНИЕ …3
Теоретико-педагогические предпосылки методики внеурочной деятельности по русскому языку ….3ГЛАВА 1. ПЕДАГОГИЧЕСКИЕ ОСНОВЫ ВНЕУРОЧНОЙ ДЕЯТЕЛЬНОСТИ ПО РУССКОМУ ЯЗЫКУ …11РазвернутьСвернуть
1.1. Значение и место внеурочной работы по русскому языку в системе обучения ….….11
1.2. Общедидактические принципы организации внеурочной работы по русскому языку …20
1.3. Формы внеурочной деятельности по русскому языку ….24
Выводы по первой главе …28
ГЛАВА 2. ОПЫТНО- ПЕДАГОГИЧЕСКИЙ АСПЕКТ АНАЛИЗА ВНЕУРОЧНОЙ ДЕЯТЕЛЬНОСТИ ПО РУССКОМУ ЯЗЫКУ …30
2.1. Констатирующий этап опытно-педагогической работы с младшими школьниками …30
2.2. Содержание внеурочной работы по русскому языку с младшими школьниками …46
2.3. Анализ результатов работы по русскому языку с младшими школьниками во внеурочной деятельности ….53
Выводы по второй главе …65
ЗАКЛЮЧЕНИЕ …67
ЛИТЕРАТУРА …70
-
Дипломная работа:
Влияние стиля руководства на психологический климат в коллективе
81 страниц(ы)
ВВЕДЕНИЕ…3
1 ГЛАВА. ТЕОРЕТИЧЕСКИЕ ИССЛЕДОВАНИЯ СТИЛЕЙ РУКОВОДСТВА И ПСИХОЛОГИЧЕСКОГО КЛИМАТА КОЛЛЕКТИВА
1.1. Понятие «стиль руководства» в отечественной и зарубежной психологии….71.2. «Понятия «психологический климат коллектива» в теоретических источниках…11РазвернутьСвернуть
1.3. Методы коррекции стиля руководства, способствующие улучшению психологического климата в коллективе….16
Выводы по 1 главе….23
2 ГЛАВА. ЭМПИРИЧЕСКОЕ ИССЛЕДОВАНИЕ ВЛИЯНИЯ СТИЛЕЙ РУКОВОДСТВА НА ПСИХОЛОГИЧЕСКИЙ КЛИМАТ В КОЛЛЕКТИВЕ.
2.1. Характеристика выборки и методик исследования….26
2.2. Количественные характеристики полученных результатов….…32
2.3.Результаты математической обработки данных и их интьерпретация….…42
Выводы по 2 главе….…56
ЗАКЛЮЧЕНИЕ…59
СПИСОК ЛИТЕРАТУРЫ….…61
-
Дипломная работа:
Ойконимика Стерлибашевского района Республики Башкортостан
86 страниц(ы)
КЕРЕШ.3
БЕРЕНЧЕ БҮЛЕК. БАШКОРТСТАН РЕСПУБЛИКАСЫ СТӘРЛЕБАШ РАЙОНЫНЫҢ СОЦИАЛЬ-ИКЪТИСАДИ ҺӘМ ТЕРРИТОРИАЛЬ-ГЕОГРАФИК ХАЛӘТЕ ҺӘМ ТАРИХЫНА КЫСКАЧА КҮЗӘТҮ.7ИКЕНЧЕ БҮЛЕК. СТӘРЛЕБАШ РАЙОНЫРазвернутьСвернуть
АВЫЛЛАРНЫҢ КЫСКАЧА ТАРИХЫ ҺӘМ ОЙКОНИМИКАСЫ.13
ӨЧЕНЧЕ БҮЛЕК. УРТА МӘКТӘПТӘ ТУГАН ТЕЛНЕ ӨЙРӘНҮДӘ СТӘРЛЕБАШ РАЙОНЫ ОЙКОНИМИКАСЫН ФАЙДАЛАНУ ӨЧЕН КҮНЕГҮ ҮРНӘКЛӘРЕ.50
ЙОМГАК.73
ФАЙДАЛАНЫЛГАН ӘДӘБИЯТ ИСЕМЛЕГЕ.78
КУШЫМТАЛАР
Кушымта 1. Башкортстан Республикасы картасы.84
Кушымта 2. Стәрлебаш районы картасы.85
Кушымта 3. Стәрлебаш районы гербы.86
Кушымта 4. Стәрлебаш районы флагы.87
-
Дипломная работа:
Учет расчетов с подотчетными лицами ооо «альтоком»
85 страниц(ы)
Введение 3
1 Теоретические аспекты учета расчетов с подотчетными лицами 6
1.1 Нормативно-правовое регулирование учета расчетов с подотчетными лицами на предприятии 61.2 Понятие, цели, задачи учета расчетов с подотчетными лицами на предприятии 10РазвернутьСвернуть
1.3 Порядок выдачи наличных денежных средств под отчет и их учет 12
1.4 Бухгалтерский и налоговый учет расчетов с подотчетными лицами 18
2 Анализ организации учета расчетов с подотчетными лицами в ООО «Альтоком» 25
2.1 Общая характеристика предприятия 25
2.2 Анализ финансового состояния за 2015-2017 гг. 31
2.2.1 Анализ статей баланса 31
2.2.2 Анализ финансовых результатов 37
2.2.3 Анализ финансовой устойчивости предприятия 40
2.2.4 Анализ коэффициентов финансового состояния 43
2.2.5 Анализ ликвидности и платежеспособности 45
2.3 Организация бухгалтерского учета расчетов с подотчетными лицами в ООО «Альтоком» 51
3 Пути совершенствования учета расчетов с подотчетными лицами 61
3.1 Выводы и рекомендации по проведенному анализу 61
3.2 Рекомендации по совершенствованию учета расчетов с подотчетными лицами 63
Заключение 73
Список использованной литературы 76
Приложения 79
-
Дипломная работа:
96 страниц(ы)
ВВЕДЕНИЕ 3
ГЛАВА 1. ЗАКОНОДАТЕЛЬНОЕ ЗАКРЕПЛЕНИЕ ПРАВ И СВОБОД ИНОСТРАННЫХ СТУДЕНТОВ, ПОСТУПИВШИХ В ОБРАЗОВАТЕЛЬНЫЕ ОРГАНИЗАЦИИ РОССИЙСКОЙ ФЕДЕРАЦИИ 91.1. Основы правового положения иностранцев, обучающихся в России 9РазвернутьСвернуть
1.2. Механизмы реализации конституционных, административных, гражданских и трудовых прав и обязанностей иностранных студентов в России 13
ГЛАВА 2. ОРГАНИЗАЦИЯ ПРОЦЕССА ОБУЧЕНИЯ ИНОСТРАННЫХ СТУДЕНТОВ В РФ 27
2.1. Адаптационный период студентов-иностранцев при получении профессионального образования 27
2.2. Реализация прав мигрантов на профессиональное образование 32
2.3. Исследование основных проблем иностранных студентов при получении образования 49
ГЛАВА 3. МЕТОДИЧЕСКОЕ ПОСОБИЕ В ПОМОЩЬ ИНОСТРАННЫМ ГРАЖДАНАМ, ПОСТУПАЮЩИМ В ОБРАЗОВАТЕЛЬНЫЕ ОРГАНИЗАЦИИ РФ 54
3.1. Пояснительная записка 54
3.2. Методическое пособие в помощь иностранным гражданам, поступающим в образовательные организации РФ 56
ЗАКЛЮЧЕНИЕ 78
СПИСОК ИСПОЛЬЗОВАННЫХ ИСТОЧНИКОВ И ЛИТЕРАТУРЫ 82
ПРИЛОЖЕНИЯ 87
-
Курсовая работа:
Термин һәм терминология турында гомуми мәгълүмат
27 страниц(ы)
КЕРЕШ….….3
1.ТЕРМИН ҺӘМ ТЕРМИНОЛОГИЯ ТУРЫНДА ГОМУМИ МӘГЪЛҮМАТ
1.1. Термин турында төшенчә….….5
1.2. Татар тел терминологиясе….102.ТАТАР ҺӘМ ТӨРЕК ТЕЛЕНДӘ МӘКТӘП ТЕЛ ТЕРМИНОЛОГИЯСЕРазвернутьСвернуть
2.1. Татар һәм төрек теле бәйләнешләре….….….16
2.2. Татар һәм төрек телендә мәктәп тел терминнарын чагыштырып өйрәнү….….….20
ЙОМГАК….24
ФАЙДАЛАНЫЛГАН ӘДӘБИЯТ ИСЕМЛЕГЕ….26