Башҡорт халыҡ әкиәттәрендә хеҙмәт темаһы  һәм бәхет проблемаһы - Дипломная работа №32851

«Башҡорт халыҡ әкиәттәрендә хеҙмәт темаһы һәм бәхет проблемаһы» - Дипломная работа

  • 24.05.2021
  • 70
  • 2605

Содержание

Введение

Выдержка из текста работы

Заключение

Список литературы

фото автора

Автор: navip

Содержание

Башҡорт халыҡ әкиәттәрендә хеҙмәт темаһы һәм бәхет проблемаһы

I бүлек. Башҡорт халыҡ әкиәттәренең проблематикаһы һәм тарихи ерлеге

1.1. Мифология һәм фантазия нигеҙендә тыуған тылсымлы әкиәттәр һәм уларҙа яуызлыҡҡа ҡаршы кѳрәш

1.2. 2 Әкиәттәрҙә намыҫлы хеҙмәт тѳшѳнсәһе һәм социаль мотивтарҙың сағылышы

1.3. Әкиәттәрҙә халыҡ идеалының сағылышы

II бүлек. Әкиәттәрҙә бәхет тѳшѳнсәләренең сағылышы

2.1. Тәбиғәт кѳстәренә ҡаршы кѳрәш – бәхет ѳсѳн кѳрәш

2.2. Әкиәттәрҙә социаль мотивтарҙың кѳсәйеүе һәм бәхет тѳшѳнсәһе

2.3. Тормош-кѳнкүреш әкиәттәрендә бәхет ѳсѳн кѳрәштең сағылышы

Йомғаҡлау

Ҡулланылған әҙәбиәт


Введение

Башҡорт халыҡ ижады үҙенең тәбиғәте менән художестволы ижадтың сәнғәттең, фән элементтарының тѳрлѳ тѳрҙәрен үҙенә туплаған ижад тѳрѳ. Унда халыҡтың тарихы ла, географияһы ла, һынлы сәнғәте лә, педагогикаһы ла тупланған.

Әкиәттәр – халыҡ ижадының киң ҡоласлы прозаик жанрҙарының береһе. Эпик сюжеттар, ҡобайыр, йыр, легендалар менән бер рәттән башҡорт халҡының рухи мираҫында улар мѳһим ѳлкәне тәшкил итә.

Фольклорҙың башҡа жанрҙары кеүек үк, әкиәттәр – халыҡтың коллектив ижад емеше. Шуға ла донъяла әкиәтһеҙ халыҡ булмағандай, әкиәт ишетмәй үҫкән кеше лә юҡ. Уларҙа быуындан-быуынға үҙгәрә килгәндәр, поэтик яҡтан камиллашҡандар һәм юғары художестволы әҫәрҙәргә әүерелгәндәр. Әкиәттәр – халыҡтың бай фантазияһының, донъяны поэтик күрә һәм баһалай белеүенең художестволы документы ул.

Жанр термины функцияһында «әкиәт» тигәндә беҙ халыҡ тарафынан сығарылған, һѳйләнеп, телдән-телгә, быуындан-быуынға күсеп йѳрѳгән, саманан тыш ваҡиғаларҙы үҙ эсенә алған, ғәҙәттә, тормошта булмай торған тылсымлы, мажаралы, йѳкмәткеле йәки кѳнкүреш характерындағы һәм сәскә формалы эпик хикәйәләрҙе аңлатабыҙ.

Иң боронға жанрҙарҙың береһе булыуға ҡаоамаҫтан, әкиәттәр бер тарихи осор ѳсѳн генә хас түгел. Уларға йыш ҡына тәүтормош община ҡоролошо кешеләре ѳсѳн хас булған мифологик ҡараштарҙың сатҡыларын да, унан һуң килгән ижтимағи формацияларҙың, күренештәрҙең дә, хәҙерге кѳндѳң деталдәрен дә осратып була. Әкиәттәр бына шулай быуаттар буйына үҙгәрә килгәндәр.

Башҡорт халыҡ әкиәттәре үҙенең образдары, күтәргән проблемалары, тотороҡлоғоэшләнеше һәм поэтиклығы менән XVIII быуатта уҡ урыҫ ғалимдарының иғтибарын йәлеп иткән. Был йәһәттән академиктар Иван Лепехин һәм Петр Поллас эшмәкәрлектәре иғтибарға лайыҡ.

Башҡорт халыҡ әкиәттәре менән ныҡлы ҡыҙыҡһыныу, уларҙы халыҡ араһында йѳрѳп йыйыу, эшкәртеү һәм баҫтырып сығарыу урыҫ ғалимдары Александр Бессонов һәм Николай Дмитриевтар тарафынан XIX быуат аҙағында XX быуат баштарында атҡарыла. Мәҫәлән, Бессонов халыҡ училищеһында инспектор булып эшләгән йылдарында башҡорттар араһында йѳрѳп йѳҙҙән артыҡ әкиәт яҙып ала, эшкәртеп урыҫ теленә тәржемә итә һәм уларҙы 1809 йылда Урыҫ география йәмғиәтенең этнография бүлегенә тапшыра. Тик был әкиәттәр тѳрлѳ сәбәптәр арҡаһында үҙ заманында донъя күрә алмай, улар тик 1941 йылда ғына Ѳфѳлә «Запись и перевод Бессонова, под редакцией профессора Дмитриева» тигән исем аҫтында баҫылып сыға. Дмитриевтың был китапҡа яҙған инеш мәҡәләһе башҡорт халыҡ әкиәттәрен ғилми йәһәттән ѳйрәнеү эшендә ѳр-яңы аҙым була.

Ошо китапҡа яҙған баш һүҙендә профессорДмитриев башҡорт халыҡ әкиәттәрен тәүге тапҡыр ғилми яҡтан классификациялай. Беҙҙең әкиәттәрҙең үҙенсәлекле тәбиғәтенән сығып ул түбәндәге тѳркѳмдәргә бүлгән: батырҙар тураһындағы әкиәттәр, тылсымлы әкиәттәр, тормош-кѳнкүреш әкиәттәре, ғибрәтле әкиәттәр, хайуандар тураһында әкиәттәр һәм әкиәт-легендалар.

Әкиәт жанрының ниндәй генә тѳрѳн ҡарама: тормош-кѳнкүреш булһынмы, тылсымлы, батырҙар тураһындамы, хайуандар тураһындағы әкиәттәр булһынмы – уларҙың һәр береһенә тәрбиәүи идея һалынған. Әкиәттәр шул тиклем ябай, шул уҡ ваҡытта кешелек тормошоноң ауырлығын, ҡатмарлығын фантазияға ҡушып, ябайлаштырып, кешене дѳрѳҫ йәшәргә, әҙәпле, әхләҡле булырға ѳйрәтә.

Башҡорт халыҡ әкиәттәрен фәнни нигеҙҙә ѳйрәнеү башҡорт фольклористикаһында XX быуаттың 50-се йылдарында ғына башлана. Уларҙы ѳйрәнеүгә арналған махсус хеҙмәттәр ҙә 60-70-се йылдарҙа ғына күренә башлай. Был ѳлкәлә Әхнәф Харисов, Кирәй Мәргән, Нур Зарипов, Марат Минһажетдинов, Әхәт Сѳләймәнов кеүек ғалимдарҙың әһәмиәтле хеҙмәттәре булды. Улар әкиәттәрҙең жанр тѳрҙәрен, поэтикаһын, тѳрлѳ мотивтарын, әкиәттәрҙә ысынбарлыҡ сағылышын һәм башҡа күренештәрен тикшерҙеләр. Сѳләймәнов Әхмәт Мѳхәмәтвәли улы – башҡорт халыҡ ижадын йыйыу һәм ѳйрәнеү буйынса ҙур хеҙмәт күрһәткән ғалим.

Ә.М. Сѳләймәновтың әкиәттәргә арналған «Башҡорт тормош-кѳнкүреш әкиәттәренең поэтикаһы» )1980;, «Әкиәттә хәҡиҡәт» (1997), «Башҡорт халыҡ кѳнкүреш әкиәттәренең сюжет составы» (1988) исемле китаптары бар.

Шулай итеп, башҡорт халыҡ әкиәттәре теге йәки был йәһәттән ярайһы уҡ яҡшы ѳйрәнелеүенә ҡарамаҫтан, беҙҙеңсә ѳйрәнеләһе объекттары бик күп.

Минең диплом эшемдең темаһы «Башҡорт халыҡ әкиәтендә хеҙмәт һәм бәхет» тип атала.

Темамдың актуаллегенә килгәндә, беҙҙеңсә, бик актуаль. Сѳнки бѳгѳн донъяла һәм илдә әхләҡи проблемалар, шул иҫәптән намыҫлы хеҙмәт һәм уға бәйле тыуған бәхет тѳшѳнсәһе лә яйлап юҡҡа сыға барыу процесын кисерә. Темамдың яуаплылығы ла ошонан сығып баһаланырға хаҡлы.

Теоретик һәм практик әһәмиәте. Эш барышында әкиәттәр буйынса мәғлүмәттәр йыйылды. Башҡорт халыҡ әкиәттәре мәктәп уҡыусыларының яратып уҡыған жанр тѳрҙәренән һанала. Шуға ла әкиәттәрҙе мәктәп программаһына индергәндәр.

Әкиәттәр аша йәш быуын изгелек менән яуызлыҡ, дѳрѳҫлѳк һәм ялған, батырлыҡ һәм ҡурҡаҡлыҡ, инсафлыҡ һәм тупаҫлыҡ, ғәҙеллек һәм ғәҙелһеҙлек кеүек әхләҡи-этик, эстетик тѳшѳнсәләр тураһында мәғлүмәт ала, яҡшыны ямандан айырырға ѳйрәнә.

Әкиәт ижад ителә башлағандан алып, замалар глобаль үҙгәрештәргә дусар ителһәләр ҙә ул үҙенең жанр тәбиғәтен юғалтмай һаҡлап ҡала килә. Бының тѳп сәбәбе - әкиәт донъяһының мауыҡтырғыс, сюжеттың асыҡ конфликтлы булыуына нигеҙләнгән. Башҡорт халыҡ әкиәттәренең һәр береһе тип әйтерлек изгелек менән яуызлыҡтың кѳрәшен һүрәтләүгә ҡоролған. Әкиә һәр саҡ изгелектең тантана итеүе, геройҙың еңеүе менән тамамлана. Сѳнки герой халыҡтың яҡты һәм ҡанатлы хыялдарын үҙендә кәүҙәләндергән ил азатлығы, халыҡ бәхете ѳсѳн кѳрәшеүсе булып күҙ алдына баҫа.

Әкиәттә һүҙ барған ваҡиғаларға ышаныу-ышанмау тѳрлѳ ваҡытта тѳрлѳ булған. Боронғо заман кешеһе әкиәттәге аждаһаны ла, дейеүҙе лә ысынбарлыҡта булған кѳс итеп ҡабул иткән, сѳнки халыҡ әкиәт геройына үҙенең уй-тойғоларын, хыялын, ѳмѳтѳн һалған.

Бәхет үтә лә ҡатмарлы тѳшѳнсәләрҙең береһе. Уның аныҡ ҡына аңлатмаһы ла юҡ. Берәү үҙен тыныслыҡта, икенсе туҡлыҡта, ҡайһы бере – мѳхәббәттә, ә башҡалар яратҡан эштәрендә үҙҙәрен бәхетле итеп тоя. Был тѳшѳнсәләрҙең барыһы ла боронғо ата-бабаларҙҙы уйландырған, киләсәккә ниндәйҙер ѳмѳт, ышаныс менән ҡарарға мәжбүр иткән. Ошонан сығып, тѳрлѳ уйҙырмаларға нигеҙләнгән тылсымлы һәм мажаралы йѳкмәткеле хикәйәләр тыуған.

Шәхси бәхет ѳсѳн кѳрәш бигерәк тә ғаилә һәм социаль кѳнкүреш характерындағы әкиәттәрҙә киң урын алған. Әкиәт персонаждары ҡыйырһытылып, кәмһетелеп ауыр тормошта кѳн күрһәләр ҙә, тѳрлѳ һынауҙар үтеп, үҙ бәхетенә ирешкәндәр.

Әйтелгәндәрҙе дѳйѳмләштереп, шуны әйтергә була: әкиәттең вазифаһы һәм маҡсаты бер: ул изгелектең яуызлыҡҡа кѳрәшен данлай, был кѳрәштә изгелектең, ғәҙеллектең еңеүен раҫлай, ошо еңеү арҡаһында бәхеткә ѳлгәшә.

Хеҙмәт - дѳрѳҫлѳккә, һѳнәргә, ғилемгә һәм тәүәккәллеккә ѳндәүсе сара булып тора. Әкиәттәр баланың телмәрен үҫтереүгә, һѳнәргә, ғилемгә эйә булырға ѳндәй, сағыштырырға, һѳйләргә ѳйрәтә, байлыҡ-маллыҡтан тыш хазина булыуы тураһында тѳшѳнсә бирә. Шулай итеп, халыҡ ижадының был тѳрѳ ҙур тәрбиә саралары булып тора.

Бѳгѳнгѳ кѳндә рәхимһеҙлек, талау, кеше үлтереү, алдашыу ғәҙәти күренешкә әйләнеп киткән был заманда үткәнгә боролоп ҡарау, халҡыбыҙ туплаған рухи хазинаны яңынан ҡайтарыу мѳһим эш.

Йәш быуын ялҡау, әрәмтамаҡ һәм еңел генә, эшләмәйенсә кѳн күрергә ғәҙәтләнмәһен ѳсѳн уларҙы кесе йәштән эшкә ылыҡтырыу, дѳрѳҫ, намыҫлы йәшәргә ѳйрәтеү, йәмғиәттә юғалып ҡалмай, үҙ урынын табырға ярҙам итеү, иленә, халҡына тоғро хеҙмәт итерлек шәхес тәрбиәләү – бѳтә эшебеҙҙең, йәшәүебеҙҙең мәғәнәһе.

Ошо маҡсаттарҙан сығып йәш быуынды тәрбиәләү эшендә мин шундай саралар ҡулланам. Мәҫәлән, кѳндәлек эштә мин хеҙмәт һѳйѳүсәнлек тәрбиәләүгә иғтибар итәм. Шәхес формалаштырыу балала үҙ-үҙеңде хеҙмәтләндереүҙән башлана. Баланың беренсе аҙымы, асыҡ әйткән һүҙе, күлдәк кейеп ѳйрәнеүе – шатлыҡ. Ошо шатлыҡтарҙы ваҡытында күнекмәгә һалырға кәрәк. Үҙ-үҙеңде хеҙмәтләндереү – ул хеҙмәт күнекмәләре, үҙ аллылыҡ, ул физик тәрбиә лә, аҡыл тәрбиәһе лә, эстетик тәрбиә лә, гигиена тәрбиәһе лә. Мәҫәлән, балаларҙың йыуыныуы, ѳҫ-баш кейемдәрен сайып ҡуйыуын талап итергә. Ҡайһы бер балалар менән индивидуаль әңгәмәләшергә. Халҡыбыҙ йолаһы буйынса балаға йәш мал беркетеү йолаһы бар. Асыҡлайым, кемгә нимә атағандар? Нисек ул малды ҡарай? Ошолай итеп ғаиләлә хеҙмәт дәртләндерелә.

Диплом эшенең тѳп маҡсаттары:

Башҡорт халыҡ ижадында әкиәттәрҙә хеҙмәт һәм бәхет темаларының сағылышын асыҡлау һәм системалы ѳйрәнеү тора. Был маҡсатҡа ирешеү ѳсѳн түбәндәге бурыстар ҡуйылды:

1) Башҡорт халыҡ ижадындағы әкиәттәрҙе ѳйрәнеү;

2) Әкиәттәрҙең тарихи-социаль ерлеген билдәләү;

3) Әкиәттәрҙәге социаль мотивтарҙы ѳйрәнеү.

Диплом эшенең объекты булып хәҙерге башҡорт халыҡ ижадының әкиәттәре тора.

Диплом эшенең предметы булып башҡорт халыҡ ижады тора.

Диплом эшенең сығанаҡтары. Фактик материал башҡорт халыҡ ижадының йыйынтыҡтарынан, фолькло-ристика буйынса үткәрелгәнгә фәнни тикшереүҙәрҙән, фольклрҙы тѳрлѳ яҡлап ѳйрәнеүгә арналған мәҡәләләрҙән, йыйынтыҡтарҙан алынды.

Шулай итеп, әкиәттең вазифаһы һәм маҡсаты бер – ул изгелектең яуызлыҡҡа ҡаршы кѳрәшен данлай, тырышлығы, хеҙмәте ярҙамында ғәҙеллектең еңеүен раҫлай, ошо еңеү арҡаһында бәхеткә ѳлгәшә.

Структур йәһәттән килгәндә, эшем инештән, ике бүлектән, һәр бүлек ѳсәр параграфтан, йомғаҡлауҙан һәм ҡулланылған әҙәбиәт исемлегенән тора.


Выдержка из текста работы

I бүлек. Башҡорт халыҡ әкиәттәренең проблематикаһы һәм тарихи ерлеге

Әкиәттәр халыҡтың художестволы ижад емеше, үҙенсәлекле жанр булараҡ, тәүтормош община ҡоролошоноң тарҡалыу осоронда барлыҡҡа киләләр һәм боронғо хѳрәфәттәрҙе нығытыу, әллә ҡасанғы йола һәм ғѳрѳф-ғәҙәттәрҙе һаҡлау, артабан дауам итеү ниәтендә түгел, ә асылда уларға ҡапма-ҡаршы йүнәләштә үҫәләр, үҙҙәре ҡабул иткән мотивтарҙы, образдарҙы, сюжеттарҙы яңы быуындарҙың идеалдарына, ынтылыштарына яраҡлаштырып үҙгәртәләр, художестволы эшкәртәләр. Улар героик мотивтарҙы ижтимағи сфераға күсерә килеп, элекке ысынбарлыҡҡа ҡаршы мѳнәсәбәт, заманы уҙған йола һәм ғѳрѳф-ғәҙәттәрҙе инҡар итеү нигеҙендә тыуғандар, социаль тигеҙлек, ғәҙеллек ѳсѳн тирандарға ҡаршы кѳрәш тѳҫѳн алғандар. Һѳҙѳмтәлә тәү тормош фольклоры үҙенең архаик йѳкмәткеһен һәм кѳнкүренештәге практик тәғәйенләнешен тамам юғалтып, ауыҙ-тел сәнғәтенең ғәжәп бай йѳкмәткеле бер нәфис формаһына әүерелгән, ѳр-яңы идея-эстетик йүнәлеш алған; тәүтормош кешеһенең аңында анимизм, тотемизм күп тѳрлѳ ырым-хѳрәфәттәр тыуҙырған тылсымлы мотивтар, фантастик образдар һәм сюжеттар, һуңғараҡ әкиәтте ижад иткән. Халыҡтың социаль теләктәре һәм ѳмѳттәре, аңдары һәм ҡараштары менән үрелеп, әкиәттәргә яңы тѳшѳнсәләр һәм милли кѳнкүреш һыҙаттары ѳҫтәгән, жанрҙың үҙенә генә хас художестволы ысул һәм саралары барлыҡҡа килгән, сюжет тѳҙѳү һәм хикәйәләү алымдары ҡанунлашҡан. Быларҙың барыһы ла ижад тәжрибәһендә күп тапҡыр һыналып, ҡат-ҡат эшкәртелеп шымартылған, һәр осраҡта яраҡлаштырылып универсаллаштырылған. Әкиәт-тәрҙең образлвы йѳкмәткеһе барған һайын үҙенең тарихи ерлегенән нығыраҡ айырылған, әммә уның идея-эстетик мәғәнәһе, сәнғәтенең сифаты кәмемәгән, киреһенсә, талантлы әкиәтселәр ижадында асыҡ һыҙатланыш алған.

Һәр бер халыҡтың әкиәте шул милләттең тарихи яҙмышын, хужалыҡ ысулын һәм кѳнкүрешен сағылдыра, әммә ул уйҙырма характерҙа. Әлбиттә, ниндәй фантастиканың да бер ерлеге булған кеүек, әкиәттәрҙең дә тарихи ерлеге бар. Уның тәрән тамырҙары, бер яҡтан, тәүтормош кешеһенең мифологик ҡараштарына (анимизм, тотемизм һ.б.), күп тѳрлѳ хѳрәфәттәргә (табу, магия һ.б.), икенсе яҡтан, община ҡоролошонда кѳнкүреш тәртиптәрен билдәләгән йолаларға һәм ғѳрѳф-ғәҙәттәргә тоташа.

Легендалар, тарихи йырҙарҙан айырмалы рәүештә, әкиәттәрҙең нигеҙендә тормошта булып үткән конкрет ваҡиға йәки тарихи факт түгел, ә уйлап сығарылған хәл-ваҡиғалар ята. Аҡъял батыр («Аҡъял батыр») менән Ҡамыр батыр («Ҡамыр батыр»), Әбйәлил («Әбйәлил») менән Аҡмырҙа («Аҡмырҙа») кеүек әкиәт геройҙарының тормошта кем булыуҙарын, ҡайһы замандарҙа йәшәүҙәрен һәм ниндәй эштәр эшләүҙәрен билдәләү мѳмкин түгел. Улар әкиәттәргә тормошта булғандарҙы йәки тарихта ҙур батырлыҡтар күрһәткәндәре ѳсѳн түгел, ә халыҡтың хыял емеше булараҡ килеп ингәндәр.

Ниндәй әкиәтте алһаң да, ғәҙеллек һәм халыҡ бәхете ѳсѳн кѳрәш менән бер рәттән, шәхси бәхет ѳсѳн кѳрәш мотивтарын да күрергә була. Алтмыш ҡолас бейә лә, осоусы балаҫтар менән ҡанатлы толпар аттар ҙа, батырҙарҙы бер урындан икенсе урынға күсереп ҡуйыусы уҡтар ҙа – барыһы ла әкиәт геройына ошо кѳрәштә еңеп сығырға ярҙам итә. Изге кѳстәрҙең яуыз кѳстәрҙе мотлаҡ рәүештә еңеп сығыуы, үҙ маҡсаттарына ирешеүҙәре халыҡ хыялында тыуып әкиәттәргә әүәрелгән.


Заключение

Башҡорт халыҡ әкиәттәре – башҡорт халҡының рухи донъяһының гүзәл бер ѳлѳшѳ һәм халыҡ ижадының мѳһим бер күренеше. Унда теге йәки был халыҡтың оҙайлы тарихи яҙмышы үҙенсәлекле кәүҙәләндерелгән. Әкиәттәр халыҡтың идея-эстетик ҡараштарын, хыял һәм ынтылыштарын үҙенә туплағандар. Бәхетле һәм ирекле тормош тураһындағы ѳмѳттәр, ҡайнар теләктәр һәм ҡанатлы уй-фекерҙәр әкиәттәрҙең юғары идеялы халыҡсан йѳкмәткеһен илһам менән һуғарып килгәндәр. Әкиәттәр халыҡ ысынбарлығының үҙенсәлекле кѳҙгѳһѳ булыу менән бергә, уның тарихи оптимизм тойғоһо ла кәүҙәләндерелә. Тормоштоң берҙән-бер геройы – тарихтың ысын хужаһы. Социаль һәм синфи ҡыҫым шарттарында йәшәп, хәле бик ауырайған саҡтарҙа ла халыҡ күңел кѳрлѳгѳн юғалтмаған. Уның үткер зиһене социаль ҡыҫымға алыусыларҙы һәм синфи иҙелеүселәрҙе аяуһыҙ фашлаған, хыялында халыҡ батырҙарының еңеүҙәрен тыуҙырып, киләсәккә булған ҡаты ышанысын әйтеп биргән.

Әкиәттәрҙә фантастик сағылған тормош ваҡиғалары һәм күренештәре сикһеҙ бай, тѳшѳп еткеһеҙ тәрән һәм һанап бѳтѳргѳһѳҙ тѳрлѳ-тѳрлѳ булған кеүек үк, ваҡиғаларға булған мѳнәсәбәт һәм ҡараш та шул тиклем тәрән мәғәнәле һәм киң диапозонлы.

Ер шарында әкиәт геройҙары булмаған урын юҡ. Улар айға ла менәләр, ете ҡат ер аҫтына ла тѳшәләр, күктә лә осалар, диңгеҙ тѳбѳнә лә тѳшәләр. Тыңлаусының күҙ алдына сихри донъяла йәшәүсе, ҡара кѳстәргә ҡаршы кѳрәшеүсе, ел еткермәҫ ҡуш ҡанатлы таянысы – толпарына атланып, алмас ҡылысын болғап елгән ҡаһармандар, кѳмѳш ҡалаҡҡа һалып йоторлоҡ, бер бите кѳн, бер бите ай сибәрҙәр, теләһә ниндәй сетерекле хәлдә лә юғалып ҡалмаҫ аҡыл эйәләре, әҙәмсә һѳйләшкән, әҙәмсә йәшәгән йәнлектәр килеп баҫҡандай була. Бында меҫкен ҡуян януарҙар батшаһы арыҫланды тѳп башына ултырта, әтәс күл тиклем күл йота. Йүгән кейҙереү була – ҡорсаңғы тай бына тигән толпарға әйләнә. Таҙ уның бер ҡолағынан инеп, икенсеһенән сыға һәм һылыуҙан һылыуыраҡ, батырҙан батырыраҡ егеткә әүерелә. Батыр булыр ир бала ҡамырҙан да ярала, тамырҙан да ярала, ай үҫәһен кѳн үҫә, йыл үҫәһен ай үҫә.

Борон-борондан билдәле, тѳрлѳ яуҙарҙа дан алған (ул мифик булһынмы, тарихи булһынмы) башҡорт батырҙары физик яҡтан да, рухи яҡтан да кѳслѳ, ғәйрәтле, әхләҡи яҡтан камил, бѳйѳк шәхесте кәүҙәләндерә һәм ошо исемде йѳрѳткән кешенең тик ыңғай сифаттарын ғына күрә, сѳнки батырҙың тәғәйенләнеше – тормошта гармония урынлаштырыу, дѳйѳм кешелек дәрәжәһен яҡлау. Шуға ла халыҡ аңында бындай кеше күңелендә ҡара уйҙар йѳрѳтѳргә хаҡһыҙ кеүек килеп баҫа. Батыр – саф күңелле, тик мѳҡәддәс маҡсаттар менән генә йәшәгән идеаль кеше.

Батырҙар тураһындағы башҡорт халыҡ әкиәттәренең үҙенсәлеге шунда: геройҙың серле-мѳғжизәле тыуыуы, уның ғәҙәттән тыш бала сағы, илгә афәт килтергән яуыз заттарға ҡаршы сығыуы, улар менән яңғыҙы йән аямай һуғышыуы, илдә тыныслыҡ, ғәҙеллек һәм тигеҙлек урынлаштырыуы. Әкиәт батыр физик яҡтан кѳслѳ, ғәйрәтле, саф рухлы, тәүтормош община ҡоролошоноң тарҡалыу осоронда барлыҡҡа килә һәм боронғо хѳрәфәттәрҙе нығытыу, әллә ҡасанғы йола һәм ғѳрѳф-ғәҙәттәрҙе һаҡлау, артабан дауам итеү ниәтендә түгел, ә асылда уларға ҡапма-ҡаршы йүнәлештә үҫә, үҙе ҡабул иткән мотивтарҙы, образдарҙы, сюжеттарҙы яңы быуындарҙың идеалдарына, ынтылыштарына яраҡлаштырып үҙгәртә, художестволы эшкәртә.

Әҙәп-әхләҡ темаһы художестволы ижадтың бер генә жанрын да ҡағылмай үтмәгән. Быны беҙ боронғо ғѳрѳф-ғәҙәттәр, йолалар, ышаныуҙар менән дә бәйләй алабыҙ. Сѳнки әҫәрҙәр тормош-кѳнкүреш ваҡиғаларына нигеҙләнеп ижад ителә. Ниндәйҙер бер сетерекле ситуациянан имен-аман сыҡҡан кеше, һуңынан шул хәлде башҡаларға ѳгѳт-нәсихәт итеп, шул рәүештә һѳйләп бирә. Артабан был хәл телдән-телгә күсеп, булған хәл итеп түгел, ә әкиәт итеп һѳйләнелә башлай. Бынан күренеүенсә, әкиәттең тѳп әһәмиәте – йәш быуынды тәрбиәләүгә йүнәлтелеүендә. Әкиәттәрҙә халыҡтың бай тормош тәжрибәһе лә сағылған.

Фән һәм техника үҫешкән хәҙерге дәүәрҙә, донъя йәменә ҡарағанда, йәшәү ғәменә нығыраҡ бирелеп, иҫәп-хисап буйынса йәшәргә күнегеп киткән кеше әкиәтте ололар ѳсѳн әһәмиәтен юғалтҡан, бары балаларҙың ғына эстетик зауығына хуш килә торған ижади күренеш тип белә. Ә элек әкиәт ауыр хеҙмәттән һуң күңел йыуатыу, ваҡыт үткәреү сараһы булған. Әкиәт аша тыңлаусыларға халыҡтың әхләҡи, эстетик тәжрибәһе күндерелгән.

Бик боронғо замандарҙа әкиәтте зауыҡ ѳсѳн генә һѳйләмәгәндәр: әкит һѳйләү һәм уны тыңлау йола атҡарыуға кергән. Беҙҙең йыраҡ ҡәрҙәштәребеҙ булған Себер тѳркиҙәрендә әкиәт үҙенең ошо вазифаһын һуңғы дәүерҙәргәсә һаҡлап ҡалған. Ауға сығыусылар үҙҙәре менән әкиәтсе алып барып, һунарҙың һѳҙѳмтәһен уның һүҙгә маһирлығы менән «үлсәнгән». Уларҙың уйынса, кисен һунарсылар аласығында, йә асыҡ һауала яғылған усаҡ янында әкиәт һѳйләүе – фараз эш, йола булған. Сѳнки урман хужалары, кейек эйәләре әкиәт тыңларға яраталар тип уйлағандар. Иртәгәһен һунар уңһа, тау, урман хужалары, кейек эйәләре әкиәтте оҡшатты тип иҫәпләгәндәр. Бер үк әкиәтте, милли ерлектәге бѳтә әкиәттәрҙе лә, олоһо ла, кесеһе лә, байы ла фәҡире лә уртаҡ хазина тип белгән, берҙәй күргән.

Әкиәттәр йәш быуынды тәрбиәләүҙә бигерәк тә ҙур роль уйнай. Әкиәт аша улар изгелек һәм яуызлыҡ, хәҡиҡәт һәм ялған, батырлыҡ һәм ҡурҡаҡлыҡ, ғәҙеллек һәм ғәҙелһеҙлек, инсафлыҡ һәм тупаҫлыҡ, матурлыҡ һәм йәмһеҙлек кеүек әхләҡи-эстетик тѳшѳнсәләр хаҡында мәғлүмәт ала, яҡшыны ямандан айырырға ѳйрәнә.

Был сығарылыш эшендә, үрҙә әйтелгәндәрҙән тыш, бәхет һәм бәхетһеҙлек тураһында фекер йѳрѳтѳргә тырышыу булды. Беҙ ҡараған «Аҡъял батыр», «Ҡамыр батыр», «Әб-йәлил», «Аҡмырҙа», «Незнай», «Дандан батыр», «Һонтай егете», «Сәфәр», «Үгәй ҡыҙ менән убырлы әбей», «Үгәй әсә», «Алып батыр», «Урал батыр», «Яңғыҙаҡ батыр», «Ҡыҙ, егет, дейеү», «Ғәлиә», «Быжырмәргән», «Ҡояш ҡыҙ», «Тѳлкѳ менән бүҙәнә», «Ҡаҙҙар ниңә ала булған», «Ҡуян менән арыҫлан», «Хужаның үлеме», «Йәләл бабай-ҙың бәхет табыуы», «Ѳс батыр» һ.б. әкиәттәрҙә халыҡ батыры ѳсѳн кѳрәш менән шәхси бәхет ѳсѳн кѳрәш бергә үрелеп бирелә. Үҙ бәхетен тапҡан әкиәт геройында халыҡ бәхете лә күрһәтелә, сѳнки йәберһетелгән, иҙелгән геройҙың матур тормошо – халыҡтың хыял емеше. Әкиәттәрҙең ниндәй тѳрѳн алһаҡ та, унда дѳрѳҫлѳк һәр саҡ алға сыға, яҡшылыҡ яманлыҡты еңә.

Әкиәттәрҙә оло ғорурлыҡтан, мѳһабәт тантананан алып еңелсә, һиҙелер-һиҙелмәҫ кѳлѳүгә тиклем уй-тойғо нескәлектәре сағылыш тапҡан.

Ә халыҡ образын дѳйѳмләштергән геройҙың бәхеткә ирешеүе бѳтә халыҡ массаһының бәхет яулауына тиң.

Башҡорт халыҡ әкиәттәрендә башҡорт халҡының милли йѳҙѳ, милли характер үҙенсәлектәре, тарихи яҙмышының һәм кѳнкүрешенең, иҡтисади хәленең һәм ғѳрѳф-ғәҙәттәренең ерлекле айырымлыҡтары асыҡ сағылыш алған. Унда башҡорт теленең хазиналары, һүҙ байлыҡтары, тасуири мѳмкинлектәре тупланған. Башҡорт халыҡ әкиәттәре – башҡорт халҡын ѳйрәнеүҙең хѳрмәтле лә, яуаплы ла сығанағы.

Шулай итеп, XXI быуатҡа аяҡ баҫҡан саҡта рухи мәҙәниәтебеҙ менән донъяға булған ҡараштарыбыҙ элеккесә ҡала. Әммә ләкин уларҙы һаҡлап алып ҡалыу һәм артабан үҫтереү проблемаһы килеп тыуа. Был иһә башҡорт мәктәбендә белем һәм тәрбиә биреү процесының сифатын күтәреүҙе талап итә. Ошо йәһәттән халыҡ педагогикаһына мѳрәжәғәт итеү, бигерәк тә уның ауыҙ-тел ижады ѳлгѳләрен ошо күҙлектән ѳйрәнеү бик тә актуаль һанала, тип уйлайым.


Список литературы

1. Башҡорт халыҡ ижады. Әкиәттәр / Тѳҙ., инеш мәҡәлә: аңлатмалар авторы М.Х. Минһажетдинов. 2-се китап. Ѳфѳ, 1976.

2. башҡорт халыҡ ижады. Әкиәттәр / Тѳҙ., инеш мәҡәлә: аңлатмалар авторы М.Х. Минһажетдинов. 1-се китап. Ѳфѳ, 1976.

3. Башҡорт халыҡ ижады. Әкиәттәр / Тѳҙ., инеш мәҡәлә: аңлатмалар авторы М.Х. Минһажетдинов. 2-се китап. Ѳфѳ, 1976. -373 б.

4. Башҡорт халыҡ ижады. Әкиәттәр / Тѳҙ., инеш мәҡәлә; аңлатмалар авторы М.Х. Минһажетдинов. 1-се китап. Ѳфѳ, 1976. - 387 б.

5. Башҡорт халыҡ ижады. Йола фольклоры /Тѳҙ., инеш мәҡәлә, аңлатмалар авторҙары Р.Ә. Солтангәрәева, Ә.М. Сѳләймәнов. I том. Ѳфѳ, 1995. - 358 б.

6. Башҡорт халыҡ ижады. Йола фольклоры. / Тѳҙ., инеш мәҡәлә, аңлатмалар авторҙары Р.Ә. Солтангәрәева, Ә.М. Сѳләймәнов. I том. Ѳфѳ, 1995. - 456 б.

7. Башҡорт халыҡ ижады. Эпос. /Тѳҙ., инеш мәҡәлә, аңлатмалар авторы М.М. Сәғитов. 1-се китап. Ѳфѳ, 1972. 398 б.

8. Ализаде З.А. Синтактико-стилистические особенности пословец и поговорок в азербайджанском языке // Советская тюркология Л 980 №17, 59-67-се бб.

9. Афанасьев А.Н. Живая вода и вещее слово. М.: Советская Россия, 1988. - 64-75-се бб.

10. Бадмаева С.С. Язык и стиль сказок монгольских народов (На материале лексики): Дис. канд. Филол. Наук: Элиста, 2004. 165 с.

11. Башҡорт әҙәбиәтендә метод һәм стиль мәсьәләләре – Ѳфѳ 1982. - 158 б.

12. Бараг Л.Т. Сказочная фантастика и народные верования// Советская этнография. - 1966 - №5 -С. 17-27.

13. Башҡорт халыҡ ижады. Әкиәттәр. 1-се китап. - Ѳфѳ: Башҡортостан китап нәшриәте, 1976, - 376 б.

14. Башҡорт халыҡ ижады. Әкиәттәр. 2-се китап. - Ѳфѳ: Башҡортостан китап нәшриәте, 1976, - 376 б.

15. Башҡорт халыҡ ижады. Әкиәттәр. 3-сѳ китап. - Ѳфѳ: Башҡортостан китап нәшриәте, 1978, - 352 б.

16. Башҡорт халыҡ ижады. Әкиәттәр. 4-се китап. - Ѳфѳ: Башҡортостан китап нәшриәте, 1981, - 398 б.

17. Башҡорт халыҡ ижады. Әкиәттәр. 5-се китап. - Ѳфѳ: Башҡортостан китап нәшриәте, 1983, - 390 б.

18. Башҡорт халыҡ ижады. Әкиәттәр, риүәйәттәр, хикәйәләр сәсәндәр ижады. - Ѳфѳ: Башҡортостан китап нәшриәте, 1982, - 424 б.

19. Башҡорт халыҡ ижады.- Ѳфѳ: Башҡортостан китап нәшриәте, 1959, - 282 б.

20. Башҡорт әкиәттәре. - Уфа: Китап, 1996 – 400 б.

21. Биишев Ғ. Бәндәбикә менән Ерәнсә сәсән// Башҡорт-остан ҡыҙы – 1961. № 9 -18-20-се бит.

22. Бикбулатов Н.В. Отражение минората и майората в башкирских народных сказках// Фольклор народов РСФСР. Вып. 2. Уфа; 1974 – С. -52-62.

23. Бураҡаев Д.Н. Мѳғжизәләр донъяһына сәйәхәт. - Ѳфѳ: Башҡортостан китап нәшриәте, 1983, - 332 б.

24. Галин С.А. Тел асҡысы халыҡта. Башҡорт фольклоры: аңлатмалы һүҙлек. Уҡыу ҡулланмаһы. Ѳфѳ: Китап, 1993. – 224 б.

25. Галин С.А. Башҡорт фольклоры. - Пермь, 1975. - 234 б.


Тема: «Башҡорт халыҡ әкиәттәрендә хеҙмәт темаһы һәм бәхет проблемаһы»
Раздел: Разное
Тип: Дипломная работа
Страниц: 70
Стоимость
текста
работы:
2400 руб.
Нужна похожая работа?
Закажите авторскую работу по вашему заданию.
  • Цены ниже рыночных
  • Необходимый уровень антиплагиата
  • Прямое общение с исполнителем вашей работы
  • Бесплатные доработки и консультации
  • Минимальные сроки выполнения
  • Пишем сами, без нейросетей

Мы уже помогли 24535 студентам

Средний балл наших работ

  • 4.89 из 5
Узнайте стоимость
написания вашей работы
Другие работы автора
  • Дипломная работа:

    Особенности перевода рекламных слоганов (на материале рекламы продутов питания и напитков)

    50 страниц(ы) 

    Введение 3
    Глава I. Теоретические предпосылки к осмыслению понятий «слоган», «рекламный текст», «переводческая эквивалентность» 6
    1.1 Определение термина «реклама» 6
    1.1.1 Функции рекламы 8
    1.1.2 Структура рекламного текста 9
    1.1.3 Определение термина «слоган» 11
    1.1.4 Функциональные стили и их применение при создании рекламных слоганов 15
    1.2 Уровни переводческой эквивалентности 25
    Выводы по главе I 36
    Глава II. Классификация уровней эквивалентности при переводе слоганов продуктов питания и напитков 38
    2.1 Анализ частотности использования разных уровней эквивалентности при переводе рекламных слоганов продуктов питания и напитков 38
    Выводы по главе II 44
    Заключение 47
    Список литературы 48
    Список условных сокращений 51
  • Дипломная работа:

    Защита школьников от информации причиняющий вред их здоровью и развитию

    53 страниц(ы) 

    Введение.….3
    Глава 1. Анализ влияния средств информации на формирование личности школьника….7
    1.1. Интернет как средство информационного воздействия на школьника….7
    1.2. Теоретические основы воздействия средств телевидения на познавательную деятельность и поведение школьника….16
    Глава 2. Меры по защите школьников от информации причиняющей вред их здоровью и развитию…25
    2.1. Работа педагога по защите школьников от вредной информации….25
    2.2. Досуг школьника, его роль в развитие детей и формировании информационной безопасности….34
    Глава 3. Экспериментальное исследование по развитию у школьника умения выявлять информационную угрозу….40
    3.1. Организация и описание исследования….….40
    3.2. Анализ полученных результатов проведенной работы….…48
    Выводы по 3 главе….….59
    Заключение…50
  • ВКР:

    Стилистическое использование эпитетов цветообозначения в художественной литературе

    58 страниц(ы) 

    Кереш.
    Төп өлеш.
    Беренче бүлек
    Тел белемендә эпитетларның өйрәнү дәрәҗәсе.
    1.1. Эпитетларны татар тел белемендә өйрәнү.
    1.2. Эпитетларның стилистик кулланылышы.
    Икенче бүлек
    Матур әдәбият әсәрләрендә төс эпитетларының стилистик кулланылышы.
    2.1. Әдәби текстларга филологик анализ ясау үзенчәлекләре.
    2.2. Төс эпитетларының стилистик кулланылышы.
    Өченче бүлек
    Мәктәптә әдәби әсәргә комплекслы анализ ясау үзенчәлеге.
    3.1. Тел дәресләрендә филологик анализлауның максат һәм бурычлары.
    3.2. Сәнгатьле әсәр телен тикшерү максатында биремнәр системасы.
    Йомгак.
    Файдаланылган әдәбият исемлеге.
    Кушымта.
  • Контрольная работа:

    Бухгалтерский учет В25. Назначение и формирование учетной политики организации

    26 страниц(ы) 

    1. Назначение и формирование учетной политики организации 3
    2. Объекты бухгалтерского учета и их классификация 9
    2. Документация хозяйственных операций 13
    3. Практическая часть 18
    4. Список литературы 26
  • Дипломная работа:

    Методическое обеспечение лекционных занятий по теме «линейная алгебра и векторные пространства»

    255 страниц(ы) 

    Введение….
    Часть I. Лекция 1. …
    Тема 1. Матрицы ….….
    1.1. Понятие матрицы, действия над матрицами….
    1.2. Свойства операций умножения и сложения матриц….
    Лекция 2…
    1.3. Обратимые матрицы….
    1.4. Элементарные матрицы….
    1.5. Вычисление обратной матрицы….
    Лекция 3,4,5….
    Тема 2. Векторные системы….….
    2.1. Определение векторного пространства….
    2.2. Арифметическое n-мерное векторное пространства….
    2.3. Линейная зависимость и независимость системы векторов….
    2.4. Эквивалентные системы векторов….
    2.5. Понятие базиса системы векторов….
    2.6. Ранг конечной системы векторов…
    Лекция 6,7 .….
    2.7. Системы линейных уравнений (СЛУ) ….
    2.8. Равносильные СЛУ. Элементарные преобразования систем уравнений….
    2.9. Равенство строчечного и столбцового рангов матрицы….
    2.10. Ступенчатые матрицы…
    Лекция 8,9,10 .…
    2.11. Метод Гаусса….
    2.12. Критерий совместности неоднородной системы линейных уравнений (Теорема Кронекера-Капелли) …
    2.13. Связь между решениями неоднородной с.л.у. и решениями ассоциированной с ней однородной с.л.у….
    2.14. Теоремы о следствиях линейных уравнений….
    Лекция 11,12 .….
    2.15. Фундаментальная система решений о.с.л.у….
    2.16. Понятие транспонированной матрицы….
    2.17. Условия обратимости матрицы….
    ПРИМЕРНЫЕ ВАРИАНТЫ КОНТРОЛЬНОЙ РАБОТЫ №1
    Лекция 13,14,15…
    Тема 3. Алгебры и алгебраические операции….….…
    3.1. Бинарные операции. N-местные операции….
    3.2. Нейтральные элементы, регулярные, симметричные….
    3.3. Аддитивная и мультипликативная форма записи….
    3.4. Понятие алгебры….
    3.5. Гомоморфизмы алгебры….
    Тема 4. Группы, кольца, поля….….
    4.1. Понятие группы…
    4.2. Понятие подгруппы….
    4.3. Гомоморфизмы групп….
    4.4. Кольца…
    4.5. Простейшие свойства колец…
    4.6. Критерий подкольца….
    4.7. Поля…
    Лекция 16 .….
    4.8. Подстановки….
    4.9. Четные и нечетные подстановки….
    4.10. Знак подстановки…
    Лекция 17,18,19…
    Тема 5. Поле комплексных чисел….…
    5.1. Комплексное расширение поля….
    5.2. Поле комплексных чисел….
    5.3. Понятие сопряженного числа….
    5.4. Модуль комплексного числа….
    5.5. Геометрическое представление комплексных чисел…
    5.6. Тригонометрическая форма комплексного числа….
    5.7. Корни n-й степени из 1….
    5.8. Корни n-й степени из произвольного комплексного числа….
    Лекция 20,21,22 ….
    Тема 6. Определители….
    6.1. Определение определителя….
    6.2. Свойства определителей….
    6.3. Определители второго и третьего порядков….
    6.4. Миноры и их алгебраические дополнения….
    6.5. Вычисление определителей….
    Лекция 23 ….….
    6.6. Определитель произведения матриц….
    6.7. Формула обратной матрицы…
    Лекция 24 ….….
    6.8. Правило Крамера….
    ПРИМЕРНЫЕ ВАРИАНТЫ КОНТРОЛЬНОЙ РАБОТЫ № 2….
    Приложение 1. Определение системы натуральных чисел….
    Приложение 2. Метод математической индукции….
    Часть II . Лекция 25,26….
    Тема 7. Векторное пространство над данным полем …
    7.1. Определение векторного пространства ….
    7.2. Свойства векторных пространств….
    7.3. Понятие подпространства векторного пространства…
    7.3.(а) Свойства подпространств…
    7.3.(б) Линейная оболочка множества векторов. Понятие подпрост-ранства векторного пространства….….
    7.4. Сумма подпространств…
    7.5. Базис и размерность векторного пространства V над полем F…
    7.6. Дополнение независимой системы векторов до базиса векторного пространства…
    Лекция 27,28,29….
    7.7. Размерность векторного пространства. Свойства размерности….
    7.8. Связь между различными базисами векторного пространства…
    7.9. Связь между координатами векторами вектора в различных базисах…
    7.10. Изоморфизм векторных пространств….
    7.11. Свойства изоморфизмов векторных пространств….
    7.12. Векторные многообразия. Свойства…
    7.13. Множество решений системы линейных уравнений как векторное многообразие…
    ПРИМЕРНЫЕ ВАРИАНТЫ КОНТРОЛЬНОЙ РАБОТЫ №1…
    Лекция 30,31,32….
    Тема 8. Линейные отображения…
    8.1. Определение линейного отображения…
    8.2. Свойства линейных операторов….
    8.3. Ядро и базис линейного оператора….
    8.4. Операции над линейными операторами….
    8.5. Матрица линейного оператора…
    8.6. Связь между координатами вектора и его образа ….
    8.7. Связь между матрицами линейного оператора относительно различных базисов….
    Лекция 33,34,35….
    8.8. Инвариантные подпространства линейного оператора…
    8.9. Собственные векторы и собственные значения линейного оператора….
    8.10. Способ нахождения собственных векторов…
    8.11. Собственные подпространства….
    8.12. Операторы с простым спектром…
    8.13. Условия, при которых, матрица линейного оператора подобна диагональной…
    Лекция 36,37…
    8.14. Понятие о линейной алгебре…
    8.15. Алгебра кватернионов как пример линейной алгебры….
    8.16.Алгебра линейных операторов векторного пространства V над
    полем F….…
    8.17. Алгебра линейных операторов (End V) как пример линейной алгебры ….
    8.18. Изоморфизм алгебры линейных операторов и полной матричной алгебры.…
    Лекция 38,39,40,41….
    Тема 9. Евклидовы векторные пространства…
    9.1. Векторные пространства со скалярным произведением….
    9.2. Ортогональная система векторов…
    9.3. Процесс ортогонализации…
    9.4. Ортогональное дополнение к подпространству…
    9.5. Евклидовы пространства….
    9.6. Ортонормированный базис….
    9.7. Изоморфизм евклидовых пространств. Свойства изоморфизмов евклидовых пространств….
    ПРИМЕРНЫЕ ВАРИАНТЫ КОНТРОЛЬНОЙ РАБОТЫ №2…
    Заключение….
    Литература…
  • Дипломная работа:

    Содержание психолого-педагогической деятельности в социальном приюте для детей и подростков

    69 страниц(ы) 

    Введение….….3
    Глава I. Теоретические основы проблемы беспризорности и безнадзорности детей и подростков.
    1.1 Содержание понятий «безнадзорность» и «беспризорность»….….…8
    1.2 Причины детской безнадзорности и беспризорности….….….…13
    1.3 Профилактика детской беспризорности и безнадзорности….…20
    Выводы по первой главе….….….29
    Глава II. Психолого – педагогическая деятельность в социальном приюте для детей и подростков Благовещенского района "Нур" с. Бедеева Поляна
    2.1. Социальный приют как особый тип учреждения для беспризорных и безнадзорных детей и подростков….….….31
    2.2 Особенности психолого – педагогической деятельности по профилактике безнадзорности и беспризорности в социальном приюте для детей и подростков Благовещенского района "Нур" с. Бедеева Поляна….….42
    Выводы по второй главе….….57
    Заключение….60
    Список литературы….63
  • Дипломная работа:

    Воспитание гибкости у обучающихся 7-8 лет на уроках физической культуры

    40 страниц(ы) 

    ВВЕДЕНИЕ 3
    ГЛАВА I. ОБЗОР ЛИТЕРАТУРНЫХ ИСТОЧНИКОВ ПО ТЕМЕ 5
    1.1 Урок физической культуры в начальной школе как основная форма физического воспитания обучающихся 5
    1.2 Формы проявления гибкости 9
    1.3 Средства и методы воспитания гибкости 12
    ВЫВОДЫ ПО ПЕРВОЙ ГЛАВЕ 19
    ГЛАВА II. МЕТОДЫ И ОРГАНИЗАЦИЯ ИССЛЕДОВАНИЯ 21
    2.1 . Методы исследования 21
    2.2 Организация исследования 23
    ГЛАВА III. РЕЗУЛЬТАТЫ ИССЛЕДОВАНИЯ И ИХ ОБСУЖДЕНИЕ 25
    3.1 Комплекс упражнений, направленный на воспитание гибкости у обучающихся 7-8 лет на уроках физической культуры 25
    3.2 Результаты исследования 27
    СПИСОК ИСПОЛЬЗОВАННЫХ ИСТОЧНИКОВ 37
  • Дипломная работа:

    Мeтoдичecкиe рeкoмeндации пo прoeктирoванию интeрьeра

    91 страниц(ы) 

    ВВEДEНИE 3
    Глава I. Тeoрeтичecкиe ocнoвы прoeктирoвания интeрьeра пoмeщeний 6
    1.1 Ocнoвы дизайн-прoeктирoвания интeрьeра 6
    1.2. Вocприятиe фoрм при прoeктирoвании интeрьeра пoмeщeний 9
    1.3. Влияниe цвeта на вocприятиe oбъeктoв интeрьeра пoмeщeний 11
    1.4. Освещение в интерьере. Основные виды и типы освещения 15
    Глава II. Работа над проектом «Оформление интерьера учебного помещения художественно-графического факультета БГПУ им. М.Акмуллы.» 19
    2.1. Общая характеристика учебного помещения художественно-графического факультета 19
    2.2. Этапы выполнения работы по оформлению интерьера учебного помещения 19
    2.3. Оформление интерьера учебного помещения 21
    Глава III. Мeтoдичecкиe рeкoмeндации пo прoeктирoванию интeрьeра 38
    3.1. Мeтoдичecкиe рeкoмeндации пo прoeктирoванию интeрьeра учeбнoгo пoмeщeния 38
    3.2. План-кoнcпeкт урoка «Интeрьeр. Прoeктирoваниe интeрьeра» 43
    3.3. План-кoнcпeкт урoка «Прoeктирoваниe интeрьeра» 46
    ЗАКЛЮЧEНИE 51
    CПИCOК ИCПOЛЬЗOВАННOЙ ЛИТEРАТУРЫ 53
    Элeктрoнныe рecурcы 57
    ПРИЛOЖEНИЯ 58
  • Дипломная работа:

    Формирование этнической толерантности у учащихся на уроке музыки в процессе изучения азербайджанской, армянской и грузинской музыкальной культуры

    85 страниц(ы) 

    ВВЕДЕНИЕ …3
    ГЛАВА I. ТЕОРЕТИЧЕСКИЕ ОСНОВЫ ФОРМИРОВАНИЯ ЭТНИЧЕСКОЙ ТОЛЕРАНТНОСТИ У УЧАЩИХСЯ НА УРОКЕ МУЗЫКИ В ПРОЦЕССЕ ИЗУЧЕНИЯ АЗЕРБАЙДЖАНСКОЙ, АРМЯНСКОЙ И ГРУЗИНСКОЙ МУЗЫКАЛЬНОЙ КУЛЬТУРЫ ….10
    1.1.Этническая толерантность в структуре личности…10
    1.2. Музыкальные традиции азербайджанского, армянского и грузинского народов…. 20
    Выводы по первой главе….….31
    ГЛАВА II. ПЕДАГОГИЧЕСКИЕ УСЛОВИЯ ФОРМИРОВАНИЯ ЭТНИЧЕСКОЙ ТОЛЕРАНТНОСТИ У УЧАЩИХСЯ НА УРОКЕ МУЗЫКИ ….32
    2.1.Содержание, формы и методы формирования этнической толерантности у учащихся…32
    2.2. Опытно-экспериментальная работа и ее результаты …44
    Выводы по второй главе ….52
    ЗАКЛЮЧЕНИЕ ….54
    СПИСОК ИСПОЛЬЗОВАННОЙ ЛИТЕРАТУРЫ ….56
    ПРИЛОЖЕНИЕ….62
  • Дипломная работа:

    ИЗУЧЕНИЕ БИОРАЗНООБРАЗИЯ ПТИЦ КАРАИДЕЛЬСКОГО РАЙОНА (НА ПРИМЕРЕ с. КАРАИДЕЛЬ)

    79 страниц(ы) 

    Введение 3
    Глава 1. Обзор литературы 5
    1.1. История изучения орнитофауны в Башкортостане 5
    1.2. Биология и экология птиц, обитающих на территории Караидельского района 10
    Глава 2. Место, объект и методы исследований 41
    2.1. Физико-географическая характеристика Караидельского 41
    2.2. Объект исследования 43
    2.3. Методы исследования 43
    2.3.1. Метод маршрутного учета птиц (методика Равкина) 43
    2.3.2. Метод сплошного учета птиц без полосы ограничения 49
    Глава 3. Результаты собственных исследований 55
    3.1. Результаты исследования видового разнообразия, биологии и экологии птиц Караидельского района с. Караидель 55
    Заключение 71
    Выводы 72
    Литература 75