СтудСфера.Ру - помогаем студентам в учёбе

У нас можно недорого заказать курсовую, контрольную, реферат или диплом

Аналитические глаголы в произведениях З. Биишевой и методика изучения их на уроках башкирского языка - Дипломная работа №32906

«Аналитические глаголы в произведениях З. Биишевой и методика изучения их на уроках башкирского языка» - Дипломная работа

  • 62 страниц(ы)

Содержание

Введение

Выдержка из текста работы

Заключение

Список литературы

фото автора

Автор: navip

Содержание

Инеш.

I бүлек. Тел ғилемендә һүҙьяһалыштың үҫеше һәм өйрәнелеү тарихы.

1.1. Төрки телдәрҙә һүҙьяһалыштың тарихи үҫеше.

1.2. Башҡорт телендә ҡылым һүҙьяһалышының өйрәнелеү тарихы.

II бүлек. Зәйнәб Биишеваның “Кәмһетелгәндәр” романында аналитик ҡылымдар.

2.1. Романда исем һүҙ төркөмдәренә ҡараған ҡушма һүҙҙәр.

2.2. Ҡылым һүҙ төркөмдәренә ҡараған ҡушма һүҙҙәрҙең бирелеше.

III бүлек. З. Биишева әҫәрҙәрендәге аналитик ҡылымдарҙы өйрәнеү үҙенсәлектәре

Йомғаҡлау.

Ҡулланылған әҙәбиәт исемлеге.


Введение

Донъяла нисәмә төрлө тел бар, шуларҙың һәр береһе үҙ ысулы, үҙ сараһы менән бер үк маҡсатты, кешенең фекерен сағылдырыу маҡсатын, бойомға ашыра. Шуға күрә тел ғөмүмән бер мөғжизә булһа, һәр тел – үҙенә башҡа бер мөғжизә, үҙенә башҡа бер ижад емеше. Тел халыҡтың үҙе менән бергә яралып, үҙе менән бергә үҫә. Шуның өсөн ул халыҡтың бөтә яҙмышын, бөтә булмышын сағылдыра. Әйтәйек, башҡорт теленең башҡа төрки телдәргә һис тә оҡшамаған үҙенсәлекле сифаттары бар икән, ул башҡорт халҡының борон заманда уҡ төрки донъянан айырылып, бүтән мөхиттә ғүмер иткәнен күрһәтә. Милләттең эске тәбиғәтен күрһәткән билдәләрҙән, әлбиттә, тел иң беренсе урынды алып тора. Тел милләттең этник булмышын билдәләй, рухиәтен кәүҙәләндерә. Тел кешенең рухи донъяһын, милли тойғоһо менән милли ғорурлығын, ата-бабаһы менән балалары алдындағы тарихи бурысын тотош үҙ эсенә ала.

Телдең байлығы, һүҙлек составының үҫеше шул телдә аралашыусы халыҡ иҡтисадының ныҡ үҫкән булыуы, мәҙәниәте, сәнғәте, ауыҙ-тел ижады, әҙәбиәтенең сәскә атыуы менән билдәләнә. Шуға күрә мәктәптә башҡорт теле һүҙлек составының яңынан-яңы һүҙҙәр, төшөнсәләр менән даими байып тороуы менән танышыу уҡыусыларҙың аңында үҙ халҡының рухи донъяһы, рухи байлығының үткәне һәм бөгөнгөһө, уның сәскә атыуы рәүешендә сағылыш таба.

Туған телде өйрәнеү, уның фонетик һәм грамматик законлыҡтарын бөтә нескәлектәренә тиклем белеү, телмәрҙә лексик байлығын урынлы ҡулланыу күнекмәләренә эйә булыу башҡа предметтарҙы ныҡлы үҙләштереү өсөн ҙур мөмкинлектәр тыуҙыра.

Диплом эшенең актуаллеге. Телдәге һәр бер һүҙ, һәр бер грамматик форма юҡтан ғына хасил булмай, ул ниндәйҙер законға буйһона, икенсе яҡтан, ул халыҡ тормошонда булған хәл-ваҡиғаларҙы, уның йәшәү рәүешен, бүтән халыҡтар менән бәйләнешен сағылдыра. Билдәле булыуынса, һүҙьяһалыш, тел тураһындағы фәндең һүҙ төҙөлөшөн һәм һүҙҙәрҙең яһалыу юлдарын өйрәнеүсе бүлеге булараҡ, лексикология һәм грамматика менән тығыҙ бәйләнештә тора. Телдә яһалыу ысулы буйынса төрлө һүҙҙәр осрай: тамыр, яһалма һәм ҡушма һүҙҙәр. Ҡушма һүҙҙәр нигеҙҙәрҙең (йәки тамырҙарҙың) бер-береһенә ҡушылып килеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә, уларҙы яҙыусы һәм шағирҙарҙың ижадында йыш осратырға мөмкин.

Зәйнәб Биишеваның “Кәмһетелгәндәр” романы нигеҙендә ҡушма һүҙҙәрҙең (аналитик ҡылымдарҙың) бирелешен анализлау диплом эшенең актуаллеген билдәләй.

Ғилми эшебеҙҙең тикшеренеү объекты – Зәйнәб Биишеваның “Кәмһетелгәндәр” романындағы аналитик ҡылымдар.

Эшебеҙҙең тикшеренеү предметы булып ошо әҫәрҙәге аналитик ҡылымдарҙың ҡулланылыу үҙенсәлектәре тора.

Эштең маҡсаты. З. Биишеваның “Кәмһетелгәндәр” романында халҡыбыҙҙың үткәне, рухи мәҙәниәте, аҡылы сағылған, мәңгелек һорауҙар күтәрелгән. Әҫәр бай һәм халыҡсан теле, үҙенсәлекле стиле әҙибәнең аналитик ҡылымдарҙы оҫта ҡулланыуында. Романдағы ҡушма һүҙҙәрҙең бирелешен анализлау – беҙҙең төп маҡсатыбыҙ. Төп маҡсат менән бер рәттән түбәндәге бурыстар ҡуйылды:

• эштең теоретик нигеҙҙәрен өйрәнеү, фәнни хеҙмәттәр менән танышыу, уларҙы анализлау;

• тел ғилеменең бер бүлеге булараҡ һүҙьяһалыштың тарихи үҫешенә байҡау яһау;

• башҡорт телендә ҡылым һүҙьяһалышының өйрәнелеү тарихын күҙәтеү;

• әҫәр нигеҙендә дәрестә ҡушма һүҙҙәрҙең ҡулланылыу үҙенсәлеген өйрәнеү, уларҙың ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарауын асыҡлау.

Тикшеренеүҙә ҡулланылған методтар һәм алымдар. Диплом эшен башҡарыу процесында хәҙерге көндә киң ҡулланылған методтар һәм алымдар файҙаланылды. Романда ҡушма һүҙҙәрҙең бирелешен өйрәнеү тасуирлау методы ярҙамында алып барылды. Башҡорт телендә тел факттарын бер-береһе менән бәйләнештә ҡарауҙа интеграль метод (бөтөнлөктә, берлектә, бәйләнештә ҡарау), күтәрелгән проблеманы асыҡлауҙа һайлап алған материалды күҙәтеү, һығымта яһау методтары ҡулланылды.

Тикшеренеүҙең төп материалын түбәндәге хеҙмәттәр тәшкил итте:

• Зәйнәб Биишеваның “Кәмһетелгәндәр” романы;

• фәнни һәм методик әҙәбиәт, монографиялар, мәҡәләләр;

• филологик һәм энциклопедик хеҙмәттәр.

Эшебеҙҙең ғилми яңылығы түбәндәгеләр менән билдәләнә:

• хеҙмәттә тел ғилеменең бер бүлеге булараҡ һүҙьяһалыштың тарихи үҫешенә байҡау яһалды;

• теоретик материалды өйрәнеү нигеҙендә ҡушма һүҙҙәрҙең тәбиғәте асыҡланды, үҙенсәлектәре билдәләнде;

• ҡушма һүҙҙәрҙең айырым әҫәрҙә ҡулланылышы анализланды.

Сығарылыш квалификация эшенең теоретик һәм практик әһәмиәте. Тикшеренеү һөҙөмтәләре мәктәптәрҙә, педагогия колледждарында, юғары уҡыу йорттарында башҡорт теле һәм уны уҡытыу методикаһы дәрестәрендә ҡулланылырға мөмкин. Шулай уҡ эш һөҙөмтәләре махсус курстар уҡығанда, студенттарға курс һәм диплом эштәре яҙғанда сығанаҡ, методик ярҙам була ала.

Эштең структураһы: диплом эше инештән, өс бүлектән, йомғаҡлауҙан, ҡулланылған әҙәбиәт исемлегенән һәм ҡушымтанан тора.


Выдержка из текста работы

I БҮЛЕК. ТЕЛ ҒИЛЕМЕНДӘ ҺҮҘЬЯҺАЛЫШТЫҢ ҮҪЕШЕ ҺӘМ ӨЙРӘНЕЛЕҮ ТАРИХЫ

Тел – ул халыҡтың мәңге тере тарихы. Тел аша оло быуын йәш быуынға үҙенең тормош тәжрибәһен, өгөт-нәсихәттәрен, рухи байлығын тапшыра килгән. Фәҡәт тел генә ата-бабаларҙың үткәнен, бөгөнгөһөн, киләсәккә өмөт-хыялдарын, тормошон аңларға ярҙам итә. Һәр халыҡтың тарихи үҫеше, йәшәйеше телдән башлана. Тел халыҡтың бөтә эшмәкәрлегенең нигеҙендә ята, шуға ла уны бар нескәлегендә төшөнөү, үҫеш тарихын һәм бөгөнгөһөн белеү, киләсәген ҡайғыртыу – һәр кемдең бурысы.

Телдә тиҫтәләрсә меңләп һүҙ булһа ла, ялғауҙар һаны күп түгел. Яһалған һәр бер һүҙ яңы ялғау яһай алмай, уға телдә электән йәшәп килгән ялғау ҡушыла. Бер төр ялғауҙар йөҙәрләгән һүҙҙәргә ҡушылыуы мөмкин, ғәҙәттә, бындай һүҙҙәр бер төр мәғәнәләргә ҡарай. Ялғауҙарҙың тарихын, үҙенсәлектәрен морфонология фәненә бәйләп өйрәнеү маҡсатҡа ярашлы.

Бөгөн морфонология тел ғилеменең үҙ аллы бүлеге булып формалашыу осорон кисерә. Һүҙьяһалыш процесында, морфология өлкәһенең форма яһалышы һәм һүҙ үҙгәреше барышында ҡулланылған морфемаларҙың үҙ-ара бәйләнеү үҙенсәлектәре һәм уларҙың фонемалары составындағы күҙәтелгән төрлө үҙгәрештәр морфонологик күренештәр тип йөрөтөлә.

Морфемика, бер яҡтан, һүҙҙең мәғәнәле киҫәге булған морфемалар йыйылмаһы, икенсе яҡтан, морфемаларҙың дөйөм үҙенсәлектәре тураһындағы фән. Ул һүҙ, һүҙ формаһы, морфема һәм морф төшөнсәләрен билдәләй һәм улар менән эш итә.

Морфемаларҙы, үҙ мәнфәғәтенән сығып, морфонология, һүҙьяһалыш, морфология һәм синтаксис бүлектәре лә өйрәнә.

1.1. Төрки телдәрҙә һүҙьяһалыштың тарихи үҫеше

Тел берәмеге булараҡ, һүҙ – тейешле өндәр комплексының (ҡайһы саҡта бер өндөң) билдәле бер төшөнсә менән ҡушылмаһы.

Тел берәмеге булған һүҙ, телмәргә ингәс, күп төрлө формаларҙы ала, һәм ул һүҙ формаһы тип атала башлай. Һүҙ формаһы телмәрҙә һүҙҙәрҙе үҙ-ара бәйләүсе һәм модаль мәғәнә белдереүсе формаларҙы ала (унда нуль форма ла булырға мөмкин). Һүҙ формаһындағы иң бәләкәй мәғәнәле киҫәкте морф тип атайҙар.

Төрлө һүҙ формаһында ҡулланылған бер исемдәге, бер мәғәнәләге һәм бер-береһенә яҡын яңғырашлы морфтар берләшмәһен морфема тип атайҙар. Шулай итеп, морфемика тел берәмектәренән – һүҙ һәм морфема менән, телмәр берәмектәренән һүҙ формаһы һәм морф менән эш итә.

Морфонологияның бурыстарын түбәндәгесә конкретлаштырырға мөмкин булыр ине:

• һүҙьяһалыш, форма яһалышы һәм һүҙ үҙгәреше өлкәһендә ҡатнашыусы морфемаларҙың төрҙәрен һәм төҙөлөштәрен, уларҙың үҙ-ара бәйләнештәргә инеү мөмкинлектәрен һәм һәләтлектәрен билдәләү;

• тамыр морфемаларҙың һәм улар базаһында формалашҡан нигеҙҙәрҙең тәбиғәтен һәм тәғәйенләнешен асыҡлау;

• аффиксаль морфемаларҙың функциональ-семантик үҙенсәлектәренән сығып, ҡайһы төр морфологик категориялар яһалышында ҡатнашыуҙарын күрһәтеү;

• һүҙьяһалыш, форма яһалышы һәм һүҙ үҙгәреше процестарының һәр береһендә барған морфематик һәм фонологик үҙгәрештәрҙе, йәғни морфонологик күренештәрҙе асыҡлау һәм уларҙың сәбәптәрен, төрҙәрен тикшереү;

• морфонологик күренештәрҙең формаль күрһәткестәре булараҡ морфонемаларҙың асылын, урындарын һәм төрҙәрен ҡарау.

Шулай итеп, үрҙә ҡаралған тел күренештәре йыйылмаһы дөйөм тел системаһында үҙ объекты, үҙ законлыҡтары һәм үҙ бурыстары менән үҙенсәлекле бер бәләкәй система – телдең морфонологик системаһын – тәшкил итә.

Лингвистиканың башҡа бүлектәре кеүек үк (сағыштырығыҙ: фонетикала – өндәр, фонологияла – фонемалар, морфемикала – морфемалар һ.б.), морфонологияның да үҙ берәмеге бар, телселәр уны, поляк ғалимы Г. Улашинға һәм рус телсеһе Н.С. Трубецкойға эйәреп, морфонема тигән термин менән атайҙар.

Морфонема тип беҙ һүҙ үҙгәреше, формалар һәм һүҙҙәр яһалышы процестарында ҡатнашыусы бер үк морфеманың составындағы үҙ-ара сиратлашыусы фонемалар теҙмәһен (йәки иштәрен) ҡабул итеү яғында. Мәҫәлән, аҡ – ағым һүҙьяһалыш сылбырында тамыр морфемала [ҡ] фонемаһының [ғ\'] фонемаһы менән сиратлашыуы күҙәтелә; һүҙьяһалыш процесында тамыр морфема [аҡ-] менән аффиксаль морфеманың [-ым] ҡушылыуҙары һөҙөмтәһендә бер үк тамыр морфема эсендә барлыҡҡа килгән бына ошо сиратлашыусы фонемалар [ҡ-ғ] морфонема булып сығыш яһайҙар.

Морфонология лингвистиканың үҙ аллы бүлеге булараҡ ярты быуаттан артыҡ өйрәнелә. Һуңғы ике тиҫтә йыл эсендә морфонология проблемалары тюркологтарҙың хеҙмәттәрендә лә үҙ урынын ала бара.

Тел ғилемендә был өлкә ниндәйҙер кимәлдә өйрәнелеүгә ҡарамаҫтан, хәл ителеүҙе көткән мәсьәләләр ҙә әлегә ҡала килә.

Морфонологияның объектына, берәмектәренә, бурыстарына ҡарата лингвистарҙың ошо көнгәсә берҙәм ҡараштары булмауы ҡайһы саҡта был бүлекте бөтөнләй инҡар итеүгә алып килә; мәҫәлән, А.А. Реформатский морфонологияны “базисһыҙ кимәл” тип иҫәпләй [Реформатский, 1975: 98 – 118].

Лингвистика тарихында морфонологияға бәйле тәүге мәғлүмәттәр И.А. Бодуэн де Куртенэ, Фердинанд де Соссюрҙың фәнни эҙләнеүҙәрендә осрай.

Н.С. Трубецкойҙың ғилми хеҙмәттәренә тиклем морфонология тел ғилеменең айырым бер бүлеге булып һаналмау сәбәпле, морфонологик күренештәр йә фонетика, йә морфология бүлегендә ҡаралған; шунлыҡтан был күренештәрҙең ысын тәбиғәте, фонетика һәм морфология үҫешендәге роле тулыһынса асылып етмәгән. Автор, морфонологияға грамматиканың үҙ аллы бүлеге статусын биреү менән бер рәттән, уның дөйөм тел системаһындағы урынын да билдәләй: морфонология фонология менән морфология кимәлдәре араһында урынлаштырыла.

Н.С. Трубецкойҙың “асышы” морфонология өлкәһендәге артабанғы эҙләнеүҙәргә этәргес була; славян телдәре морфонологияһы мәсьәләләре буйынса А.А. Реформатский, В.А. Редькин, Э.А. Макаев һәм Е.С. Кубрякова, Ю.Г. Панкрац, С.Б. Бернштейн, В.Г. Чурганова, В.В. Лопатин һәм И.С. Улуханов, Н.Е. Ильина, С.М. Толстая һ.б. телселәрҙең ғилми хеҙмәттәре донъя күрә; сит телдәр морфонологияһы проблемалары Л. Блумфилд, Г. Глисон, Ч. Хокет, З. Харрис, М. Хаслев эштәрендә яҡтыртыла.

Лингвистикала, агглютинатив телдәрҙәге тамырға аффикс ҡушылғанда, тамыр һәм һүҙҙең нигеҙе үҙгәрешһеҙ ҡала тигән фекер йәшәп килә. Шул уҡ ваҡытта, аффиксация процесында һүҙ составында төрлө үҙгәрештәр, сиратлашыуҙар барлыҡҡа килеүенә тюркологтар күптән иғтибар иткәндәр.

Үткән быуаттан алып хәҙерге көнгәсә төрки телдәрендә фонология, морфология, диалектология, тарихи лексикология, этимология буйынса хеҙмәттәрҙә ниндәйҙер кимәлдә морфонологик мәсьәләләр ҙә ҡаралып килә. Мәҫәлән, сингармонизм законы, тамыр һәм аффикстарҙың ижек структураһы, фонемалар сиратлашыуы, фонологик күренештәр хаҡында әйтелгән фекерҙәрҙә морфонологик анализ элементтарын осратырға мөмкин.

Төрки телдәре материалында морфонологияға ҡағылышлы тәүге иҫкәрмәләрҙе хатта Мәхмүт Ҡашғариҙың “Диуани лөғәт әт-төрк” (1072 – 1074 йй.) яҙмаһында уҡ табырға була. Урта быуаттарҙың атаҡлы тюркологы морфонологияның предметына бәйле күп кенә мәсьәләләрҙе ҡуҙғата. Атап әйткәндә, ул б-м, т-д, й-з тибындағы сиратлашыуҙар, өндәрҙең өҫтәлеүе йәки төшөп ҡалыуы кеүек күренештәрҙе билдәләп үтә.

Был проблема менән етди шөғөлләнеүсе сыуаш телсеһе И.П. Павлов фекеренсә, морфемаларҙың фонетик структураһы, һүҙҙәге морфемаларҙың ҡушылыу ҡағиҙәләре морфонологияның өйрәнеү объекты булып торорға тейеш. Сыуаш телендә күҙәтелгән фонемалар сиратлашыуы, морфемалар тәңгәлләшеүе, фонемалар өҫтәлеүе, яһаусы нигеҙ ҡыҫҡарыуы кеүек морфонологик күренештәр рәтенә индереп, И.П. Павлов “морфонема”, “интерфонема” төшөнсәләрен морфонологик элемент булараҡ билдәләй.

Төрки телдәренең морфонологияһын өйрәнеү өлкәһендә киләһе ынтылыш итеп В.И. Золхоевтың “Агглютинатив телдәрҙең фонологияһы һәм морфонологияһы” тигән монографияһын һанарға мөмкин. Морфонологияны “морфемаларҙың фонологияһы” тип атап, В.И. Золхоев уның бурысын морфемаларҙың фонетик төҙөлөшөн морфологик күҙлектән сығып баһалауҙа күрә. “Һүҙ морфемаларҙан торғас, фонология үҙенә морфемаларҙың фонологияһын да берләштерә, йәғни морфонология һүҙ фонологияһының да бер өлөшө булып тора”, – тип күрһәтә автор [Золхоев, 1980: 95].

В.И. Золхоев фекеренсә, агглютинатив телдәрҙәге морфонологик күренештәрҙә, урыҫ теленән айырмалы рәүештә, сингармонизм законының да йоғонтоһо һиҙелә.

Шулай уҡ “Төрки телдәренең сағыштырма-тарихи грамматикаһы. Фонетика” китабының “Фономорфология” бүлегендә морфонологияның бурыстары итеп морфемалар төҙөлөшөндәге һәм бер морфеманың морфтары составындағы фонологик айырмалыҡтарҙы анализлау һәм уларҙы функциональ маҡсатта ҡулланыу билдәләнә. Был хеҙмәттә морфонологияның объекты сифатында һүҙ һәм ижек структураһы, шулай уҡ төрки телдәрендәге сингармонизм законы күрһәтелгән.

Төрки телдәр морфонологияһы проблемалары артабан М.З. Зәкиев, Д.Ә. Сәлихова, Н.З. Бәширова, Ф.А. Джалилов, П.Е. Белоглазов, Н.Х. Ольмесов, Т. Садыҡов кеүек телселәрҙең хеҙмәттәрендә үҫтерелә.


Заключение

Тел – үҙенең сикһеҙ байлығы һәм ғәжәп киң мөмкинлеге менән ысынбарлыҡты сағылдырыусы күренеш. Телдең был тиклем бай мөмкинлеге кешенең үтә ҡатмарлы һәм быуаттар төпкөлөнән килгән эшмәкәрлеге дауамында үҫә барған, тел шул ерлектә үткерләнгән, шымарған, эшкәртелгән.

Тел – кешеләрҙең аралашыу сараһы. Шуға күрә ул, бер яҡтан, кешенең күп төрлө һәм сикһеҙ ҡатмарлы эшмәкәрлеген ойоштороу, икенсе яҡтан, кешелектең культура һәм хеҙмәт тәжрибәһен туплау һәм һаҡлау, шул тәжрибәне быуындан-быуынға тапшырыу ҡоралы ла булып иҫәпләнә.

Тел ғилеме – асылып бөтмәгән серле донъя ул. Туған телең тураһында тәрән мәғлүмәтле булыу өсөн тел күренештәренә һәм ундағы үҙгәрештәргә ҡарата иғтибар талап ителә. Белеүебеҙсә, тел ғилмендә һүҙҙәр яһалыштары буйынса тамыр, яһалма һәм ҡушма һүҙҙәргә бүленәләр. Беҙ сығарылыш квалификация эшебеҙҙә башҡорт телендә ҡушма һүҙҙәрҙең яһалыу юлдарын, төрҙәрен ҡараныҡ һәм уларҙы Зәйнәб Биишевның “Кәмһетелгәндәр” романы нигеҙендә анализланыҡ.

Инештә эштең актуаллеге, маҡсаты, алдыбыҙға ҡуйылған бурыстар, ғилми яңылығы, ҡулланылған методтар һәм алымдар, тикшеренеүҙең төп материалы, теоретик һәм практик әһәмиәте сағылдырыла.

Беренсе бүлектә тел ғилеменең бер бүлеге булараҡ һүҙьяһалыштың тарихи үҫеше, был фәндең объекты һәм предметы анализланды һәм тикшерелде. Был бүлектә беҙ морфонологияның өйрәнеү объекты булып һүҙьяһалыш, форма яһалышы һәм һүҙ үҙгәреше процестарында ҡатнашыусы морфемаларҙың үҙ-ара бәйләнеү үҙенсәлектәре һәм фонологик төҙөлөштәре тороуын асыҡланыҡ. Бүлектең беренсе параграфында беҙ һүҙьяһалыштың рус телендә һөм төрки телдәрендә үҫеш тарихына туҡталдыҡ. Икенсе параграф морфонологияның башҡорт тел ғилемендә тотҡан урынын һәм уның үҫеш кимәлен билдәләүгә, юғарыла күрһәтелгән аффикстарҙың башҡорт телселәре тарафынан өйрәнелеү тарихын тикшереүгә бағышланды.

Икенсе бүлектә башҡорт телендә һүҙьяһалыш төрҙәре хаҡында әйтелде һәм ҡушма һүҙҙәрҙең морфологик һәм лексик-синтаксик ысулдар менән яһалыуы билдәләнде. Беҙҙең тарафтан Зәйнәб Биишеваның “Кәмһетелгәндәр” романы нигеҙендә ҡушма һүҙҙәрҙең бирелеше, уларҙың яһалыу юлдары һәм төрҙәре тикшрелде. Беренсе параграфта исем һүҙ төркөмдәренә ҡараған ҡушма һүҙҙәрҙең – исем һәм сифат – тәбиғәте анализланды. Романда исем һүҙ төркөмдәренә ҡараған ҡушма һүҙҙәр морфологик һәм лексик-семантик юл менән яһалғандар. Ҡушма исемдәр башлыса нигеҙҙәр (йәки тамырҙар) бер-береһенә ҡушылып барлыҡҡа килгән: байбисә, ашъяулыҡ, билбау. Шулай уҡ лексик-семантик һүҙьяһалыш ярҙамында үҙ аллы һүҙҙәрҙән генә йәки үҙ аллы һүҙҙәр менән ярҙамсы һүҙҙәр берләшмәһенән торған һүҙбәйләнештәр тибындағы ҡушма исемдәр ҙә осрай: үгәй әсә, ҡар һыуы, тимер юлы. Романдағы ҡушма сифаттар иһә бер нисә һүҙҙең бөтөн бер мәғәнә аңлатыусы һүҙбәйләнештәргә ойошоуы һөҙөмтәһендә яһалғандар: йән биҙҙергес, яҡшы күңелле, урта хәлле. Икенсе параграфта һүҙ ҡылым һүҙ төркөмөнә ҡараған ҡушма һүҙҙәр – ҡылымдар һәм рәүештәр – хаҡында барҙы. Әҫәрҙә ҡушма ҡылымдар башлыса лексик-синтаксик юл менән яһалғандар һәм уларҙың икенсе компоненты – ярҙамсы ҡылымдарҙан, ә тәүгеләре күп ваҡыт исемдән, оҡшатыу һүҙҙәренән, рус теленән алынған инфинитив формаһынан килә: ҡаршы ал, иғтибар ит, йыуатҡыһы килә. Ҡушма рәүештәрҙең иһә романда ике төрө лә – теҙмә һәм эйәртеүле рәүештәр – осрай. Теҙмә ҡушма рәүештәр бер үк һүҙҙең ҡабатланыу юлы менән (саҡ-саҡ, көндән-көн), йәиһә төрлө һүҙҙең үҙ-ара ишләшеү юлы менән (ҡырын-мырын, алмаш-тилмәш, ҡышын-йәйен) яһалалар; ә эйәртеүле ҡушма рәүештәр, ғәҙәттә, төрлө һүҙ төркөмдәренең үҙ-ара эйәртеүле (буйһондороулы) мөнәсәбәттә килеү юлы менән яһалғандар: көн оҙон, бер саҡ, өй беренсә һ.б. Тимәк, Зәйнәб Биишеваның “Кәмһетелгәндәр” романында ҡушма һүҙҙәр киң ҡулланыла һәм тел күҙлегенән тикшереү өсөн бай материал булып хеҙмәт итә.

Шулай итеп, беҙ курс эшебеҙҙә ҡушма һүҙҙәргә туҡталдыҡ һәм исем һәм ҡылым һүҙ төркөмдәренә ҡараған ҡушма һүҙҙәрҙең әҫәрҙә бирелешен анализланыҡ, уларҙың төрҙәренә миҫалдар килтерҙек һәм һығымталыр яһаныҡ – былар барыһы ла бик мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы эш булды. Эштең һөҙөмтәләре киләсәктә башҡорт теле дәрестәрендә, кластан тыш сараларҙа ҡулланылыр, тип ышанабыҙ.

Тел – ул халыҡтың мәңге тере тарихы. Тел аша оло быуын йәш быуынға үҙенең тормош тәжрибәһен, өгөт-нәсихәттәрен, рухи байлығын тапшыра килгән. Фәҡәт тел генә ата-бабаларҙың үткәнен, бөгөнгөһөн, киләсәккә өмөт-хыялдарын, тормошон аңларға ярҙам итә. Тел халыҡтың бөтә эшмәкәрлегенең нигеҙендә ята. Кешене кеше иткән, шәхес иткән – ул туған тел. Шуға ла телде һәм мәҙәниәтте уларҙың бөтә нескәлектәрендә өйрәнеү, белеү мотлаҡ.


Список литературы

I. Монографиялар, китаптар, дәреслектәр, уҡыу әсбаптары

1. Абдуллина Ф.Ф., Усманова М.Ғ. Башҡорт теле: Уҡыусылар, уҡырға инеүселәр өсөн ҡулланма. – Өфө, 1999. – 200 б.

2. Аҙнабаев Ә.М. Башҡорт теленең тарихи грамматикаһы. – Өфө: БашДПУ, 2002. – 81 б.

3. Аҙнабаев Ә.М. Башҡорт телендә айырымланған эйәрсән киҫәктәр. – Өфө: Китап, 2006. – 104 б.

4. Аҙнағолов Р.Ғ. Мәктәптә башҡорт теле уҡытыу методикаһы. – Өфө: Китап, 2011. – 232 б.

5. Аҙнағолов Р.Ғ., Бикҡужина Т.Ә. һ.б. IV – VIII кластарҙа башҡорт телен уҡытыу методикаһы. I киҫәк. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1985. – 156 б.

6. Ахманова О.С. Фонология, морфонология, морфология: Учебное пособие. – М.: Изд-во МГУ, 1966. – 108 с.

7. Башҡорт теле. Педагогия училищелары өсөн дәреслек / Төҙ. Сәйетбатталов Ғ.Ғ. һ.б. – Өфө, 1997. – 352 б.

8. Башҡорт теленән ҡағиҙәләр йыйылмаһы. 5 – 9-сы синыф уҡыусылары өсөн ҡулланма Төҙ.: Шарапов И.Ә., Мөхәмәтова З.М. – Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 2001. – 64 б.

9. Бейеш Әкрәм. Тел хикмәттәре. – Өфө: Китап, 1999. – 144 б.

10. Вәлиева Ф.С., Саттаров Г.Ф. Урта мәктәптә татар телен укыту методикасы. – Казан, 1978. – 20-се б.

11. Вопросы частей речи (на материале языков различных типов). – Л., 1968. – С. 343.

12. Гарипов Т.М. Башкирское именное словообразование. – Уфа: ИИЯЛ, 1959. – 224 с.

13. Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. Башҡорт телен дәүләт теле итеп өйрәнеүселәр өсөн. – Өфө: Китап, 2009. – 128 б.

14. Ғәлләмов А.А., Фәритов Х.С. V – VI кластарҙа башҡорт теле дәрестәре. “Башҡорт теле” дәреслегенә методик ҡулланма. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1985. – 136 б.

15. Дмитриев Н.К. Грамматика башкирского языка. – М.: Наука; Уфа: ГУП РБ “Уфимский полиграфкомбинат”, 2007. – 232 с.

16. Зайнуллин М.В. Причастие. Грамматика современного башкирского литературного языка. – М., 1981. – С. 313 – 318.

17. Зайнуллин М.В. Избранные статьи. – Уфа, 2001. – 415 с.

18. Зәйнуллин М.В. Хәҙерге башҡорт әҙәби теле. Морфология. – Өфө: Китап, 2005. – 264 б.

19. Золхоев В.И. Фонология и морфонология агглютинативных языков. – Новосибирск: Наука, Сибир. Отд-е, 1980. – 143 с.

20. Ишбулатов Н.Х. Хәҙерге башҡорт теле. Һүҙ төркөмдәренең бүленеше. – Өфө, 1962. – 128 б.

21. Ишбулатов Н.Х., Зәйнуллин М.В. Хәҙерге башҡорт әҙәби теле. Фонетика. Морфология. – Өфө, 1986. – 61 – 155-се бб.

22. Ишбулатов Н.Х. Хәҙерге башҡорт теле. Әҙәби телдең нормалар системаһы. – Өфө, 1972. – 144 б.

23. Кейекбаев Ж.Ғ. Хәҙерге башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһы. – Өфө, 1966. – 146 б.

24. Псәнчин В.Ш., Псәнчин Ю.В. Башҡорт теле. Урта мәктәптең 5-се класы өсөн дәреслек. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. – 232 б.

25. Псәнчин В.Ш., Псәнчин Ю.В. 5 – 11 кластар өсөн башҡорт теленән программалар. – Өфө, 1999. – 97 б.

26. Псәнчин В.Ш., Псәнчин Ю.В. Әсә теле. 10 – 11 синыфтар өсөн дәреслек. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 2005. – 328 б.

27. Псәнчин В.Ш. Һүҙ тылсымы. – Өфө, 1996. – 154 – 192-се бб.

28. Псәнчин В.Ш. Телдең күркәмлек саралары. Күнегеүҙәр менән. – Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 2003. – 192 б.

29. Псәнчин В.Ш. “Әсә теле” дәреслегенә методик күрһәтмәләр: 5 класс. Үҙгәртелгән 3-сө баҫмаһы. – Өфө: Китап, 2007. – 152 б.

30. Псәнчин В.Ш. Башҡорт нәфис һүҙе (Һүҙҙән күркәм телмәргә): Гимназияларҙың, лицейҙарҙың, дөйөм урта белем биреү мәктәптәренең 10 – 11 класс уҡыусылары өсөн “Күркәм әҙәбиәт телен өйрәнеү” курсы буйынса уҡыу ҡулланмаһы. – Өфө: Китап, 2008. – 224 б.

31. Реформатский А.А. Еще раз о статусе морфонологии, ее границах и задачах / Фонологические этюды. – М., 1975. – С. 98 – 118.

32. Тикеев Д.С. Хәҙерге башҡорт теле. Ябай һөйләм синтаксисы: Юғары уҡыу йорттары өсөн дәреслек. – Өфө: Ғилем, 2002. – 178 б.

33. Толомбаев Х.А., Солтанбаева Х.В. Әсә теле: Дөйөм урта белем биреү учреждениеларының 6 синыфы өсөн дәреслек. – Өфө: Китап, 2004. – 248 б.

34. Ураҡсин З.Ғ., Ишбирҙин Э.Ф. Туған тел серҙәре. (Урта мәктәп уҡыусылары өсөн.) – Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1983. – 64 б.

35. Федоренко Л.П. Принципы обучения русскому языку. Пособие для учителей. – М., «Просвещение», 1973. – 42-се бит.

36. Фәритов Х.С. һ.б. “Башҡорт теле” дәреслегенә дидактик материал: 6 класс. – Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1994. – 112 б.

37. Әхтәмов М.Х. Хәҙерге башҡорт теле. – Өфө, 1994. – 88 б.

38. Юлдашев А.А. Грамматика современного башкирского литературного языка. – М.: Наука, 1981. – 495 с.

39. Юлдашев А.А. Система словообразования и спряжения глагола в башкирском языке. – М.: Изд-во АН СССР, 1958. – 195 с.

40. Юлмөхәмәтов М.Б., Раҡаева Ә.С., Шарапов И.Ә. “Башҡорт теле һәм мәҙәниәте” дәреслегенә методик ҡулланма. – Өфө: Китап, 2010. – 168 б.

II. Авторефераттар, диссертациялар

41. Баширова Н.З. Морфонологические процессы, сопровождающие словообразование в английском и татарском языках: Автореф. дис. канд. филол. наук. – Казань, 1994. – 17 с.

II. Мәҡәләләр

42. Абдуллина Г.Р. Башҡорт теленең һүҙ үҙгәреш системаһында морфонологик күренештәр // Проблемы изучения и преподавання филологических наук: Сб. материалов. Всерос. науч.-практ. конф. 11 – 13 мая 1999 г. В 4-х ч. Ч. I : Башкирская филология. – Стерлитамак: Стерлитамак. гос. пед. ин-т, 1999. – 87 – 90-сы бб.

43. Аҙнағолов Р.Ғ. Тел сараларын синтаксик нигеҙҙә өйрәнеү // Башҡортостан уҡытыусыһы, 2005, №9. – 41 – 43-сө бб.

44. Ахтямов М.Х. Омоморфемы в башкирском языке // Вопросы башкирского языкознания, 1964, № 4. – С. 84 – 97.

45. Баскаков Н.А. О границах словообразования и словоизменения в тюркских языках // Советская тюркология, 1966, №2. – С. З – 11.

46. Гарипов Т.М. Н.К. Дмитриев и проблемы башкирского имяобразования // Актуальные вопросы тюркской филологии. – Уфа, 1991. – С. 13 – 18.

47. Зайнуллин М.В. Некоторые вопросы развития морфологической системы башкирского языка в советский период // Расцвет, сближение и взаимообогащение культур народов СССР. – Уфа, 1970. – С. 267 – 274.

48. Зайнуллин М.В. К вопросу о теоретических проблемах современной башкирской лингвистики // Башкирское филологическое образование: история, современность, перспективы. – Стерлитамак, 2007. – С. 11 – 15.

49. Закиев М.З. Классификация частей речи и аффиксов в тюркских языках // Советская тюркология, 1973, №6. – С. 3 – 8.

50. Закиев М.З. О тюркской морфонологии // Советская тюркология, 1984, №1. – С. 37 – 40.

51. Закиев М.З., Салихова Д.А. Морфонология // Татарская грамматика. Т. I. – Казань: Татар. книжн. изд-во, 1993. – С.160 – 187.

52. Ишбаев К.Ғ., Абдуллина Г.Р. Башҡорт теленең форма яһалышында морфонологик күренештәр // Лингвокультурологические проблемы подготовки педагогических кадров для башкирских школ: Материалы республик. науч.-практ.конф. – Уфа, 1998. – 35 – 37-се бб.

53. Йосопов Х.Ғ. Сифат ҡылымдарҙың ҡайһы бер мәғәнә үҙенсәлектәре // Башҡортостан уҡытыусыһы, 1965, №3. – 58 – 61-се бб.

54. Йосопов Х. Башҡорт телендә -ыусы ялғаулы хәҙерге заман сифат ҡылым // Башҡортостан уҡытыусыһы, 1970, №3. – 36 – 38-се бб.

55. Сәмситова Л.Х. Һөйләм төҙөлөшө – синтаксистың нигеҙе // Башҡортостан уҡытыусыһы, 2010, №3. – 43 – 48-се бб.

56. Тикеев Д.С. X – XI кластарҙа башҡорт телен өйрәнеүгә ҡарата күрһәтмәләр // Башҡортостан уҡытыусыһы, 1999, №9. – 32 – 34-се бб.

57. Юлдашев А.А. Сведения по фономорфологии // Грамматика современного башкирского литературного языка. – М.: Наука, 1981. – С. 79 – 87.

III. Һүҙлектәр

58. Башкирско-русский словарь: Около 22 000 слов / Под редакцией К.З. Ахмерова, Т.Г. Баишева, Г.Р. Каримовой, А.А. Юлдашева. – М.: Государственное издательство иностранных и национальных словарей, 1958. – 804 с.

59. Башҡорт теленең грамматика һүҙлеге: Һүҙ үҙгәреше. Ред. Әхтәмов М.Х. – Өфө: Башҡортостан, 1994. – 214 б.

60. Башҡорт теленең морфемалар һүҙлеге. Ред. Әхтәмов М.Х. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1992. – 272 б.

61. Башҡорт теленең орфография һүҙлеге: 55 000 самаһы һүҙ. Ред. Аҙнағолов Р.Ғ. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1998. – 368 б.

62. Башҡорт теленең һүҙлеге: Ике томда / Россия Фәндәр Академияһы. Башҡортостан ғилми үҙәге. Тар., тел һәм әҙ. институты. I том. – М.: Рус. яз., 1993. – 861 б.

63. Башҡорт теленең һүҙлеге: Ике томда / Россия Фәндәр Академияһы. Башҡортостан ғилми үҙәге. Тар., тел һәм әҙ. институты. II том. – М.: Рус. яз., 1993. – 814 б.

64. Башҡортса-русса һүҙлек. – М.: Дигора, Рус. яз., 1996. – 884 б.

IV. Художестволы әҙәбиәт

65. Биишева З.А. Кәмһетелгәндәр. – Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1975. – 464 б.


Тема: «Аналитические глаголы в произведениях З. Биишевой и методика изучения их на уроках башкирского языка»
Раздел: Разное
Тип: Дипломная работа
Страниц: 62
Цена: 1950 руб.
Нужна похожая работа?
Закажите авторскую работу по вашему заданию.
  • Цены ниже рыночных
  • Удобный личный кабинет
  • Необходимый уровень антиплагиата
  • Прямое общение с исполнителем вашей работы
  • Бесплатные доработки и консультации
  • Минимальные сроки выполнения

Мы уже помогли 24535 студентам

Средний балл наших работ

  • 4.89 из 5
Узнайте стоимость
написания вашей работы
Похожие материалы
  • Дипломная работа:

    Активизация речемыслительнои деятельности школьников на уроках английского языка на среднем этапе обучения на основе использования игр

    73 страниц(ы) 

    ВВЕДЕНИЕ ….3
    ГЛАВА I.ТЕОРЕТИЧЕСКИЕ ОСНОВЫ РЕЧЕМЫСЛИТЕЛЬНОЙ ДЕЯТЕЛЬНОСТИ ШКОЛЬНИКОВ НА УРОКАХ АНГЛИЙСКОГО ЯЗЫКА ….6
    1.1. Общая характеристика речемыслительной деятельности….…6
    1.2. Психолого-педагогическая характеристика детей среднего школьного возраста… ….….13
    1.3. Требования ФГОС по использованию игровых технологий на уроках иностранного языка….22
    Выводы по главе 1….26
    ГЛАВА II. МЕТОДИКА ИСПОЛЬЗОВАНИЯ ИГР НА УРОКАХ АНГЛИЙСКОГО ЯЗЫКА….….28
    2.1.Игра как вид учебной деятельности на уроках английского языка, ее функции….28
    2.2. Классификация игр….….35
    2.3. Методика проведения игр на уроках английского языка….39
    Выводы по главе 2….46
    ГЛАВА Ш. ПРАКТИЧЕСКОЕ ПРИМЕНЕНИЕ ИГР ПРИ ФОРМИРОВАНИИ РЕЧЕМЫСЛИТЕЛЬНОЙ ДЕЯТЕЛЬНОСТИ НА УРОКАХ АНГЛИЙСКОГО ЯЗЫКА В 7 КЛАССЕ….48
    3.1. Анализ УМК «Spotlight 7» Ю.Е. Ваулина, Д. Дули, В. Эванс, О. Подолянко по английскому языку в 7 классе….….48
    3.2. Тематический подбор игр из Интерент-ресурсов к УМК «Spotlight 7».54
    3.3.Разработка урока по теме: «English for fun and like fun» с использованием игровых технологий ….59
    Выводы по главе 3 ….….64
    ЗАКЛЮЧЕНИЕ .65
    СПИСОК ЛИТЕРАТУРЫ.…68
  • Дипломная работа:

    Организация самостоятельной работы на уроке английского языка

    77 страниц(ы) 

    Введение….3
    Глава I Теоретические основы организации самостоятельной работы
    в организации…7
    1.1 Сущность и дидактические принципы организации самостоятельной
    работы учащихся….7
    1.2 Классификация видов самостоятельной работы учащихся по
    дидактической цели….15
    1.3 Формирование самостоятельности и методы самостоятельной работы
    на уроке английского языка….30
    Выводы к главе I ….
    Глава II Организация самостоятельной работы учащихся на уроке
    Английского языка…41
    2.1 Система самостоятельной работы с текстом на уроке английского
    языка….41
    2.2 Игровые упражнения для самостоятельной работы с лексическим
    и грамматическим материалом на уроке английского языка….52
    2.3 Самостоятельное чтение на уроке английского языка….60
    Выводы к главе II …71
    Заключение…72
    Литература….75
  • Дипломная работа:

    Развитие творческих способностей учащихся на уроках русского языка как неродного

    70 страниц(ы) 

    ВВЕДЕНИЕ….….3
    ГЛАВА I. Теоретический обзор развития творческих способностей учащихся на уроках русского языка как неродного…8
    1.1 Сущность понятия творческие способности учащихся….8
    1.2 Компоненты творческих способностей…16
    1.3 Условия развития творческих способностей учащихся на уроках русского языка как неродного….24
    ГЛАВА II. Методические основы развития творческих способностей на уроках русского языка как неродного….42
    2.1Элементы педагогических технологий, направленных на развитие творческих способностей школьников….42
    2.2Развитие творческих способностей учащихся в процессе выполнения творческих заданий…50
    ЗАКЛЮЧЕНИЕ….58
    СПИСОК ИСПОЛЬЗОВАННОЙ ЛИТЕРАТУРЫ….…61
    ПРИЛОЖЕНИЕ 1…66
    ПРИЛОЖЕНИЕ 2…67
  • ВКР:

    Использование художественной литературы как средства обучения новой лексике на уроках иностранного языка

    99 страниц(ы) 

    ВВЕДЕНИЕ 3
    ГЛАВА I. ТЕОРЕТИЧЕСКИЕ ОСНОВЫ ИСПОЛЬЗОВАНИЯ ХУДОЖЕСТВЕННОЙ ЛИТЕРАТУРЫ НА УРОКАХ АНГЛИЙСКОГО ЯЗЫКА
    1.1 Понятие чтения и виды чтения 5
    1.2 Английская художественная литература: понятие, развитие, значение 25
    1.3 Методика использования художественной английской литературы на уроках английского языка 29
    Выводы по 1 главе 33
    ГЛАВА II. ОПЫТНО-ЭКСПЕРИМЕНТАЛЬНАЯ РАБОТА ПО ПРОБЛЕМЕ ИСПОЛЬЗОВАНИЯ ХУДОЖЕСТВЕННОЙ ЛИТЕРАТУРЫ КАК СРЕДСТВА АКТИВИЗАЦИИ СЛОВАРЯ УЧАЩИХСЯ
    2.1. Планирование опытно-экспериментальной работы 35
    2.2. Определение методов и субъектов исследования 35
    2.3. Констатирующий этап эксперимента 37
    2.4. Формирующий этап эксперимента 43
    2.5. Контрольный этап эксперимента 53
    Выводы по 2 главе 62
    ЗАКЛЮЧЕНИЕ 64
    СПИСОК ЛИТЕРАТУРЫ 67
    ПРИЛОЖЕНИЕ 74
  • Дипломная работа:

    Средства создания образа россии в современном газетном дискурсе и ознакомление с ними на уроках английского языка в старшем звене

    46 страниц(ы) 

    Введение…. 3
    Глава 1. Теоретические аспекты исследования образа в лингвистике
    1.1. Понятия образа и образности…
    1.2. Языковые средства создания образа…
    Выводы по главе 1.
    Глава 2. Образ России в современном газетном дискурсе и средства его создания
    2.1. Газетный дискурс как источник материала исследования
    2.2. Образ России в современном газетном дискурсе
    2.3. Средства создания образа России в современном газетном дискурсе
    Выводы по главе 2.
    Глава 3. Опытно-экспериментальная работа по ознакомлению со средствами создания образа России в современном газетном дискурсе на уроках английского языка в старшем звене.
    3.1. База проведения экспериментальной работы .….
    3.2. Организация экспериментальной работы….
    3.3. Анализ полученных результатов
    Выводы по главе 3
    Заключение
  • ВКР:

    Средства создания образа россии в современном газетном дискурсе и ознакомление с ними на уроках английского языка в старшем звене

    55 страниц(ы) 

    Введение 3
    Глава 1. Теоретические аспекты исследования образа в лингвистике
    1.1. Понятия образа и образности 6
    1.2. Языковые средства создания образа 12
    Выводы по главе 1 18
    Глава 2. Образ России в современном газетном дискурсе и средства его создания
    2.1. Газетный дискурс как источник материала исследования 19
    2.2. Образ России в современном газетном дискурсе 24
    2.3. Средства создания образа России в современном газетном дискурсе 30
    Выводы по главе 2 35
    Глава 3. Опытно-экспериментальная работа по ознакомлению со средствами создания образа России в современном газетном дискурсе на уроках английского языка в старшем звене.
    3.1. База проведения экспериментальной работы 38
    3.2. Организация экспериментальной работы 39
    3.3. Анализ полученных результатов 43
    Выводы по главе 3 45
    Заключение 47
    Список использованной литературы 51

Не нашли, что искали?

Воспользуйтесь поиском по базе из более чем 40000 работ

Наши услуги
Дипломная на заказ

Дипломная работа

от 8000 руб.

срок: от 6 дней

Курсовая на заказ

Курсовая работа

от 1500 руб.

срок: от 3 дней

Отчет по практике на заказ

Отчет по практике

от 1500 руб.

срок: от 2 дней

Контрольная работа на заказ

Контрольная работа

от 100 руб.

срок: от 1 дня

Реферат на заказ

Реферат

от 700 руб.

срок: от 1 дня

Другие работы автора
  • Курсовая работа:

    Анализ финансового состояния ОАО « Русское море»

    72 страниц(ы) 

    Введение 5
    Анализ состояния предприятия ОАО «Русское море» 7
    1 Анализ имущественного состояния предприятия 7
    1. 1. Оценка структуры активов 7
    1. 2. Оценка структуры пассивов 13
    2 Анализ финансовой устойчивости 19
    2.1. Определение типа финансовой устойчивости 19
    2.2. Анализ коэффициентов финансовой устойчивости 20
    2.3. Оценка чистых активов 23
    3 Оценка платежеспособности 24
    4 Анализ деловой активности 27
    5 Анализ финансового результата 29
    6 Оценка состояния банкротства 33
    Заключение 36
    Список использованной литературы 37
    Приложение 38
    Бухгалтерские балансы и отчеты о прибылях и убытках за период с 30.06.2009 по 31.12.2010 58
  • Дипломная работа:

    Воспитательная работа с учащимися в процессе обучения народному танцу

    62 страниц(ы) 

    ВВЕДЕНИЕ.….3
    ГЛАВА I. ТЕОРЕТИЧЕСКИЕ ОСНОВЫ ВОСПИТАТЕЛЬНОЙ РАБОТЫ С УЧАЩИМИСЯ В ПРОЦЕССЕ ОБУЧЕНИЯ НАРОДНОМУ ТАНЦУ ….…6
    1.1. Воспитательная работа с учащимися в творческой деятельности как психолого-педагогическая проблема….6
    1.2. Особенности обучения детей народному танцу на современном этапе….14
    Выводы по первой главе….….….23
    ГЛАВА II. ОПЫТНО-ЭКСПЕРИМЕНТАЛЬНОЕ ИССЛЕДОВАНИЕ ПО ОРГАНИЗАЦИИ ВОСПИТАТЕЛЬНОЙ РАБОТЫ С УЧАЩИМИСЯ В ПРОЦЕССЕ ОБУЧЕНИЯ НАРОДНОМУ ТАНЦУ.26
    2.1. Содержание, формы и методы организации воспитательной работы с учащимися в процессе обучения народному танцу ….….26
    2.2. Педагогический эксперимент и его результаты ….…33
    Выводы по второй главе….….….45
    ЗАКЛЮЧЕНИЕ.….….….….….47
    СПИСОК ИСПОЛЬЗОВАННОЙ ЛИТЕРАТУРЫ.….….…49
    ПРИЛОЖЕНИЯ.51
  • Отчет по практике:

    Исследование воздействия магнитного поля на вольтамперные характеристики структуры металл- широкозонный полимер- металл

    21 страниц(ы) 

    1 Введение 3
    2 Магнитные свойства вещества 4
    2.1 Магнетизм 4
    2.2 Диамагнетизм 4
    2.3 Парамагнетизм 5
    2.4 Магнитоупорядоченные среды 5
    2.5 Магнитная проницаемость 6
    2.6 Свойства широкозонных полимерных материалов 7
    3 Экспериментальная часть 7
    3.1 Свойства полидифениленфталида (ПДФ) 7
    3.2 Методика очистки полимера 8
    3.3 Методика нанесения полимерных слоев на стеклянную
    подложку 9
    3.4 Методика изготовления образцов для определения вольтамперных характеристик (ВАХ) структуры медь-полидифениленфталид-медь 9
    3.5 Методика изготовления металлических электродов 10
    3.6 Экспериментальная установка и конструкция держателя 11
    4 Результаты и их обсуждение 13
    4.1 Исследуемая структура 13
    4.2 Измерение вольт - амперных характеристик ПДФ 14
    4.3 Анализ результатов 15 5 Выводы 18
    6 Цитируемая литература 19
  • Курсовая работа:

    PYTHAGORAS Пифагор

    12 страниц(ы) 

    Аннотация и ключевые слова/Summary and key words.….….3
    Pythagoras….….4
    Пифагор ….6
    Словарь терминов / Glossary .….8
    Иcпользованная литература / References ….10
  • Дипломная работа:

    ИЗУЧЕНИЕ РИТМИЧЕСКИХ И СТИЛИСТИЧЕСКИХ ОСОБЕННОСТЕЙ ФРАНЦУЗСКОГО ТЕКСТА XIX-XX вв. ПРИ ОБУЧЕНИИ ГОВОРЕНИЮ В СТАРШИХ КЛАССАХ СРЕДНЕЙ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНОЙ ШКОЛЫ

    86 страниц(ы) 

    Введение….3
    Глава 1 «Текст как явление лингвистики»…7
    1.1 Ритмические особенности текста….9
    1.1.1 Рифма, ритмика и их разновиности…10
    1.2 Стилистические особенности текста….13
    Выводы по главе 1….26
    Глава 2 «Изучение ритмико-стилистических особенностей текста и использование его потенциала при обучении говорению в старших классах СОШ»….28
    2.1 Лингво-стилистический анализ образцов французского текста
    XIX-XX вв….28
    2.2 Реализация учебно-методического потенциала поэтического и прозаического французского текста по обучению говорению в старших классах СОШ (на материале текстов французских авторов XIX-XX вв.).52
    Выводы по главе II…55
    Заключение….57
    Список литературы…59
    Приложение…64
  • Дипломная работа:

    БашҠорт теленеҢ диалектарында туҒан-ҠӘрҘӘшлек терминдары ҺӘм уларҘы мӘктӘптӘ ӨйрӘнеҮ методттары

    85 страниц(ы) 

    ИНЕШ 3
    I БҮЛЕК. БАШҠОРТ ДИАЛЕКТОЛОГИЯҺЫ ҺӘМ УНЫ ӨЙРӘНЕҮ ТАРИХЫ
    1.1. Башҡорт диалектологияһы фәне тураһында дөйөм төшөнсә 6
    1.2. Башҡорт теленең диалекттар системаһын өйрәнеү этаптары 12
    1.2.1. Революцияға тиклемге осорҙа башҡорт теленең диалекттар системаһын өйрәнеү
    1.2.2. Революциянан һуңғы осор һәм башҡорт ғалимдарының диалекттарҙы өйрәнеүгә индергән өлөшө 15
    1.3. Башҡорт һөйләштәрен һәм диалекттарын монографик планда өйрәнеү
    II БҮЛЕК. Башҡорт теленең диалектарында туғанлыҡ-ҡәрҙәшлек терминдары
    2.1 .Көнсығыш (төньяҡ- көнсығыш) диалект, унда ҡәрҙәшлек терминдары
    2.2 .Көньяҡ диалектта туғанлыҡ мөнәсәбәттәре терминдарының бирелеше
    2.3. Төньяҡ-көнбайыш диалектта туғанлыҡ-ҡәрҙәшлек һүҙҙәре 52
    III БҮЛЕК. Туғанлыҡ-ҡәрҙәшлек термендарын мәктәптә өйрәнеү 56
    3.1. Башҡорт теле диалекттарын уҡытыуҙың педагогик (методик)-психологик нигеҙҙәре
    3.2. Диалект шарттарында туғанлыҡ-ҡәрҙәшлек терминдарын өйрәнеү алымдары
    ЙОМҒАҠЛАУ 70
    ӘҘӘБИӘТ 72
    ҠУШЫМТА №1 75
    ҠУШЫМТА №2 78
  • ВКР:

    Характеры в рассказах шарифа камала

    70 страниц(ы) 

    КЕРЕШ ….….…. 3

    ТӨП ӨЛЕШ
    Беренче бүлек. Шәриф Камал хикәяләрендә характерлар. 8
    1.1. Характер турында төшенчә . 8
    1.2. Шәриф Камалның тормыш һәм иҗат юлына күзәтү . 12
    1.3. Ш.Камал хикәяләрендә бәхет эзләүче геройлар ….….… 16
    Икенче бүлек. Шәриф Камал хикәяләрендә характер тудыру чаралары . 28
    Өченче бүлек. Ш.Камалның «Буранда» хикәясен мәктәптә өйрәнү буенча методик күрсәтмәләр ….….
    49

    ЙОМГАК ….… 59

    КУЛЛАНЫЛГАН ӘДӘБИЯТ ИСЕМЛЕГЕ ….….….… 65
  • Дипломная работа:

    РОЛЬ ГЕНОВ ХЕМОКИНОВ В РАЗВИТИИ САХАРНОГО ДИАБЕТА 2- го ТИПА У ЖИТЕЛЕЙ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН

    58 страниц(ы) 

    СПИСОК СОКРАЩЕНИЙ И УСЛОВНЫХ ОБОЗНАЧЕНИЙ 4
    ВВЕДЕНИЕ 5
    ГЛАВА 1. РОЛЬ ХЕМОКИНОВ В РАЗВИТИИ САХАРНОГО ДИАБЕТА 2-го ТИПА (обзор научной литературы) 8
    1.1. Роль хемокинов в развитии сахарного диабета 2 типа
    1.1.1. Роль полиморфного маркера гена CC-хемокиновый лиганд (CCL2) в развитии сахарного диабета 2-го типа
    1.1.2. Роль полиморфного маркера гена CC-хемокиновый лиганд (CCL5) в развитии сахарного диабета 2-го типа
    1.1.3. Роль полиморфного маркера гена CC-хемокиновый лиганд (CCL11) в развитии сахарного диабета 2-го типа
    1.1.4. Роль полиморфного маркера гена CC-хемокиновый лиганд (CCL20) в развитии сахарного диабета 2-го типа
    1.2. Метаболический путь генов, участвующих в регуляции тонуса сосудов
    1.3. Заключение
    ГЛАВА 2. МАТЕРИАЛЫ И МЕТОДЫ ИССЛЕДОВАНИЯ
    2.1. Материалы исследования
    2.2. Методы исследования
    2.2.1 Биохимический метод
    2.2.1.1 Выделение ДНК методом фенольно-хлороформной экстракции
    2.2.2 Молекулярно-генетический метод
    2.2.2.1 Полимеразная цепная реакция (ПЦР)
    2.2.2.2 Проведение элекрофореза
    2.2.3 Статистические методы
    2.2.3.1 Закон Харди-Вайнберга
    2.2.3.2 Статистический характер расщепления (х2)
    2.2.3.3 Метод 2x2
    2.2.4 Биоинформатические методы
    2.2.5 Метод дидактической многомерной технологии (логикосмысловое моделирование)
    ГЛАВА 3. ГЛАВА 3. РЕЗУЛЬТАТЫ И ОБСУЖДЕНИЯ
    3.1. Анализ распределения частот генотипов и аллелей гена CCL2 rs1024611 у пациентов с СД2
    3.2. Анализ распределения частот генотипов и аллелей полиморфного варианта rs2107538 в гене CCL5 у пациентов с СД2
    3.3. Анализ распределения частот генотипов и аллелей полиморфного варианта rs16969415 в гене CCL11 у пациентов с СД2
    3.4. Анализ распределения частот генотипов и аллелей полиморфного варианта rs6749704 в гене CCL20 у пациентов с СД2
    3.5. Заключение
    ГЛАВА 4. МЕТОДИЧЕСКИЕ РЕКОМЕНДАЦИИ ПО ИСПОЛЬЗОВАНИЮ РЕЗУЛЬТАТОВ ВЫПУСКНОЙ КВАЛИФИКАЦИОННОЙ РАБОТЫ В ПРОГРАММЕ ВЫСШЕГО УЧЕБНОГО ЗАВЕДЕНИЯ
    4.1. Значение, роль биологического образования в школе
    4.2. Разработка лабораторной работы на тему: «гигиеническая оценка рациона питания»
    4.3. Применение многомерных дидактических технологий в школьном курсе по биологии
    ВЫВОДЫ
    СПИСОК ИСПОЛЬЗОВАННОЙ ЛИТЕРАТУРЫ
  • Дипломная работа:

    Русский народный танец как средство нравственно-эстетическое воспитание детей

    54 страниц(ы) 

    ВВЕДЕНИЕ.3
    ГЛАВА 1. ИСТОРИКО-ТЕОРЕТИЧЕСКИЕ АСПЕКТЫ НРАВСТВЕННО-ЭСТЕТИЧЕСКОГО ВОСПИТАНИЯ ДЕТЕЙ СРЕДСТВАМИ РУССКОГО НАРОДНОГО ТАНЦА.9
    1.1. Психолого-педагогические проблемы нравственно-эстетического воспитания детей в процессе художественного образования.9
    1.2. История становления и развития русского народного танца как предмета обучения.15
    1.3. Русские народные танцы и их специфика.22
    Выводы по первой главе.31
    ГЛАВА 2. ЭКСПЕРИМЕНТАЛЬНАЯ РАБОТА ПО НРАВСТВЕННО-ЭСТЕТИЧЕСКОМУ ВОСПИТАНИЮ ДЕТЕЙ В ПРОЦЕССЕ ОСВОЕНИЯ РУССКОГО НАРОДНОГО ТАНЦА.32
    2.1. Содержание, формы и методы нравственно-эстетического воспитания детей в процессе освоения русского народного танца .32
    2.2 Педагогический эксперимент и его результаты.36
    Выводы по второй главе.41
    ЗАКЛЮЧЕНИЕ.42
    СПИСОК ИСПОЛЬЗОВАННОЙ ЛИТЕРАТУРЫ.44
    ПРИЛОЖЕНИЕ.50
  • Курсовая работа:

    Базы Данных в среде Borland Delphi

    42 страниц(ы) 

    Введение 5
    1 Описание предметной области и постановки задачи 6
    1.1 Требование к разработке 6
    1.2 Постановка задачи 6
    2 Теоретические основы разработки баз данных 7
    2.1 Определения 7
    2.2 Триггеры 10
    2.3 Хранимые процедуры 10
    2.4 Администрирование баз данных 12
    3 Проектирование базы данных 13
    3.1 Концептуальная модель базы данных 14
    3.2 Реляционная модель базы данных 15
    3.3 Структура базы данных 17
    3.4 Процесс нормализации баз данных 19
    3.4 Обоснование наличия НФ 20
    4 Программная реализация базы данных 21
    4.1 Используемые триггеры 21
    5 Руководство пользования программой 24
    5.1 Описание программы 27
    Заключение 28
    Список использованной литературы 29
    Приложения 30